Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март 2019, 18:13

“Әүҙем булырға яратам”

Зәлиә Ғафарова,
Ҡарлыманбаш ауылы, 17 йәш:
- Мин Өфө күп профилле колледжында уҡып йөрөйөм. Киләсәктә тәрбиәсе буласаҡмын. Буш ваҡытымда йырларға, бейергә яратам. Үҙ ауылымдағы “Изгелек” волонтер үҙәген етәкләйем. Үҙебеҙҙең ауылда, шулай уҡ район кимәлендә уҙға­рылған сараларҙа әүҙем ҡат­на­шырға тырышам. Спортҡа килгәндә, волейбол, йүгереү оҡшай. Изге күңелле, ғәҙел кешеләрҙе яратам, холҡом буйынса шаян һәм ҡыйыумын.
Киләсәктә юғары уҡыу йортонда уҡып сығып, логопед һөнәрен алырға теләйем. Балаларҙы бик яратам. Мәҙәни тормошҡа йәлеп иткәндәре өсөн Регина һәм Розалия Ғимрановаларға рәхмәтлемен. Ә иң ҙур рәхмәтем атай-әсәйем Зөһрә һәм Вәғиз Рәхимҡоловтарға. Маҡсаттарыма өлгәшер өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын.
Читайте нас: