Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡы йәйғор (хикәйә)

- Әсәй, бөгөн Рәжәп хыянат итте. Мин уны ғәфү итә алмайым.  - Ҡайҙан беләһең? Һин бит әле уны күрмәгәнһең дә, -- Фәимә шомлана төштө.  - Төшөмдә күрҙем. Сәлиә менән ине улар...  - Кит, төшкә ышанып бәхетеңдән ҡолаҡ ҡаҡма!  - Мине төштәремдең алдағаны юҡ әле.  - Кейәү килһен әле, һөйләшеп аңлашырһығыҙ. Ашыҡма!     

Ҡышҡы йәйғор (хикәйә)
Ҡышҡы йәйғор (хикәйә)

- Ҡара әле, һинең миңдәрең ҡалай күп. Миңә лә бир әле! - Рәлиә әхирәтенең тәнендәге миңдәренә текләне. 

- Ал һуң, белгең килһә, улар бер ниндәй ҙә матур түгел. Бөтә йөҙөмдө йәмһеҙләп тора шунда. Мөмкинлек булһа барыһын да бирер инем, шатланып, - Сәлиә хатта ауыҙын  тумһайтып ҡуйҙы. 

- Әйҙә мин уны ошолай итеп үҙемә йәбештереп ҡуям, - тип Рәлиә Сәлиәнең ҡулындағы икәүҙе, битенән, муйынынан бер-нисәне үҙенә алып "йәбештерҙе". Ике ҡыҙсыҡтың уйынын әсәйҙәр -- Фәимә менән Сәйҙә бүлде, ҡайтырға ҡушты. 

- Хуш, иртәгә ошо миңдәр юҡ булмаһамы! 

- Хуш-хуш! Иртәгә шул миңдәр миңә күсеп тормаһамы! 

Ошолай ике әхирәт хушлашты. Иртә таң менән Рәғиҙә ҡулына ҡарай һалды. Унда... Сәлиәнең миңдәре тора ине! Һикереп тороп ишек төбөндәге көҙгәгә йүгерҙе. Ул арала  әллә атаһы, әллә әсәһе юлға ҡуйған ултырғысҡа эләгеп ҡоланы. Аяғын ауырттырып та өлгөрҙө. Тик иларға ғына ваҡыты юҡ. Көҙгөлә уны икенсе, миңле Рәлиә көтә ине. 

- Рәлиәәә! Рәлиәәә! Тегеләр юҡ булған бит! - ашығыуҙан эләгә-һөрлөгә Сәлиә килеп инде. 

- Эйе шул, миңә күскән, - тине аптырап ҡалған килеш. Кисә ул шаяртып ҡына, әхирәтенең күңелен күрер өсөн генә алғайны бит. - Килешәме? - тип ҡаушап ҡына һорай  ҡуйҙы. 

- Ғәләмәт килешә! Һин шул тиклем сибәрһең. 

- Ярай улай булғас, - тип кенә яуап бирә алды. 

- Рәлиәү, әйҙә ошоларын да ал! - тине бер аҙ өнһөҙ торғандан һуң Сәлиә. 

- Юҡ инде әхирәт! Хоҙай биргән бүләгең үҙеңә лә ҡалһын, - тип һүҙҙе шаяртыуға бороп маташты. Әммә Сәлиә ныҡышыуын дауам итте. 

- Ярай инде, ошоноһон ғына алам да, башҡаса һораһаң, һин миңә әхирәт түгел, - тине Рәлиә ҡаты ғына. 

Рәлиә менән Сәлиә бала саҡтан айырылмаҫ әхирәттәр булып үҫте. Шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла уртаҡ булды. Үҫеп буй еттеләр, кис уйынға ла бергәләшеп сыҡтылар.  Ҡарашы ут сәсеп торған Рәғиҙәгә иң мөһәбәт кәүҙәле, ҡыҙҙарҙың төн йоҡоларын урлаған Рәжәп “үлеп” ғашиҡ булды. 

- Рәлиәкәй, беҙҙең хатта исемдәребеҙ ҙә оҡшаш. Әйҙә минең менән бейергә төш, - тип ул ҡыҙҙың алдына килеп баҫты. 

- Әйҙә һуң, - тип яуапланы артыҡ ҡыланып тормайса. Тиҙҙән был икәү араһында мөхәббәт уты ҡабынды. Күл буйында ла бергә йөрөнөләр, ауыл урамдарын ҡыҙырып  сыҡтылар. Ата-әсәләре лә ихтирамлы кешеләр булғанғамы, Рәлиәнең уҫал атаһы бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Яусыларҙы хөрмәтләп ҡунаҡ итте. Туй көнө лә билдәләнде. Ауылда көнсөлдәр төрлө ғәйбәт тә таратып маташты. Тик улар ҡамасаулай алманы. Йәшен тиҙлеге менән барған был бәйләнеш ике йәш йөрәктең ҡауышыуы менән тамамланды.  Туйҙа кәләштең уң ҡулы - йәғни шаһиҙә булырға Рәлиә һис икеләнеп тормайса Сәлиәне саҡырҙы. 

- Яңы иҫеңә төштөммө? Һинең бит хәҙер Рәжәбең бар. Әхирәт һиңә нимәгә ул! - тип Сәлиә уҫал ҡаршы алды Рәғиҙәне. 

- Һин нимә? 

- Нимә түгел, мин кеше! 

- Әллә үпкәгәнең инде. Йә ярай, тумһайма. Мин һине шаһиҙә булырға саҡырырға килдем. Әгәр теләгең юҡ икән, ғәфү ит, мин китәм, хуш! - тине етди тауыш менән үҙе лә  һиҙмәйсә. 

- Туҡта! Мин... ней, шаярттым ғына. Үҙең бит мине бөтөнләй онотоп ташланың. Кейәүгә сыҡһаң, күрешеп тә булмаҫ инде, - илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Сәлиә. 

- Иҫәркәй, һин һәр саҡ минең яҡын әхирәтем булып ҡаласаҡһың. Бәпесем тыуғас, килеп ҡарашырһың да әле, - тип Рәлиә лә күҙ йәштәрен һөртөп алды. 

Туйҙан һуң йәштәр Өфөгә юлланды. Рәжәп эшләгән завод ятағынан бер бүлмә лә бирҙеләр. Үҙҙәренсә уны биҙәп, еңелсә ремонт та эшләп алдылар. Бер карауат, өҫтәл, ике  ултырғыс - булған йыһаздары инеп ҡунаҡланы. Әммә был ике йән үҙҙәрен шул тиклем бәхетле тойҙо. Ғүмер буйы ошолай иңгә-иң терәп йәшәр төҫлө тойола ине. Рәлиә  буйға уҙҙы. Быны белгән ире һөйөклөһөн ҡулында ғына алып йөрөнө. 

Шулай бер көн был бәхетле ғаиләгә килеп ишек шаҡынылар. Унда шат йылмайып Сәлиә баҫып тора ине. Рәлиәнең ҡыуанысының сиге булманы. Яҡын әхирәте менән төн  буйы сөкөрҙәшеп сыҡтылар. Баҡтиһәң, Сәлиә Өфөгә эш эҙләп килгән икән. 

- Әлегә эш, фатир тапҡансы һеҙҙә йәшәп торһам буламы? 

- Һорайһың, әлбиттә була! -- Рәлиәнең шатлығының сиге юҡ ине. 

Силиәгә өйҙәге берҙән-бер карауатҡа урын йәйеп бирҙеләр. Үҙҙәре иҙәнгә ҡунаҡланы. Рәжәп иртә таң менән эшкә юлланды. Әхирәттәр төшкә тиклем йоҡлап, сәй эсергә  ултырҙылар. Өй хужаһы төшкө ашҡа ҡайтып торманы. Һуңғы арала гел генә эсе бошҡан кәләшенә ҡамасауларға теләмәне. Тамаҡ ялғап алғас, Рәлиә Сәлиәне ҡала  урамдары буйлап алып йөрөнө. Киноға ла барып килделәр. 

- Эште иртәгә таң менән эҙләй башларһың, -- тине Рәлиә әхирәтенең бер аҙ күңелһеҙләнә төшкәнен күреп. 

- Көнләшәм мин һинән. Эш тә эҙләр кәрәкмәй. Ана, Рәжәп һине нисек ҡулында ғына алып йөрөй. Миңә ҡалһа, үҙемә генә ышанырға тура килә. 

- Юҡты һөйләмә, һинең дә юлыңа осрар әле берәй “Рәжәп”. Ул минекенән дә шәберәк булыр. Кеше бәхетенә көнләшмә, үҙеңә бәхет телә! -- тине Рәлиә. 

Икенсе көн дә әхирәте мыжып үткәрҙе, эш эҙләргә лә уйламаны. Шулай ай үткәс, эштән ҡайтҡан Рәжәп: 

- Сәлиә, беҙҙә өйрәнсеккә эшкә алалар. Башта эш хаҡы яртылаш ҡына түләнә, унан һынау срогы үткәс, арта. Ятаҡтан урын да бирелә, -- тине. 

- Эйе шул, Сәлиә, әйҙә барып ҡара, -- тине әхирәтенә эш табылыуға шатланған Рәлиә. 

- Ҡотолорға теләнегеҙ инде. Ятаҡтан урын, ярты эш хаҡы түләнгән ауыр эш... Ярай, башҡа барыр ерем юҡҡа ғына ризалашам, -- тине ул ауыр көрһөнөп. 

Икенсе көн Рәлиә ире менән әхирәтен эшкә оҙатып ҡалды. Йомшаҡ карауатҡа ятып ял итергә булды. Юғиһә иҙәндә ятып биле ауырта башлағайны. Тәүге тапҡыр әхирәтенән ялыҡҡанын тойҙо. Рәхәтләнеп ял иткеһе килде. Ул арала ишек шаҡынылар. Иренеп кенә торҙо ла ишекте асып ебәрҙе. 

- Мине эшкә алманылар. Ҡайҙа барам инде. Ауылға кире ҡайтыуы ла оят. 

- Тик ултырма һуң, бар сыҡ, төрлө ойошмаларға ин. Йә булмаһа, уҡырға булһа ла инеп ҡара. Һиңә берәү ҙә эште килтереп тоттормаясаҡ. 

- Әйҙә минең менән бергә бар. Ҡаланы бит бөтөнләй белмәйем, -- илай башланы. 

Ауыр көрһөнөп, Рәйлә кейенә башланы. Көн буйы бергәләшеп йөрөнөләр. Магазиндар ҙа ҡалманы, унан килеп һөнәрселек училищеһында туҡтап ҡалдылар. Әллә  уҡыусылар һаны тулмағанғамы, Сәлиәне алдылар. Документтарын ҡалдырып, ғариза тултырғанын көттөләр ҙә ҡайтыр яҡҡа юлландылар. Был мәл Рәжәп үҙенә урын тапмай  ине. Һөйөклөһө бигерәк йонсоп китте шул. Ҡайтыуына бәрәнге ҡурып ҡуйҙы. 

- Рәхмәт ҡәҙерлем, мин ятып ҡына торайым әле. Хәлем бөттө, -- тине ул. 

- Әллә ауылға ҡайтып киләңме? Ныҡ йонсоноң бит. 

- Һине ҡалайтып яңғыҙыңды ҡалдырайым. Сәлиә лә иртәгә таң менән сығып китә. Училищенан уға урын бирҙеләр. Өсәүләшеп шым ғына ашанылар ҙа һәр кем үҙ урынына  йоҡларға ятты. Сәлиә иртә менән сығып китте. Тағы бер айҙан Рәжәп Рәлиәне ауылға алып барҙы. Бер аҙнанан килеп алырға һүҙ биреп, ҡайтырға юлланды. Тик аҙна тамамланһа ла килмәне. Ике аҙна үтеп китте. 

- Әсәй, бөгөн Рәжәп хыянат итте. Мин уны ғәфү итә алмайым. 

- Ҡайҙан беләһең? Һин бит әле уны күрмәгәнһең дә, -- Фәимә шомлана төштө. 

- Төшөмдә күрҙем. Сәлиә менән ине улар... 

- Кит, төшкә ышанып бәхетеңдән ҡолаҡ ҡаҡма! 

- Мине төштәремдең алдағаны юҡ әле. 

- Кейәү килһен әле, һөйләшеп аңлашырһығыҙ. Ашыҡма! 

...Теүәл өс аҙна тигәндә Рәжәп килеп инде. Кәләшен ҡосаҡлап алмаҡсы булып үрелде. Әммә Рәлиәнең боҙ һалҡынлығын һипкән ҡарашынан ҡаушап ҡалды. 

- Ғәфү ит, эштән ебәрмәнеләр. Ял көнө лә эшләргә тура килде. 

- Аҡланма. Һин бит миңә хыянат иттең. Яҡын әхирәтем менән бит әле! 

- Ул үҙе әйттеме? Алдай бит ул! 

- Аҡланма, ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәрә бел! 

Рәжәп башын түбән эйеп сығып китте. Тик Рәлиәнең генә күҙҙәренән йәш тамманы. Әллә ни булды. Күңеле ҡатты ла ҡуйҙы. Ҡыштың һыуыҡ мәле. Бәпескә тә тыуырға  уйламай. “Ниңә сыҡһын инде ул, бында бит һыуыҡ ҡыш. Эстә йылы, -- тип уйланы ла йылмайып ҡуйҙы. -- Шулай ҙа сыҡ һин. Унда ҡараңғы, бында яҡты. Ер өҫтөндә ап-аҡ  ҡар ята”, -- тип үҙ алдына һөйләнә башланы. 

Декабрҙың буранлы бер көнөндә Артуры донъяға килде. Яңы йыл да етте. Ғәҙәттә был байрамдан олоһо ла, кесеһе лә мөғжизә көтә. Рәлиә өсөн Артуры үҙе үк мөғжизә  ине. Улын һөйөп туя алманы. Ул донъялағы иң бәхетле әсә. Был бәхетен бер ҡасан да, бер кем дә тартып ала алмаясаҡ. 

- Ҡайҙа бында бәпес? Күрергә буламы? -- алғы өйҙән таныш тауыш ишетелде. Артурын сәңгелдәгенә йәшерҙе лә ҡунаҡ ҡаршыларға сыҡты. 

- Нимә кәрәк? Мин һиңә улымды күрһәтмәйәсәкмен. 

- Һин нимә, үпкәләнеңме? Рәжәп аралашмаҫҡа ҡуштымы? 

- Бер кем дә бер ни ҙә һөйләмәне. Һин миңә миңеңде бирҙең, ә мин һиңә иремде бүләк итәм. Әхирәттәр улай ҡыланмай. Хуш бул, -- тип ярһып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Сәлиә ни әйтергә белмәй бер урында тапанып тора бирҙе. Унан бүләген иҙәнгә һалды ла сығып йүгерҙе. Рәлиә лә тынысланыр өсөн тышҡа сыҡты. Бәпес янына ярһып  инергә ярамай. 

Шулай бәләкәс менән булышҡан көндәр һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Тиҙҙән Артурға өс йәш тулды. Рәлиәләргә ике туған апайҙары – Зәлифә килде. 

Үзбәкстандан ҡайтҡан ҡәҙерле ҡунаҡ хөрмәтенә табын ҡороп ебәрҙеләр. Аҙна самаһы ҡунаҡ булғандан һуң Зәлифә Рәлиә янына инде. 

- Рәлиәкәй, әйҙә, минең менән. Беҙҙә аяҡ кейеме теккән фабрикаға өйрәнсектәр туплайҙар. Улыңды балалар баҡсаһына урынлаштырырбыҙ. Ҡурҡма, барыһы ла һәйбәт  буласаҡ, -- тине. 

- Әйҙә һуң. Миңә барыбер. Нисек булһа ла йәшәр кәрәк бит! Яңы ҡалала Рәлиәне яңы тормош көтә ине. Эше лә, йәшәр фатиры ла – барыһы ла булды. Ял көндәре улар  Артур менән үзбәк халыҡ театрына йөрөргә яраттылар. Уға айырыуса “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклендәге Мәрәһим ролен башҡарған актер оҡшай ине. Бигерәк оҫта уйнай.  Милләте ҡырғыҙ булһа ла үзбәктәрҙән айырылмай. Ташкент ҡалаһында үҙ кеше булып йәшәп алды ла китте. Зәлифә апаһы ла ярҙам итеп торҙо. Үҙе кеүек  башҡорттар менән танышып алды. Артур ҙа үҫеп буй етте. Тиҙҙән етенсе класҡа күсә. Элекке яралары ла онотолдо. Тик ярһыу күңелле Рәлиәнең тормошонда һәр саҡ  болотло көндәр етерлек булды. Үҙгәртеп ҡороу осоро йәш ҡатынды эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа итте. Рәлиә оҙаҡ уйлап торманы. Улының һәм үҙенең кейемдәрен йыйып алды ла Силәбе ҡалаһына юлланды. Ташкент тормошо тураһында һорашҡандарға: “Юҡ, беҙҙе кинолағы кеүек бер кем дә ҡыуманы. Эшләп йөрөнөк. Тик заказды әҙерәк бирәләр.  Эштә күберәк бушты бушҡа ауҙарырға тура килә ине. Эш хаҡы ла ныҡ кәмене. Ул ғына аҡсаға йәшәп ҡара!” -- тип кенә яуап бирҙе. Үҙе фатир алыу өсөн урам һепереүсе  булып эшкә төштө. Фатирлы булғас, сауҙа өлкәһендә үҙ эшен асты. Шәхси эшҡыуар булып китте. Ахыры үҙгәртеп ҡороу заманында башҡорттарға ғына түгел, ҡырғыҙҙарға  ла Ташкентта урын булмаған. Баҙарҙа итек тегеп һатҡандарҙың күбеһе тап шул милләт кешеһе ине. Теге үҙәкте өҙҙөрөп уйнаған актерҙы күреп, тағы бер тапҡыр аптыраны.  Тимәк, уға ла Ташкентта урын табылмаған. Йылдар шул рәүешле үтә торҙо. Рәлиә бар күңелен улына бирҙе. Башҡаса ир-атҡа уның тормошонда урын юҡ ине.  11 класты тамамлаған Артурын Өфөгә оҙатты. Яҡшы уҡыуы менән айырылып торған егет үҙе теләгән уҡыу йортона барҙы. Тиҙҙән уҡый башланы. Рәлиә лә улы артынан Өфөгә юлланды. Фатирын алыштырҙы. Ҡышҡы ҡояшлы көн. Һәр ваҡыттағыса Рәлиә баҙарҙа һатыу итә ине. 

- Әсәй, һин урыныңда тораңмы? 

- Эйе, нимә булып китте. 

- Китмә, мин хәҙер киләм. 

- Ярай һуң, -- тип телефонын һалып ҡуйҙы. Артур сәйер генә килеп инде. 

- Әсәй, әйҙә бөгөн иртәрәк ябайыҡ. Үҙем йыйыштырам, -- тине. Рәлиә улына буйһондо. Арендаға алған бутикты ябып, улының артынан эйәрҙе. Уларҙың ҡаршыһына атлап  килгән таныш һынды күреп туҡтап ҡалды. 

- Ҡышҡыһын йәйғор күргәнең бармы һинең? Күк йөҙөнә ҡара әле. Мөғжизә кеүек матур, шулай бит. Күпме йылдар үтте. Бер ниндәй ҙә хыянат булманы. Һине төшөң  алдаған. Бәлки ғәфү итерһең һәм беҙ өр-яңынан йәшәй башларбыҙ. 

Был Рәжәп ине. Күк йөҙөн дә, ысынлап та, йәйғор балҡый. Ямғыр... Уныһы өс кешенең күҙҙәренән тама. 

Эльмира Кейекҡужина. 

https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2022-12-05/ysh-y-y-y-or-hik-y-3058612
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: