Йыл һайын Халыҡ-ара "Китап байрамы" форумында ҡатнашыусылар уникаль баҫмаларҙың һәм яҙма ҡомартҡыларҙың шаһиты була бара. Быйыл да, Ҡурайсылар союзы үҙенсәлекле күргәҙмә тәҡдим итеп, ҡурай сәнғәтенә, тарихыбыҙға битараф булмағандарҙы ҡыуандырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы бер йыл элек кенә яңы көс, яңы һулыш менән эшләй башлағайны. Бөгөн баш ҡалабыҙҙа уҙған халыҡ-ара форумға ҡурай тураһындағы китаптарҙы туплап сығарыу тәҡдимен дә улар дәррәү хуплап сыҡты.
- Ҡурайсылар союзының идара ултырышында ҡурайҙы пропагандалау хаҡында һөйләшкәндә, күрше өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарға ла өйрәтергә һәм әүҙемләштерергә тигән мәсьәлә тора ине. Шуға ла, ситкә сыға торған махсус сараларҙан тыш, үҙебеҙҙә уҙған ҙур-ҙур фестивалдәрҙең мөмкинлеген ҡулланып, Өфөгә ситтән килгән ҡунаҡтарға ла, ғөмүмән халыҡҡа ла ҡурайыбыҙ хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт еткерәйек, тигән ҡарарға килдек. Мәҫәлән, ҡурай, ҡурайсылар тураһында күп китаптар бар, әммә-ләкин, хатта ҡурайға уҡыған ҡайһы бер музыканттар ҙа улар менән таныш түгел. Шуға барыһын да таныштырыу маҡсатында, пропаганда рәүешендә эшләнде был күргәҙмә. Бында, әлбиттә, китаптар менән таныштырыу ғына түгел, ҡурайсылар тураһында ла һөйләйбеҙ, ҡурайҙа уйнап та күрһәтәбеҙ, уны етештереүсе оҫталар менән бәйләнештә булып, үлән, ағас ҡурайҙарҙы эшләү тарихын күрһәтеп тә, теләүселәргә һатыу ҙа ойошторҙоҡ. Ҡайһы бер китаптар һатыуға ҡуйылды, мәҫәлән, Юлай Ғәйнетдиновтың "Ҡурай һәм ҡурайсылар", "Оҙон көй һәм йыраусы" тигәндәре һатыуҙа бар. Шулай уҡ ҡыҙыҡһыныусылар балаларын ҡурай кластарына уҡырға индереү буйынса ла һорауҙар бирҙе. Шулай итеп, был байрамда күргәҙмә менән ҡатнашыуыбыҙ бик уңышлы һәм һөҙөмтәле булды тип һанайым, - ти Ҡурайсылар союзының идара ағзаһы, күргәҙмә өсөн яуаплы Айҙар Байтимеров. - Күргәҙмәнең үҙенә килгәндә инде, бында һирәк осрай торған тарихи ҡулъяҙмалар бар. Ҡайһы берҙәре бер генә экземплярҙа. Шулай уҡ ваҡытында ҡурайсыларға профессиональ белем биреүгә нигеҙ һалыусы Ғата Сөләймәновтың тәүге китаптары бар. Улар - ҡурайсылар өсөн әсбап булараҡ иң тәүгеләр. Иң беренсеһе уҙған быуаттың 70-се йылында сыҡҡан, шунан 85-се йылда. Уны, беҙ, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары, бер нисә йыл элек ҡабатлап баҫтырып сығарҙыҡ. Һәм тағы ла бында ҙур ғына ғилми эштәр йыйынтығы урын алған - Айрат Ҡобағошовтоң ҡурайға һәм башҡорт халыҡ йырҙарына арналған йыйынтыҡ ул. Күргәҙмәләге иң боронғо китап - Сергей Рыбаковтың "Урал мосолмандарының көйҙәре һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән" китабы. Ул 1893-1894 йылдарҙа баҫылған һәм унда Башҡортостандың көньяғындағы экспедицияларҙа тупланған мәғлүмәттәр баҫылған.
Ысынлап та, был үҙенсәлекле күргәҙмә республика Башлығы Радий Хәбировтың да, Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе Владимир Мединскийҙың да күңеленә хуш килде. Төбәк етәксеһе, башҡорт халҡының төп музыка уйын ҡоралы һәр саҡ шулай көнүҙәк булырға тейеш, тип билдәләне.
Күргәҙмә тағы ике көн ҡыуандырасаҡ әле үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын. Ҡурай менән яҡындан танышырға, халҡыбыҙ тарихына яҡыныраҡ булырға теләүселәр, "Мәңге йәшәр ҡурай!" күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!
Башҡортостан Яҙыусылар союзының матбуғат хеҙмәте һәм Таңсулпан Рәсүл фотолары.