Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Февраль 2019, 17:24

“Атай-әсәйемә рәхмәтлемен”

Алһыу Шәмсетдинова, 17 йәш, Ҡарлыман ауылы:
- Мин Ҡазан ҡалаһында уҡып йөрөйөм. Буласаҡ һөнәрем – дизайнер. Был уҡыу йортонда белем алыу бик оҡшай, үҙем яратҡан эшкә өйрәнеү күңелемә яҡын. Уҡыу менән бер рәттән үҙемде модель өлкәһендә һынарға ла ваҡыт табырға тырышам: йыш ҡына Санкт-Петербург ҡалаһына фотосессияларға йөрөйөм, кастингтарҙа, массовкаларҙа, дизайн кейемдәрен күрһәтеүҙә ҡатнашам. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнергә яратам – даими рәүештә залға йөрөйөм.
Миңә, минең яҡты киләсәгемә ышаныстары һәм һәр ваҡыт терәк-таяныс булыуҙары өсөн ҡәҙерле атай-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Уларҙың ышаныстарын аҡлар өсөн бар көсөмдө һалып, тырышып уҡырға һәм һәр яҡлап үҫешергә, тигән маҡсат ҡуйғанмын.
Читайте нас: