Уҙған шәмбелә Иҫке Ҡыйышҡы ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһында балыҡ тотоу буйынса “Фидер” һәүәҫкәр балыҡсылар фестивале уҙҙы. Сараны Валерий Гаврилов етәкселегендә “Ҡырмыҫҡалы районы балыҡсыһы” төркөмө ойошторҙо. Был төркөмдә беҙҙең районда ғына түгел, республикала һәм унан ситтә йәшәүсе 2 меңдән ашыу кеше тора.
- Фестивалдең маҡсаты - районда балыҡ спортын актив ял һәм сәләмәт йәшәү рәүеше булараҡ популярлаштырыу, балыҡсыларҙың спорт оҫталығын үҫтереү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу һәм иң оҫта балыҡсыларҙы асыҡлау. Районда балыҡсылар төркөмөн төҙөү фекере 2016 йылда барлыҡҡа килде. Шунан алып, был фестивалде быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Ҡатнашырға теләүселәр һәр ваҡыт күп, бөгөн ярышта 35 кеше көс һынай, - тип һөйләне Ефремкин ауылы егете Валерий Гаврилов.
Һауа торошо һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, балыҡ тоторға яратыусылар был көтөп алынған ваҡиғанан тороп ҡалмаҫҡа тырышҡан. Таң һарыһынан тороп балыҡ ҡармаҡлай ҙа башлағандар. Яр буйында ир-аттар менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың да ултырыуын күреп, балыҡ тотоу ир-егеттәрҙең генә яратҡан шөғөлө түгеллегенә инандым. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Сарычевтар ярышҡа ғаиләһе менән килгән. Ғаилә башлығы Алексей, ҡатыны Яна һәм һигеҙ йәшлек улдары Роман мауыҡтырғыс шөғөл менән байтаҡ йылдар дуҫ.
- Юҡҡа ғына “балыҡ тотоу – дауалап булмай торған ауырыу” тип әйтмәйҙәрҙер. 16 йыл элек Алексей менән танышҡандан бирле балыҡ тотоу минең дә хоббиға әүерелде. Улыбыҙға ла ваҡытын тәбиғәт ҡосағында беҙҙең менән үткәреү оҡшай, - тип һөйләне Яна Сарычева.
Константин Францты бер нисә йылдар элек паралич һуғыуға ҡарамаҫтан, актив йәшәү рәүеше алып бара.
- Бындай фестивалдәрҙә беҙ бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, балыҡ тотоу серҙәре менән уртаҡлашабыҙ. Бөгөн һауа торошо һалҡын булғанлыҡтан, бик шәп сиртмәй. Балыҡ та һауа торошоноң киҫкен үҙгәреүен яратмай шул, - ти ул.
Ярышта ҡатнашыусылар балыҡ тотоу менән мәшғүл булған арала яр буйында ҡатын-ҡыҙҙар усаҡта тәмле еҫтәр сығарып, шулюм тип аталған һунарсылар ашы, ир-аттар былау бешерә ине.
- Был аш ҡуян итенән әҙерләнә, барыһын ле етһен өсөн ике биҙрәлә бешерәбеҙ. Бында кистән үк килеп ҡундыҡ, төндә балыҡ һәйбәт тотолдо, унан уха бешерҙек, - ти Ҡабаҡ ауылынан “Ҡырмыҫҡалы районы балыҡсыһы” төркөмөндә тороусы Айгөл Йыһаншина.
Фиништан һуң табыштар үлсәнде һәм еңеүселәр асыҡланды. Ир-аттар араһында беренсе урында - Азамат Шапко, икенсе урын - Сергей Жирновта, ә Тимур Карпинский өсөнсө урын яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә Яна Сарычева тәүге урында, икенсе урын Динара Ширияздановала, өсөнсө урында - Гөзирә Иҫәнбаева. Фестивалдә ике бала ҡатнашты, Семен Проскуряков – 750, ә Роман Сарычев 95 грамм балыҡ тотто.
Бөтә призерҙарға ла район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт буйынса бүлеге әҙерләгән кубоктар һәм грамоталар, шулай уҡ иғәнәселәрҙән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Төркөмгә иң беренселәрҙән булып иғәнәселек ярҙамы күрһәткән Илдар Сәлихов был көндө лә фестивалдән ситтә ҡалманы.
Сара тәбиғәттә тәмле аш янында тәьҫораттар менән бүлешеү һәм төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләшеү менән тамамланды.