- Шәрипҡол мәктәбенең 11-се класында уҡып йөрөйөм. Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Атайым, әсәйем, ике апайым һәм ҡустым менән татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәйбеҙ. Әсәйем Гөлназ – уңған хужабикә. Ул йортобоҙҙо таҙа тота, тәмле ризыҡтар бешерә. Мин дә әсәйем менән ҡамыр аштары – ҡаластар, бөйөрөктәр, бәлештәр бешерәм. Бейергә һәм музыка тыңларға яратам. Спорт менән дуҫмын: йәйен йүгерәм, ҡышын саңғыла шыуам, волейбол, баскетбол уйнайым, гимнастика менән шөғөлләнәм. Тырышып уҡыйым, айырыуса биология һәм математика фәндәрен яратам. Киләсәктә, мәктәпте тамамлағас, педагогия колледжына уҡырға инеп, тәрбиәсе булып эшләгем килә.