Бына мин элекке фотолар араһынан һарғайып бөткән фотоһүрәтте ҡулыма алдым. Унда яҡын кешеләрем - Миңзифа өләсәйем (Үрге Төкөн ауылы, 1903 йылғы) һәм Зәйнәб әбейем бар. Өләсәйем үҙе ҡупшы итеп теккән әүеркәле күлдәген кейгән, түшенә сулпыларын таҡҡан. Сәстәрен икегә бүлеп үргән дә алға төшөргән. Ә башына ҡыҫып яулыҡ сөйгән.
Был фотоһүрәт тарихи һәм мәҙәни яҡтан да әһәмиәтле. Унда Табын ырыуына ҡараған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәгенең тегелеше, биҙәүестәре сағылған. Әйткәндәй, кеше үҙенең күңел донъяһын кейемдәре аша асып бирергә ынтылған бит, уның йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағылған.
Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, фольклориада алдынан гәзитебеҙҙә конкурс иғлан итергә булдыҡ. Ошо сәбәпле һеҙҙән яҡындарығыҙҙың боронғо фотоһүрәттәрен, йә булмаһа, милли биҙәүестәрен, кейемдәрен фотоға төшөрөп ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.