Розалия Мөхәмәтҡолова, 16 йәш, Шәрипҡол ауылы:
Мин йәмле яҙ айында, 2002 йылдың 9 майында - Еңеү байрамы көнөндә донъяға ауаз һалғанмын. Бәлки шуғалыр ҙа Тыуған илгә, туған телгә һөйөүем көслөлөр. Туған телемде бик яратам. Башҡорт теленән районда уҙғарылған олимпиадаларҙа ла ҡатнашҡаным бар.
Әлеге көндә Шәрипҡол мәктәбенең 11-се класында уҡып йөрөйөм, тырышып имтихандарға әҙерләнәм. Йыр-моң яратам, яңы ғына инглиз теле буйынса йыр конкурсында ҡатнашып, “За волю к победе” номинацияһында еңеү яуланым. Спорт менән шөғөлләнәм. Физкультура фәненән дә олимпиадала ҡатнаштым. Ә хыялым - киләсәктә биолог йәки медицина хеҙмәткәре булыу.
Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә үрҙәр яулаһа ла, ниндәй һөнәргә эйә булһа ла, йортонда тәмле итеп яҡындарын һыйларға тейеш. Бешеренеү - ул минең иң яратҡан шөғөлөм. Бәләкәйҙән үк әсәйем һәм өләсәйемдән бешеренеү серҙәренә тырышып өйрәнәм.