Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Март 2019, 12:46

“Халҡымдың лайыҡлы ҡыҙы булырға теләйем”

Регина Ғимранова, 21 йәш, Ҡарлыманбаш ауылы:Мин Ҡарлыманбаш ауылында тыуып үҫтем. БДУ-ның 2-се курсында уҡып йөрөгән ҡырмыҫҡалай уңған башҡорт ҡыҙы булам.

Данлы табын ырыуының

Мин бер вәкиле булам.

Өмөтбайҙар тоҡомонан

Булғанға ғорурланам.

Ҡошом минең ҡарағош-

Уралымдың бөркөтө!

Ағасыбыҙ ҡарағас -

Күп ағасҡа, баш ағас!

Тамғам минең hәнәктер,

Һәр эшкә лә кәрәктер.

Ораныбыҙ Салауат -

Ырыуымдан Аманат.

Ғорурлығым ҙур минең

Башҡорт ҡанлы булғанға,

Атай, олатай ерендә

Кинәнеп ғүмер иткәнгә.

Ҡыуанам, сөнки бик баймын

Шатлыҡ бүлер дуҫтарға,

Йәшәүгә көс бирерлек

Һөйөклө туғандарға.

Яратам мин ауылымды,

Хозур тыуған еремде,

Ғәзиз атай-әсәйҙе,

Ике сибәр һеңлемде.

Яратам мин бейергә,

Бешерергә тәмле аш.

Тегә алам кейем дә,

Бәйләй беләм ойоҡбаш.

Китаптар мин уҡыйым,

Йыр-моңдо бик яратам.

Сәнғәт - ул бит матурлыҡ,

Матурлыҡҡа hоҡланам.

Халҡымдың лайыҡлы ҡыҙы

Булырға мин ынтылам.

Шуның өсөн һәр яҡлап та

Үҫешергә тырышам.
Читайте нас: