Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Их, еңгә... Хикәйә

Ауыл халҡы бот сабып һөйләне был хәлде. Кемеһелер көлдө, кемеһелер үсәне, кемеһелер йәлләне. Әсәйем йәнә еңгәне ҡарғап, ишек алдында илап йөрөнө, әрпеш Рәйхана еңгә тантана итте, атайымдың йөҙө ҡара янды. Каникул тамамланған мәл ине, мин сумка йыйҙым.    

Их, еңгә...                           Хикәйә
Их, еңгә... Хикәйә

Их, еңгә... Еңгәбеҙ, Ирек ағайымды ташлап, йәнә йәшәгән йорттарынан ҡубарылып сығып китте. "ГАЗель" саҡыртҡан да һыпыртҡан ата-әсәһе йәшәгән күрше ауылға. Инде нисәнсе тапҡыр... Был юлы тәҙрә ҡорғандарын гардиндары менән ҡуша йолҡоп алған, ти. Улай булғаны юҡ ине әле.
Ирек ағай йәнә башын эйеп беҙгә килде. Мин ишек алдында кер саям, атайым тупһала тәмәке көйрәтә, әсәйем мунса менән өй араһында кәләп һала.

– Тағы ҡайһы ерең оҡшаманы шул һәпрәгә? – тип сар-сор итеп ҡала әсәйем, ағайымдың, пеләш башын эйеп, ҡапҡанан инеп килә ятҡанын күргәс тә. – Күрә алманы шул бисә баламды, мир алдында хур итте, сәскенәләрен ағартты...
– Туҡта әле, әсәһе, һамаҡламай тор. – Атайым өй эсендә иң тыныс кеше һанала. – Тағы нимә булды, улым?
– Юҡтан ғына талаш сығара бит Сәриә. Эштән һуң ҡайтаһың, ти, мине яратмайһың, һинең менән йәшәйәсәгем юҡ, ти... – Йыуаш ағайым, ғәҙәтенсә, мығырлап ҡына һөйләй.
– Күңеле әллә нишәп һыныҡ булды шул Сәриә килендең, буштан ғына күңеле кителде, күҙе шәмәрҙе. – Атайымдың эсе бошоп китте.
– Бисәне ҡыҙҙан алырға кәрәк ине, үҙең бит кеше ҡатынына ымһындың... – Әсәйем сәсрәп тағы ниҙер әйтергә уҡталғайны ла, тупһа төбөндә ултырған ҡатыҡ тулы кәстрүлгә абынып, тәкмәс атты.

– Ҡороғор, бынауы Рәйхана килендән дә рәт сыҡманы, кем ҡашығаяҡты ергә ултырта, аҡты әрәм итеп...
Ҡәйнәһенең әсе һөрәнләүен ишеткән Рәйхана еңгә ауыр кәүҙәһен туйтаңлатып, йәшенеп тыңлап торған еренән тора алмай өйәҙәгән әсәйемә ташлана, торғоҙа, ҡултыҡлап өйгә индерә...
Их, еңгә... Ирек ағай тағы зарланды, әсәйем тауышы ҡарлыҡҡансы Сәриә еңгәнең тетмәһен тетте, атайым өндәшмәй генә Рәйхана еңгә менән Азат ағайҙың тыуасаҡ сабыйҙарына сәңгелдәк яһауын белде. Минең дә эсем бошоп китте. Эй, бынауы Сәриә еңгәне! Әллә ниңә, юҡтан ғына тауыш сыҡһа, тейәнеп сыға ла китә. Ғаилә ҡорғанда аҡсаһы ла, ир наҙы ла, иғтибары ла етмәйҙер инде ҡатын-ҡыҙға. Иреш-талашһыҙ ҙа тороп булмайҙыр. Тик ниңә үсеккән бала ише өйҙән сығып китергә? Атайым Сәриә еңгәмде йәлләй, күңеле китек бит ул баланың, тип ебәрә. Ысынлап та, әллә ниндәй гелән һағышлы ул Сәриә еңгә. Ҙур ҡара күҙҙәре лә хатта йәшләнеберәк тора кеүек. Ағайыма тиклем Өфөлә бер шағир шәрәмәте менән ҡатынлыҡта булған, тип шыпырт ҡына һөйләгәйне берҙе әсәйем. Шағирҙың мәңге иҫереклегенән, аҡсаһыҙлығынан туйып, йәнә шулай уҡ ҡубарылып, беҙҙең ауылға уҡытыусылыҡ итергә килгәйне дыуамал Сәриә еңгәм. Ағайымды осратып, кейәүгә сыҡты, тәүҙә беҙҙә йәшәнеләр, һуңынан, Рәйхана еңгәм менән талашҡас, башҡаланып сығып киттеләр. Шағир менән тороуының бер шауҡымы тороп ҡалғайны – ул һәр ваҡыт ағайымды, ғауғалашҡанда, алкаш, ялҡау тип тиргәне, иҫке ғәҙәте буйынса. Ни ғәләмәттер – ағайым эсмәй ҙә, тартмай ҙа, аҡсаһын да эшләй...
Их, еңгә... Мин йәнә уйҙарыма сумам. Рәйхана һинән күпкә йәшерәк булһа ла, Азат ағайыма йыл һайын бала тапһа ла, шарылдағыраҡ тауышлы әсәйемә түҙемлеге менән ярап торһа ла, иң яратҡан еңгәм һин бит. Хатта дыуамаллығың да оҡшай миңә, тик ҡайһы саҡ хаттин ашып китәһең.
Теүәл бер аҙнанан ғүмерҙә эсмәгән Ирек ағайым, урам буйында, әсәйем әйтмешләй, әҙәм көлдөрөп эсеп йөрөгәндән һуң, йәнә беҙгә килде. Ҡырынған, йыуынған, таҙа күлдәген кейеп алған. Ни әйтерен алдан уҡ белеп торам.

– Киттек, Фаягөл. – Ошо тәңгәлдә ағайым гел тамағын ҡыра. – Сәриәне алып киләйек, үҙе ҡайтмаҫ ул, ҡалаһына сығып китер...
Миңә ҡапыл ағайым йәл булып китте, Сәриә еңгәмә асыуым ҡабарҙы. Ниңә ул минең яратҡан ағайымдың быуынына төшә, йөҙөн йырта, битенән көлә? Еңгәмде алырға күпме барҙыҡ, күпме ҡоҙаларҙан әрләнеп ҡайттыҡ. Әйтерһең, улар беҙҙе бәлеш бешереп көтөп тора! Ҡайтыуын ҡайта ул еңгәм, тик беҙ ҙә ерле юҡҡа кешенән әрләнеп йөрөргә тинтәк түгел дә.
– Бармайыҡ, – тим мин, бер ҡарарға килеп. – Һин инәлеп йөрөмәһәң, үҙе ҡайтыр әле.
Ирек ағайым күҙҙәрен селт-селт йома, сәңгелдәккә һырлап биҙәк яһап ултырған атайымдың ҡулынан бәкеһе төшөп китә, хатта әсәйем аптырауынан усы менән ауыҙын баҫа. Баянан бирле аласыҡ ҡырында хәбәр тыңлап, йәшенеп ҡарап торған Рәйхана еңгәкәйҙең генә ҡыуанысынан сәпәкәй һуҡҡанын шәйләп ҡалам.
– Һин, ағай, ҡалаға барып, сәсеңде алдыр, йүнле кейем ал. Хәбәре ишетелер әле, эсеп, илап йөрөй икән, тип уйламаһын. Унан, һин килмәгәс, үҙе ҡайтыр.
– Ә ҡайтмаһа? Икеһе ике яҡтан турһайып, хатта башҡа ғаилә ҡороп, тәүгеләрен онота алмағандар тураһында ишеткәнең бармы һинең? – Атайым, ғәҙәттәгесә, еңгәне яҡлай. – Сәриә – нескә күңелле бала. Хис-тойғо менән шаярырға ярамай, башың йәш әле һинең ундай кәңәш бирергә...

– Кешенең ғорурлығы менән дә уйнарға ярамай. – Мин ултырған еремдән ҡалҡынам. – Барһаң, ағай, үҙең бар.
Их, еңгә... Ул кис ағайым йәнә урам буйында эсеп йөрөнө, һуҙып-һуҙып йырҙар йырланы, иҫке гармунын бысҡылдатты. Ә иртәгәһенә, таң беленеү менән, уның ҡалаға юлланғанын күргәндәр. Барыһын да минеңсә эшләгән – сәсен алдырған, үҙенә шәп костюм алған, хатта ир-ат одеколонын да онотмаған.
Ауыл халҡы бот сабып һөйләне был хәлде. Кемеһелер көлдө, кемеһелер үсәне, кемеһелер йәлләне. Әсәйем йәнә еңгәне ҡарғап, ишек алдында илап йөрөнө, әрпеш Рәйхана еңгә тантана итте, атайымдың йөҙө ҡара янды. Каникул тамамланған мәл ине, мин сумка йыйҙым.
...Оҙаҡламай Сәриә еңгә хәбәр ебәргән – “Ирек ҡаршы алһын”. Иртәгә Өфөгә юлланам тигән көндө еңгәм шул уҡ ГАЗель менән кире ауылға килеп төштө. Кемдер ағайымдың кейенеп-яһанып йөрөгәнен еткергән, яңы костюм алғанын да үҙенсә юраусылар табылған шикелле. Ошо килеүенән еңгә башҡа ҡайтам тип ауыҙын да асманы, иллә-мәгәр минең менән араны өҙҙө, һөйләшмәҫ, серҙәре менән бүлешмәҫ булды. Кемдер ағайға аҡыл өйрәтеүемде аңғартҡан, ахыры, бәлки, ауылсыларға яратҡан Рәйхана таратҡандыр, бәлки, яндырайыраҡ холоҡло әсәйем әйтеп ысҡындырғандыр.
Шунлыҡтан, Ирек ағайҙарҙың өйҙәре янынан үткән саҡта, еңгәмдең алсаҡ йөҙөн, күңелсәк холҡон, ҡасандыр миңә үтә яҡын кеше булғанын иҫләйем дә, бер уфтанып, бер теге ваҡиғанан һуң ағайым менән баҫылып йәшәп киткәндәренә һөйөнөп тә ҡуям. Атайым уларҙың ғаиләһенә инселәп яңы сәңгелдәк яһай башланы әле, иншалла. Кем белә, еңгәмдең күңеле берәй ваҡыт йомшарып та китер, мине кисерер... Яратам бит мин еңгәмде, сибәрлеге, уңғанлығы, дыуамаллығы өсөн. Их, еңгә...

Ләйсән МАРАҠАНОВА.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: