Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе

Танылған шағирә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Абдуллина «Әсәйем һабаҡтары» исемле сираттағы шиғырҙар йыйынтығын сығарҙы. 

Билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе
Билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе

 Яңы китаптың исем туйы 14 декабрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортонда була. Сарала республиканың Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзалары, башҡорт эстрадаһы йырсылары, композиторҙар ҡатнаша. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт һәм рус филологияһы факультетын тамамлаған, 35 йыл мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән.

Мәктәп йылдарынан шиғырҙар яҙған ҡыҙ юғары уҡыу йортонда уҡығанда ла «Ашҡаҙар» ижади түңәрәгендә шөғөлләнгән, радиола сығыш яһаған, уның шиғырҙары 1982 һәм 1984 йылдарҙа баҫылған «Йәш көстәр» йыйынтыҡтарына ингән. Фирүзә Абдуллинаның «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Ғәжәп донъя» төркөмө бар.

Шағирәнең 2015 йылда «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!», шулай уҡ «Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!» исемле китаптары донъя күрҙе. «Ихлас күңелдән!» тигән йыйынтығы 2016 йылда Сибай ҡала типографияһында баҫылып сыҡты, һуңынан уның тағы бер нисә китабы нәшер ителде.

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары республика гәзит-журналдарында даими баҫыла, уның шиғырҙарына йөҙгә яҡын йыр ижад ителгән. Был йырҙар радиола һәм телевидениела ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ошондай конкурстарҙың һөҙөмтәләре буйынса Фирүзә Абдуллина 2020 йылда «Йыл шағиры» исеменә лайыҡ булды. Уның шиғырҙарын халыҡ бик яратып уҡый.

2021 йылдың февралендә Фирүзә Абдуллина 60 йәшен билдәләне. Ул саҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова юбилярға бына шундай ҡотлау ебәргән: «Халыҡ шағиры булараҡ Һеҙ башҡорт әҙәбиәте тарихына сағыу биттәр яҙҙығыҙ. Ижадығыҙҙа башҡорт халҡының күңелен тәрән аңлау уҡыусыларҙа һәр ваҡыт һоҡланыу уятыр».

 

Автор:Алик Шакиров

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-12-12/bild-le-sha-ir-fir-z-abdullinany-ya-y-shi-yr-ar-yyyynty-y-don-ya-k-r-e-3562371

 

Билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе
Билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе
Автор:
Читайте нас: