Даирә
-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Ғинуар 2020, 13:17

“Бик тиҙ һәм тәмле”

Был яңы рубрикабыҙ аҫ­тында билдәле ра­йон­даш­тарыбыҙ үҙҙәре яратып бешергән, “фирмалы” ри­зыҡ­та­ры­ның ре­це­бы менән уртаҡ­лашасаҡ. Тәүге ҡу­на­ғыбыҙ - “Ҡыр­мыҫ­­ҡалы-ТВ” те­лес­тудияһы етәк­­сеһе Лена Тка­че­ва. Ле­на Ива­но­в­наның үҙе­нең ге­нә ик­мәк бе­ше­реү сер­ҙәре бар икән.

- Икмәк – һәр та­бындың ҡото. Мин 20 минут эсендә һуған ҡушып беше­релгән икмәк рецебы менән бүлешергә теләйем.
1. 1/4стакан һыуға 35-50 грамм әсетке, 1 аш ҡалағы он һалығыҙ.
2. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турағыҙ йә булмаһа һут һыҡҡыс аша үткәрегеҙ.
3. Духовканы тоҡандырығыҙ.
3. Ҡамырҙың башына ярты стакан һөт йәки һыу һәм яҡынса 1/3 стакан көнбағыш майы өҫтәгеҙ. Ентекле итеп болғатығыҙ ҙа ваҡланған һуған, тәменсә тоҙ ҡушығыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешмәгәнгә тиклем баҫығыҙ.
4. Ҡамырҙан йәймәләр яһап, табаға теҙегеҙ.
Яҡынса10-12 минуттан беҙҙең икмәгебеҙ әҙер. Хуш еҫле, тәмле икмәкте бер бешереп ашаһағыҙ, уның тәме оҙаҡ тел осоғоҙҙа һаҡланыр!
Читайте нас: