Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса районда мәктәптәр һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары водителдәре араһында һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе үтте.
Артабан улар автодромда машинаға идара итеү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Фигуралы йөрөтөү элементтарын еренә еткереп үтәп, Ефремкин ауылынан Виктор Семенов беренсе урынды яулаһа, Бекетов ауылынан Василий Богаченко икенсе урынды алды, Ефремкин ауылынан Валерий Кузьмин өсөнсө урынға лайыҡлы тип табылды. Еңеүселәр Дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
Һайлаған һөнәрҙәре буйынса белемдәрен һәм ныҡышмалылыҡтарын күрһәткән бәйгеселәрҙең киләсәктә лә тырышып эшләренә, яңы үрҙәргә ынтылырына шик юҡ. Өлгө алырлыҡ хеҙмәттәштәре булыуы башҡаларҙы ла еңеүҙәргә дәртләндерер.