Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Февраль 2019, 11:31

“Һәр саҡ үҙ-үҙемә ышанам”

Азалия Рамазанова,
17 йәш, Һәүәләй ауылы:
- 10-сы класта уҡып йөрөйөм. Уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Ки­­таптар, гәзит-жур­нал­дар уҡырға яратам, донъя­лағы яңылыҡтар менән таны­шып ба­рыр­ға тырышам. Спорт менән шөғөлләнәм, во­лей­бол, баскетбол, саң­ғы, йүге­реү буйынса ярыш­тарға йөрөйөм, командабыҙ йыш ҡына призлы урын­дарға өл­гә­шә. Ғөмүмән, мәк­тәптә һәм ауыл Советы хакимиәте уҙғарған бар сараларҙың да уртаһында ҡайнайым. Шулай уҡ район кимә­лендәгеләрендә лә ҙур теләк менән ҡатнашам. Уҙған йыл республика кимәлендә уҙғарыл­ған“Табын һылы­уы” бәйгеһендә район данын яҡлап, 1-се урын да яуланым.
Һәр саҡ үҙ-үҙемә ышанам, аҡылға таянып эш итергә, ваҡыттың ҡәҙерен белергә, маҡсат­та­рымды тормошҡа ашырырға тырышам. Халыҡ йолаларын хөрмәт итәм. Шуға ла бейеү тарихын өйрәнәм һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнәм.
Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Йон­доҙнамәгә бик ышанмаһам да, барыбер ул кешеләрҙең меңәр йылдарҙан килгән тәжрибәһенә таянылған. Бәлки, шуғалыр ҙа әүҙеммендер, һәр нимәне белергә тырышам. Әммә башҡорт ҡыҙҙарына хас тыныс холоҡломон. Ғөмүмән, холоҡҡа ғаиләлә нигеҙ һалына. Атайым һәм әсәйем тырыш һәм актив кешеләр. Был сифаттарым миңә уларҙан килә, тип уйлайым.
Читайте нас: