“Ем-ем итә шыршыҡай”
Был бәйге сиктәрендә төрлө материалдарҙан шыршы уйынсыҡтары яһарға тәҡдим итәбеҙ. Конкурсҡа йомғаҡ яһағанда балаларҙың һәм ололарҙың эштәре айырым баһаланасаҡ.
“Кем һин, серле ҡомаҡ?”
Көнсығыш календары буйынса, 2020 йылдың символы – аҡ тимер ҡомаҡ. Йондоҙнамә буйынса нәҡ ошо йылда тыуған таныштарығыҙ бармы? Улар ниндәй сифаттарға эйә? Был турала мәҡәләләр яҙып ебәрегеҙ.
“Их, быймаһы ла быймаһы!”
Ниндәй ҡыш быймаһыҙ булһын инде? Уларҙы ҡупшы итеп биҙәүселәр ҙә юҡ түгел. Был бәйгебеҙ ижади ҡарашлы оҫталарға ҡағыла. Матур итеп биҙәлгән быймаларығыҙҙың фотоларын көтәбеҙ.
“Йылдар үткәс”
Һәр өйҙә, моғайын, балалар, дуҫтар, класташтар менән бергә Яңы йылды ҡаршылағанда төшкән, бәхетле миҙгелдәр, яңы йыл кәйефе сағылған фотоһүрәттәр һаҡланалыр. Үткәндәргә ҡайтып булмай, әммә иҫке фотоһүрәттең сюжетын булдырып ҡарарға мөмкин! Фотоконкурстың шарты шундай – ошо фотоһүрәттәге кешеләр йыйылып, нәҡ элекке кеүек итеп фотоға төшөргә тейеш. Оригиналлек, юмористик ҡараш, оригиналға максималь оҡшашлыҡ хуплана.
“Әкиәт тылсымы”
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы, ижадик бәйгелә бар ғаиләгеҙ менән ҡатнаша алаһығыҙ. Был конкурста ихаталарын, йә булмаһа тәҙрәләрен, балкондарын, подъездарын иң оҫта биҙәүселәрҙе асыҡлаясаҡбыҙ.
Конкурстар 26 декабргә тиклем дауам итә. Яҙмаларығыҙҙы, фотоларығыҙҙы Ҡырмыҫҡалы ауылы, Йылға тыҡрығы, 7, dairakarm.mail.ru адрестары буйынса йәки “Бәйләнештә” сайтындағы “Даирә гәзите” сәхифәһенә ебәрегеҙ. Йомғаҡ Яңы йыл байрамы алдынан яһаласаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәттәр өсөн телефон һандары: 8-34765-2-32-66.