Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Ноябрь 2019, 15:50

Финанстар “романс” йырламаһын

Аҡса һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнай? Хәл иткес, тип әйтерһегеҙ. Һәм беҙ һеҙҙең менән ризалашабыҙ. Матди мөмкинлектәргә күп нимә бәйле, әммә күптәребеҙ сығымдарҙы, килемдәр һәм тупланмалар менән уларҙың нисбәтен дөрөҫ планлаштыра белмәй.

Бөтә Рәсәй бу­йын­са үткән “Туп­лан­малар аҙ­наһы” аҙналығы “Фи­нанс­тар менән дуҫ­лаш” тип аталған мини-фестиваль ме­нән тамам­ланды. Ун­да төрлө өлкә вәкил­дәре ҡатнашты.
Район Мәҙәниәт һа­ра­йында уҙған са­рала биш команда йыйылды. Улар ике сәғәт эсендә шаян да, етди ҙә финанс мәсьә­лә­ләргә яуап бирҙеләр. Фи­нанс грамо­талылығы оҫта­лары исеменә лайыҡ булыу өсөн волон­терҙар, спортсы­лар, район уҡытыусылары, “Бер-бере­беҙгә беҙ кәрәкбеҙ” клубы ағзалары, күп профилле кол­­ледж студенттары кө­рәште.
Етди алыштарҙан һуң Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең “Мажорҙар” командаһы еңеүсе тип бил­дәләнде. Уҡытыусылар һәм “Рассвет” халыҡты со­циаль хеҙмәтләндереү үҙә­генең оло йәштәгеләр клубы ла еңеүселәр дипломдарын алды.
Мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәр­биәләнеүселәре был аҙна­лыҡ сиктәрендә инша­лар, ҡул эштәре һәм һү­рәттәр конкурсында ҡат­нашты.
Балалар уға ҙур яуап­лы­лыҡ һәм фантазия менән ҡараған. Конкурста иғлан ителгән тема, әлбиттә, аҡ­саға ҡағылышлы булды. Ойош­тороу­сыларҙы ба­ла­лар уны алыҫ киләсәктә нисек күҙал­лау­ҙары ҡыҙыҡ­һын­дырҙы. Еңеү Сихонкин ауылынан 4 класс уҡыу­сыһы Мария Әбдел­ғәниеваға эләк­те. Зәңгәр фонда элект­рон янсыҡтан сығып торған ҡулдар са­раның символы булды. Тех­ник прогресҡа ки­ләбеҙме, юҡмы, уныһы мөһим тү­гел… Иң мөһиме, күпме аҡ­саң булһа ла, кешене кеше иткән сифаттар юғалмаһын.
Илһам Зарипов.
Читайте нас: