Килемдең иркен һәм даими килеп тороуының сәбәбе шул: атаһы ауылда магазин тота, әсәһе шунда һатыу итә. Магазинда аҙыҡ-түлек бүлегенән башҡа кейем-һалым, хужалыҡ әйберҙәре булған бүлектәр бар. Яйлап магазин киңәйә барып, һиҙелерлек килем килтерә башланы. Туҡһанынсы йылдарҙағы болғаныш арҡаһында сельпо системаһының юҡҡа сығыуы атаһы Нәжметдингә шәхси кибет асып, һатып-алыу эшен яйға һалыуға ҙур ғына ыңғайлыҡтар тыуҙырҙы. Халыҡ та бер-нисә бүлектән торған магазиндың асылыуын ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте, сөнки һәр кемдең дә ураған һайын район үҙәгенә барып, нимәлер һатып алып ҡайтыу мөмкинлеге юҡ бит инде. Кемдеңдер еңел машинаһы юҡ, йә аҡсаһы наҡыҫ, эшләп йөрөгәндәр ҡапыл ғына эшен ташлап, йәш балалы әсәләр бәпесен, башҡа балаларын ҡалдырып елеп сығып китә алмай бит инде.
Килемдең мул ғына булыуы атаһы Нәжметдингә яңы өй һалып инергә, мал-тыуарҙы ишәйтергә, магазин бинаһын һәм складты киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. Әлбиттә Нәжметдингә был эштәрҙә ҡатыны Сафия ныҡ ярҙам күрһәтте, һәр эшкә булышлыҡ итеп өлгөрөргә тырышты.
Зәлиә ике меңенсе йылдар башында донъяға килде, ата-әсәһенең мәшәҡәттәре күп булыу арҡаһында сабый балаға өйгә даими бала ҡараусы табырға тура килде. Ярай әле уныһы тиҙ табылды, был эшкә яңғыҙы ғына йәшәгән күршеһе Әҡлимә риза булды.
Бына шулай итеп ғаиләләрендә Зәлиә берҙән-бер бала булып, күберәге Әҡлимә апайының ҡурсылауында үҫте, тәбиғәт менән аралашты. Бигерәк тә йәй көндәре күңелле күренде Зәлиәгә: яҡында аҡҡан йылғала һыу инеү, емеш-еләк йыйыу ваҡыттары матур бер төш булып ҡалды ҡыҙҙың хәтерендә бушыраҡ ваҡыттарында үҫмер һүрәт төшөрөү менән мауыҡты, тәбиғәт күренештәрен ҡағыҙға төшөрҙө, ҡәләмдән һуң төрлө буяуҙар менән эшләп өйрәнде. Тора-бара кешеләрҙең портреттарын килешле итеп һыҙғысларға ла өйрәнеп алды, мәктәп йылдарында шул йүнәлеш буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтыуы бихисап булды. Ауылдағы урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы ул. Ошонан һуң күп уйланып йөрөмәне, әсәһенең һүҙен тыңлап, Мәскәүҙең “Бизнес һәм дизайн” институтына инеп алып уҡыуын башланы. Был институтта уҡыу ике баҫҡыстан тора: беренсеһе – биш йыллыҡ бакалавриат, юғары белем бирә. Әгәр теләһәң ошонан һуң ике йыллыҡ магистратурала уҡып, белемеңде магистр кимәленә еткереп ҡуя алаһың. Уҡыуға ҡағылған саҡтарҙа атаһы ҡыҙынан аҡсаһын йәлләмәне, ҡайҙа кәрәк шунда түләп барҙы, уҡыу базаһына яҡын ғына булған квартираға урынлаштырҙы, тотоноуға ла мул ғына аҡса бүлеп торҙо. Эйе, бай балаһы, был юҫыҡта бай ҡыҙы һәр саҡ шулай иркен йәшәргә тейештер инде. Тик тормош ҡанундарын гел генә үҙеңсә бороп булмай, күрәһең. Зәлиәгә, ғүмеренең иң сағыу ваҡытында йөрөгән йәш кешегә, тормоштоң кире яғы уйламағанда килтереп һуҡты.
Бакалавриаттың дүртенсе курсын тамамлап, ҡанатланып, ҙур ғына ҡыуаныстар менән өйгә ҡайтып ингәйне лә ул, ләкин ҡыуанысы тиҙ генә өҙөлөп ҡуйҙы. Уны өйҙә ауырып ятҡан әсәһе ҡаршы алды. Уҡыуына ҡамасау булып ҡуймаһын тип, талибәгә был турала өндәшмәй торғандар булып сыҡты. Әҡлимә апаһының хәлен беләйем тип ынтылғайны талибә, уныһы яңыраҡ кейәүгә сығып, ҡайҙалыр икенсе яҡҡа күсеп киткән булып сыҡты.
Ошо ятыуҙан әсәһе кире күтәрелә алмай донъя ҡуйҙы. Ҡан тамырҙарының кесерәйеүе арҡаһында йөрәк ҡәҙимгесә эшләй алмайынса туҡтаған, тигән ҡарарға килде табибтар. Үлем сәбәбен белеүҙән ни файҙа! Тормошо селпәрәмә килгәндәй тойолдо ҡыҙға. Тик нишләйһең инде, нисек кенә булһа ла артабан йәшәргә кәрәк бит.
Бер көндө Нәжметдин Зәлиәгә:
-Ҡыҙым! Һин “бай ҡыҙы” булып арыуыҡ йөрөнөң, хәҙер беҙҙең байлыҡтың, эшҡыуарлыҡтың хужаһы булырға ваҡыт етте, - тине. - Бөтә бизнесты, өйҙө, ҡаралтыларҙы, мал-тыуарҙы һиңә яҙырға кәрәк булыр. Хәҙерге заманға ышаныс аҙ. Әйҙә шул эш менән кисекмәҫтән шөғөлләнеп алайыҡ.
Документтарҙы тултырыу эше бер аҙна тирәһе барҙы. Көҙгә ҡарай Зәлиә уҡыуын дауам итер өсөн Мәскәүгә юлға сыҡты.
Нәжметдин йылға яҡын ҡанаты ҡайрылған ҡоштай йөрөнө. Ҡатыны ярҙамы менән барған эше лә нисектер һүлпәнәйә төшкәндәй булды, яңы һатыусы алғайны, уныһының һатып алыусыларға алсаҡлығы етмәне, килем ҡырҡа кәмене. Зәлиәнең атаһы бер саҡ үҙе лә һиҙмәҫтән эсеүгә әүәҫ булып китте. Тап шул ваҡытта бер танышында табындаш булған һүҙгә әүәҫ һәм хәйләкәр булған Хәлимә исемле бер ҡатын менән танышты Нәжметдин. Бергәләп ҡатнашып йөрөүҙәр күпкә барманы, бер айҙан һуң Хәлимә ун һигеҙ йәшлек улы Марс менән Нәжметдиндең өйөнә күсеп килде. Ярай ле яңы хужабикә эшҡыуарлыҡ эшенә ҡыҫылып барманы, уның бөтә булған ваҡыты сауҙа үҙәктәрен ҡыҙырыуҙан торҙо, өр-яңынан матур итеп ҡат-ҡат кейенеп алды. Үҙенең квартираһын Хәлимә ҡуртымға биреп, аҡсаһын банкка һала барҙы. Был йыйылған аҡсаға улына яңы еңел машина алып биреү теләге менән янды ул ҡатын. Марстың “Москвич”е күптән бирле ремонт һорай ине, ана, әле урамда етемһерәп ултыра...
Ҡыш аҙағында атаһының үлеме тураһында хәбәр алып, Зәлиә нишләргә белмәне, уҡыуын ташлап ҡайтыу яғына ашыҡты. Имен-һау йөрөгән атаһының ҡапыл ғына ауырып китеп, әрүәхтәр рәтенә күсеүе ҡыҙҙы, әлбиттә, һағайтты, атаһының нимәлер ашап ташлап ағыуланыу арҡаһында үлеп китеүен әйттеләр әйтеүен, тик был хәбәр киреһенсә уның күңеленә тынғылыҡ бирмәне. Икенсе яҡтан нишләргә лә белмәй аптыранды. Ә ҡайтып еткәс тә үгәй әсәһе лә, Марс та Зәлиәне ҡыуанып ҡаршы алманылар. Хәлимәнең уйында бөтә булған байлыҡты ҡулға төшөрөп, уны күмәрти һатып ебәреп ҙур ғына табыш алыу ине. Зәлиә килеп ингәндә Хәлимә стеналарҙағы фоторәсемдәрҙе ысҡындырып маташа ине, нишләптер мебелдәрҙе шылдырып өйөп бөткән, ҡашаяҡтарҙы төрөп һалған тағы. Бер ни аңлашылмай, күсенергә самалап йөрөймө әллә? Уның был өйҙә тулы хужа булып ҡыуанып йүгереп йөрөүе Зәлиәнең зитына тейҙе.
- Хәлимә апай! Нишләйһең ул? Бер әйбергә лә теймә! Документ буйынса бөтә булған әйбер, бизнес, байлыҡ әллә ҡасан уҡ миңә күсте. – тип хәбәр һалды ул. – Атайҙың ҡапыл йәшәүҙән туҡтауы ла миндә шик уятты. Бының артынан йөрөмәйенсә булмаҫ.
Хәлимә шунда уҡ эшен ташланы, аптырап ҡарап торҙо ла бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә кухняға олаҡты, шунда ултырған улы менән шым ғына нимәлер тураһында гәпләшә башланы. Зәлиә залда ҡалды, телевизор алдындағы диванға ултырып бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәрән уйҙарға батты. Шул арала киске эңер килеп етте, ҡыҫҡа көн урынына төн ҡанаттарын йәйҙе.
Марс зал яғына башын тығып ҡараны, диван аша Зәлиәнең түбәһе күренеп тора. Әллә уйланып ултыра, әллә йоҡлай – белеп булмай. Марс әсәһе менән планлаштырырға һөйләшкән боҙоҡ уйын ошонда уҡ атҡарырға булды. Туҡмас таяҡтың еллерәген алып, залға сыҡты һәм Зәлиәнең түбәһенә бер-нисә тапҡыр ултыртты. Ҡыҙ иҫһеҙ ауҙы.
- Әсәй! Ул үлде, шикелле, көлтә кеүек ауҙы. Нишләйбеҙ?
- Нишләйбеҙ, нишләйбеҙ. Бар, машинаңды терелт! Урманға алып барып ташларбыҙ ҙа ҡар менән күмеп китербеҙ.
- Машинаның аккумуляторы эшкинмәй, сығып этеп ебәрмәһәң булмаҫ!
-Эшкинмәгән! Ғүмер буйы һыңар машинаңды ла йүнләп тота алманың! Әйҙә! Шәберәк тышҡа!
Улар парлашып тышҡа сығып йүгерҙеләр.
Тап ошо ваҡытта ҡыйшайып төшкән Зәлиә шыла барып дивандан иҙәнгә ҡолап төштө һәм тән ауыртыуҙанмы, әллә башҡа сәбәптәнме иҫенә килде. Көслөк менән тороп тирә-яғына күҙ һалды һәм зиһене менән барыһында аңланы. Былар минән бик йәһәт ҡотолорға уйлағандар түгелме? Эйе шул! Ҡайҙа улар? Әһә! Тышта, урам эсендә булырға тейештәр, сөнки тышҡа сығып йөрөгән ишек яртылаш асыҡ тора.
Нишләргә! Ул икенсе яҡҡа, урам тышына ҡарап торған тәҙрәгә күҙ һалды һәм берҙән-бер дөрөҫ булған ҡарарға килде. Ишек төбөнә барып аяғына кейҙе, шунда ғына торған еңел куртканы тәненә тартып тәҙрәне асты һәм тышҡа ырғыны. Бөтә булған маҡсаты берәй машинаға ҡунаҡлап ҡалаға ҡарай ынтылыу, артабан нисек булыр - күҙ күрер әле...
Ҡыш – ҡыш инде, бейетә генә. Еле үтә һуғып тормаһа ла куртка кәрәкле йылылыҡты биреп еткермәй. Баш кейемен дә кейергә лә онотҡан икән, тағы аҡса һалып алырға ла башына килмәгән. Хәҙер ҙур түҙемлелек менән юл ыңғай булған берәй машина көтөргө ҡалды инде...
Бер-нисә ауылға аҙыҡ-түлек таратып бөтөп, ҡалаға ҡарай елдергән “Газель” машинаһын йөрөтөп барыусы Фирзар юл ситендә ҡул күтәреп торған ҡыҙ һынын әллә ҡайҙан уҡ абайланы. “Нишләп бындай һыуыҡ кистә бик еңел генә кейеп алған был йәш кеше? Хатта баш кейеме лә юҡ” – тип уйлап алды ул, - моғайын, өшөп торалыр инде, мотлаҡ ултыртып алырға кәрәк.
Машина туҡтау менән өшөй башлаған Зәлиә бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә тиҙ генә машинаға инеп ултырҙы.
- Һаумыһығыҙ! – тип сәләмләне уны Фирзар. – Ҡалаға ҡарай юл тотоумы?
- Эйе, - тип яуапланы ҡыҙыҡай ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән.
Ҡалаға тиклем юл тулы тынлыҡта үтте. Бына урам уттары күҙгә салынды, беренсе ултырған өйҙәргә килеп еттеләр.
- Һеҙҙе ҡайһы тирәлә ҡалдырайым? – тип Зәлиәнән һораны машина хужаһы.
- Әллә инде, ҡайһылай тип әйтергә лә белмәйем, - тип яуап бирҙе ҡыҙыҡай, - дөрөҫөн әйткәндә, минең барыр урыным юҡ, - тип өҫтәне ул һәм артабан тыйыла алмайынса һығылып ҡына илай башланы.
- Бына һиңә мә? Улай ҙа була икән дә баһа! Йә, ярай, миңә барып ҡунырһың әлегә, ә артабан күҙ күрер.
- Өйөгөҙҙә һеҙҙе кем көтә?
- Берәү ҙә көтмәй, бер үҙем йәшәйем мин. Йә, барырға ризаһыңмы?
- Эйе.
- Улайһа танышып алайыҡ. Мин Фирзар булам. Егерме биш йәштәмен. Ата-әсәм юҡ. Һеҙҙең исемегеҙ кем?
- Зәлиә. Минең дә атайым һәм әсәйем гүр эйәһе булдылар.
Квартираға ҡайтып етеп, сәй эсеү башланғас та Зәлиә асылып китеп үҙ хәлен бәйнә-бәйнә һөйләп ташланы. Фирзар ҙур иғтибар менән тыңланы, барыһын да аңланы, буғай, ул ҡыҙға ул кисекмәҫтән ярҙам итергә булды.
- Бөгөнгә ял итеү хәйерле булыр һиңә, Зәлиә. Минең адвокат булып эшләгән дуҫ бар, элекке класташ. Иртәгә шуның менән кәңәшләшербеҙ, мәсьәләң ыңғай хәл ителер тип уйлайым.
Адвокат Камил Ишморатов менән һөйләшеү кафе бинаһында үтте. Йорт асҡысы менән өйҙөң документтары Зәлиәлә булмай сыҡты. Ишмортовтың тырышлығы арҡаһында интернет аша был кәрәкле документтар ҡулға төштө. Ошоларҙан һуң өсәүләшеп ауылға юл тоттолар.
- Беҙҙең өҫтә ауылығыҙға барып етеп, теге икәүҙе өйҙән ҡыуып сығарыу бурысы тора. Әгәр тыңламаһалар полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итербеҙ.
Ләкин өйҙә берәү ҙә булмай сыҡты. Ишек шаҡылдатыуҙан бер файҙа ла булманы. Зәлиә үҙе асып сыҡҡан тәҙрәне ҡарарға китте. Әмәлгә ҡалғандай уныһы шул асыҡ көйө торған булып сыҡты. Ҡыҙ кеше тәҙрә аша инеп ишекте асты һәм ҡалғандарҙы ла керетте. Урамда еңел машина ла, өйҙә Хәлимә менән улы Марс та булмауы асыҡланды. Улар яуаплылыҡтан ҡурҡып ҡасып киткәндәрҙер, тигән фекер артабан ысынбарлыҡҡа тап килде.
Был юлы мәшәҡәттәр ыңғайлыҡ менән тамамланды. Зәлиә уҡыуын артабан дауам итте һәм имтихандарҙы уңышлы тапшырып, бакалавр баҫҡысын тамалап ҡуйҙы. Фирзар Зәлиәгә ҡалала магазин системаһын булдырып, әлегә ике кибет асып эште башлап ебәрергә ныҡ ярҙам итте, сөнки был эш менән шөғөлләнер өсөн осһоҙ-ҡырыйһыҙ документтар кәрәк булып сыҡты. Ә бер-нисә айҙан һуң улар өйләнеште. Ауылдағы ата йортон һатмаҫҡа булдылар, ул яңы ғаиләгә дача өйө булып хеҙмәт итә башланы.
Шулай итеп, “бай ҡыҙы” атаһының эшен үҙенә алды һәм эшҡыуарлыҡ менән артабан шөғөлләнергә ҡарар итте. Хәҙер уның эргәһендә олоғара таянысы ла бар ине. Ошондай тыныс шарттарҙа эш итеү, имен-һау һәм маҡсатлы үҙе үк йәшәү бәхет түгелме ни?
Ләкин тыныс шарттарҙағы тормош күпкә бармайынса бер яғы кителгәндәй булды. Фирзар мобилизацияға эләгеп, бер-нисә ай әҙерлек үткәндән һуң күрше республикаларҙы яҡлашыр өсөн шунда ебәрелде. Зәлиә бындай хәлдең килеп сығыуын көтмәгәйне. Ул бында үҙ эше менән тырышып булышырға ҡарар итте һәм иренең нисек кенә булһа ла тере ҡайтыуын теләп, кистәрен, эштән бушаған ваҡыттарҙа, дини брошюралар һатып алып, доға аяттары уҡып өйрәнеп алды һәм шулай итеп үҙенең тынысһыҙ күңелен баҫыр булды. Артабан тормоштоң нисек булырын ул әлегә аныҡ ҡына итеп күҙ алдына килтерә алмай ине әле..