+22 °С
Болотло
Лилиә Хәсәнова, 17 йәш, Ҡустығол ауылы:
- Мин көҙ айында, Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Ғаиләлә өс бала үҫәбеҙ - ике ағайым бар. Шәрипҡол мәктәбенең 11-се класында тырышып уҡыйым, бигерәк тә иң яратҡандарым тип математика, әҙәбиәт, биология һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен һанайым. Район музыка һәм сәнғәт мәктәбенең ҡурай түңәрәгендә ике йыл шөғөлләнәм, шулай уҡ бәләкәй саҡтан уҡ бейергә яратам. Ә спорттың баскетбол төрө күңелемә яҡын. Төрлө бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа ҡатнашам. Яңыраҡ ҡына Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Башҡорт мозаикаһы” Бөтә Рәсәй фестивалендә 1-се урын яуланым. Йәмәғәт тормошонда ҡайнау оҡшай. Ҡыйыу холоҡломон, аралашыусанмын. Дуҫтарым күп, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге йәштәштәрем менән хәбәрләшеп торабыҙ. Балаларҙы бик яратам. Шуға ла хыялым - киләсәктә балалар табибы булыу.