Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Роза (Хикәйә)

Буран йырып әкрен генә алға барабыҙ. Юлдың ике яғына ла бейек итеп көрт һалған ыжғыр ел үтәнән-үтә өрә, алдыбыҙҙа 10 метрҙан артыҡ ер күренмәй. Бер техника үтерлек тар ғына итеп трактор таҙартҡан юлды яйлап, әммә ышаныслы рәүештә ҡар ҡаплай.    

Роза (Хикәйә)
Роза (Хикәйә)

Алдан үткән машинаның бураҙнаһы буйлап яй ғына барам. Шул мәл уң яҡта ниндәйҙер шәүлә күренеп ҡалған һымаҡ булды.

Ҡатыным да: "Ҡарале, юл ситендә машина тора шикелле, берәйһе боҙолмаған микән?" – тип борсолоу белдергәс, артҡа сигенә биреп туҡтаным. Сығып ҡараһам, юл ситендәге көрттө йырып яһалған "кеҫәлә" сағыу төҫлө бер бәләкәй машина ултыра, салонда уты баҙлай.

 Тәҙрәгә шаҡығас, руль артында ултырған йәш ҡатын ишеген асты.

 – Һаумыһығыҙ, баттығыҙмы әллә?

 – Сәләм! Берәүҙе үткәрәм тип ситкә боролғайным, кире сығып булманы ла ҡуйҙы. Улыма шылтыраттым, тиҙҙән килә ул.

 – Уны көткәнсе һеҙҙе көрт баҫасаҡ, әйҙә, ярҙам итәйем.

 – Һм-м... Һеҙҙе тиһеңме?.. Ярай.

 Трос менән тарттырғас, машина тиҙ сыҡты. Ҡорос арҡанды ысҡындырған саҡта ҡатын машинаһынан сығып яныма килде:

 – Рәхмәт һиңә, Илдус.

 Таныш тауышты ишетеп, кем икәнен аңлап ҡалдым да шаҡ ҡаттым:

 – Роза, һин? Нисек, ҡайҙан?

 Тик ул ҡабалана башланы, нишләптер һорауҙарыма яуап биреп торманы: “Юлды ҡапламайыҡ, хуш бул, социаль селтәрҙә мине тап” тип машинаһына ултырҙы ла буранда юғалды.

⠀***

 Роза, Роза... Йәшлегемдең сәскәһе... Беҙҙең бала саҡтағы тәүге танышыу шәптән булманы. Миңә 7-8 йәштәр тирәһе ине. Балалар сыр-сыу килеп тауҙан сана эйәбеҙ, шунда яңылышмы, әллә шаярыпмы, мин үҙемдән 2-3 йәшкә өлкәнерәк ҡыҙҙы төрттөрҙөм. Тауға кире менеп барғанымда шул ҡыҙ ҡыуып етте лә:

 – Һин нишләп улайтаһың, ә, хәҙер эләгә үҙеңә! – тип этеп йыҡты, кире торғайным, аяҡ салып көрткә сумдырып, елкәгә ҡар тултырҙы.

Мин алпан-толпан көрттән сығып торғанда ҡыҙыҡай әхирәте менән көлөшә-көлөшә тауға менә ине. Бер ерем дә ауыртманы, тик малайҙарҙың:

 – Әллә-лә! Илдусты ҡыҙҙар туҡманы, Роза апайҙан эләкте, – тип үртәгәндәренә йәнем көйҙө.

Мыршылдап, ҡысҡырып илай яҙып, Роза яғына уҫал ҡарап йөрөһәм дә, яҡын барырға шөрләнем...

 Икенсе осрашыу үҫмер саҡта, эҫе йәй көнө, бер үҙем урманға еләккә барғанда булды. Күнәк тотоп, урман юлы буйлап бара инем, мине арбалы ат ҡыуып етте. Дилбегә тотоп барған күрше ауылда йәшәүсе Айҙар, миңә нисәлер туған ағай, атын яйлатты:

 – Әйҙә, ултыр, ҡустым.

Арбала ағайҙан башҡа бер ҡыҙ ултыра ине, Роза икән, әллә эскән инде. Тик ул миңә иғтибар итмәне:

 – Айҙар, ну-у, һин мине яратам тинең бит, дөрөҫөн генә әйт, беҙгә еләк йыйыр кәрәк әле, мин бит еләккә сығам тип киттем, – тип, һөйләнә-һөйләнә ағайҙы артынан ҡулдары, аяҡтары менән ҡосаҡланы.

 Роза йоҡа йәйге күлдәктә ине, уныһы елгә елберҙәп, аяҡтарынан биленә тиклем күтәрелеп-күтәрелеп китә. Айҙар уға боролмай ғына:

 – Ә миңә көтөүгә барыр кәрәк, Роза, һин бит ирҙәрҙең башын үҙең теләгәнсә әйләндерәһең, теләгәнеңде эшләтәһең, – тип ҡоро яуапланы.

 Оҙаҡ барманыҡ, ул бер еләкле аҡлан янында атын туҡтатты ла, мин арбанан төшкәс:

 – Давай, ҡустым, һин беҙҙе күрмәнең, – тип урман төпкөлөнә боролдо.

 Дә-ә, еңгәй белеп ҡалһа, ағайҙың эштәр харап. Шул хәлдән һуң Роза минең үҫмер төштәремдә, фантазияларымда урын алды. Мәктәп йылдарында, артабан университеттың икенсе курсына тиклем, Розаны клубтамы, берәй байрамдарҙамы күрһәм дә, аралашыу сәләмләшеүҙән артманы. Уның тураһында төрлө имеш-мимеш ишетелә ине, боҙолоуы, теләһә кем менән буталыуы, ҡайҙалыр эшләп йөрөп бала табыуы хаҡында күп ишеттем, шул уҡ ваҡытта клубта ул онотҡанда бер генә күренде.

 Бер мәл яҡын дуҫ менән клубтан ҡайтып барғанда, ул картуф баҡсалары аша Розаларҙың өйө яғына боролдо.

 – Ҡайҙа киттең?

 – Роза менән осрашырға һөйләшкәйнек.

 – Һин нимә, шунан башҡа ҡыҙҙар бөткәнме?

 Дуҫым туҡтаны ла, миңә етди итеп:

 – Һин юҡ-бар ләститкә ышанма, "мин Роза менән булдым", тип һөйләгәндәрҙең күбеһе алдаша, булмағанды фәстерә, – тине.

 Бер нисә көндән дуҫымдың һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә үҙем шаһит булдым. Күрше ауылдан бер егет менән клуб алдында тәмәке тартып тора инем. Роза инеп килгәндә мин “сәләм!” тигәс, ҡыҙ ҙа яуап бирҙе.

 Розаның артынан ишек ябылғас, әңгәмәсем минән һораны:

 – Булдыңмы шуның менән?

 – Юҡ, ә ниңә һорайһың? – тим ғәжәпләнеп.

 Егет эре генә, һуҙа биреп хәбәрен теҙҙе:

 – Шәп, утты ҡыҙыу дөрләтә ул белгең килһә, ҡыңғырауҙарҙы бушатҡансы, – тип күҙ ҡыҫты.

 Ҡапыл клубтың ишеге киң итеп асылып китте, унан атылып сыҡҡан Роза егеткә ҡарап:

 – Ҡасан булды? – тип уҫал өндәште.

 – Нимә ҡасан булды?

 Роза һәр һүҙенә баҫым яһап һорауын ҡабатланы.

 – Мин нимә, календарҙа билдәләргә  тейеш инемме, иҫләмәйем, – тип ҡул һелтәне егет кеше ҡаушабыраҡ.

 Роза яҡыныраҡ килде:

 – Әйҙә әйт. Ҡасан, ҡайһы ерҙә?

 Маҡтансыҡҡа сигенергә урын ҡалмағайны:

 – Ну-у, теге, былтыр һабантуйҙан ҡайтышлай, урманда, иҫләмәйеңме әллә? – тигән булды.

 – Мин һинең менән бер тапҡыр медляк бейенем, шунан башҡа беҙҙең арала бер нимә лә булманы. Ә һабантуйҙарҙан мин нисә йыл инде иҫерек атайҙы һөйрәп алып ҡайтам, миңә бәйләнгәнеңде күрһә, үҙе һиңә менер ине, – тип Роза һәр һүҙенә баҫым яһап һеңдергәнсе әйтте.

 Егет “бисәләр менән һүҙ көрәштергәнсе” тип һөйләнә-һөйләнә тиҙ генә ҡайҙалыр китеп юҡ булды.

 Һуңғараҡ мин клубтан ҡайтырға сыҡҡан Розаға:

 – Теге маҡтансыҡты матур итеп урынына ултырттың да ул, – тинем.

 Роза атлаған еренән туҡтай биреп:

 – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер егеттәр ләститсе бисәләрҙән кәм түгел, булмағанды булды тип һөйләргә шәптәр, – тип яуапланы.

 – Тимәк алдайҙар, буш ҡалдым тип уйлаһам...

 Роза өндәшмәне, бешкән сейәләй һутлы ирендәренең осо менән генә йылмайҙы ла, хушлашып ҡайтып китте.

⠀***

 Өсөнсө курста, ҡышҡы селләлә, яңы йыл байрамдарынан һуң ялға ҡайттым. Кис клубҡа сыҡҡайным, мәктәп уҡыусылары ғына ваҡыт уҙғара ине, улары ла тиҙҙән ҡайтышып бөттө. Төпкө яҡта клуб мөдире апай менән Роза һөйләшеп ултыра. Күңелһеҙ. Мин, тәмәке тартҡан кеше булып, инеп-сығып, йәштәштәрҙең берәйһе килерме тип көтөбөрәк йөрөнөм, тик улар күренмәне.

 Клуб мөдире Розаға:

 – Бөтәһе лә ҡайтты ахыры? Эх, отоплениены ҡарап торор кәрәк берәй сәғәт, мин дә бикләп ҡайтыр инем, – тип көрһөндө.

 – Апай, әйҙә мин ҡарайым, аҙаҡ бикләрмен, асҡысты ишегегеҙгә элермен.

 – Эй-й, ҡайһылай һәйбәт булды әле, ярай, – мөдир, урынына тиҙ генә кеше табылыуына һөйөнөп, кире уйлап ҡуймаһындар тигән кеүек, шәп кенә йыйынып ҡайтып китте.

 Өйгә ҡайтып ятһам барыбер йоҡо килмәй, шуға Роза менән ауыл клубында ҡалдым. Икәү стеналағы плакаттарҙы ҡарап йөрөнөк, ауыл кешеләрен эләкләп көлөштөк, бер сәғәт тиҙ үтте.

 Утты һүндереп ишекте бикләп сыҡҡас, ҡыҙға:

 – Әйҙә оҙатам, – тип тәҡдим иттем, – бәйләнмәйем.

 – Бәйләнмәгәс ни, бар ҡайт, – тип көлдө лә, мине ҡултыҡлап алды.

 Уларҙың өйҙәре клубтан алыҫ түгел, үтеп китеп асҡысты мөдир апайҙың ишегенә элеп ҡалдырҙыҡ.

 – Минең ҡайтҡы килмәй, теләһәң йөрөп киләйек, – тине Роза шул саҡ.

 Мин әлбиттә ҡыуанып ризалаштым. Юҡ-бар һөйләшеп йөрөп ауылдың аҫҡы яғын ике-өс урағанбыҙҙыр, икебеҙ ҙә быймала, йылы өҫ кейемендә, ҡышҡы һыуыҡ һиҙелмәне лә. Мин интернет мөмкинлектәре, университеттағы лекциялар, сессиялар, Роза үҙенең мал ҡарауы, хужалыҡ эштәре, ағай-апайҙарына ярҙам итеүе тураһында һөйләне.

 Өйөнөң эргәһенә еткәс, мин ҡыйыуланып уны ҡосаҡланым, ҡыҙ ҙа миңә ынтылды, иреннә саҡ ҡына тейҙереп үптем. Ҡыҙ миңә бер төрлө аптыраған һымаҡ ҡараны

-Беренсе тапҡыр үбешәһеңме әллә?

Мин тегегә ҡаранымда, ситләшеп

-Юҡ, үпкәндә бар һәм башҡалар, нимә оҡшамай тағы?

Ҡыҙҙың ҡарашы йомшарҙы, ҡулымды тотоп

-Үбергә булғас, ҡыҙ ҡаршы түгел икәнен һиҙһәң матур итеп, ҡүңелен булғансы үп белдеңме?

Һүҙҙәрен әйтеп бөтөргә форсат бирмунем. Ҡапыл Розаны ҡыҫып ҡосаҡланымда һылашып үптем. Шунан ул кинәт кенә минән айрылдыла:

 – Оҙатыуыңа рәхмәт, – тип инеп тә китте.

Мин бер төрлө аптырап ҡарап ҡалдым.

Шулай башланды инде беҙҙең дөрләп үткән мәл. Роза менән осрашыуҙарҙы иҫкә төшөрһәм, төрлө уйҙарға батам. Айырым моменттарын иҫкә төшөрһәм, күңелем әле лә елкенеп китә.

***

Яҙғы байрамдарҙа осрашҡанда, Роза мине клубта күргәс тә ҡосаҡлап алды. Ауылда шул инде, ниндәй байрам булһа ла, тегендә-бында эсеп ултыралар, ә миңә улар менән ҡыҙыҡ түгел.  Розаға һауа һуларға сығырға тәҡдим иткәйнем, ул, клуб алдында һерәйеп торғансы урам буйлап йөрөү яҡшыраҡ, тине. Урамдарҙы ҡыҙырып, юлдағы күләүектәрҙе урай-урай һөйләшеп йөрөй торғас, беҙҙең өйгә еттек.

 – Әйҙә беҙҙең бәләкәс өйгә инәйек!

 Роза уйланып торҙо ла икеләнеп:

 – Һинекеләр уянмаҫмы? – тип һораны.

 – Беҙ шым ғына ултырырбыҙ.

 Ипләп кенә инеп бара инек, ҡапҡа эсендә бәйле эт бер генә өрөп ҡуйҙы. Мин уға:

 – Шым, Шарик, бөтәһен дә уятһаң, кәрәгеңде бирәм! – тип бышылданым.

 Роза көлмәҫкә тырышып, ауыҙын ҡулы менән баҫты. Ингәс, мин талғын музыка ҡуйҙым, карауатта ултырған ҡыҙҙы ҡосаҡланым. Ул мине ситкә этмәне, үбешә-үбешә бер-беребеҙҙе сисендерә башланыҡ. Роза диңгеҙ тулҡынылай миңә ынтыла ине... Иң ҡыҙыҡ мәлдә ул ҡапыл:

 – Тороп тор, ҡайҙа презерватив? – тип бүлдерҙе.

 Мин:

 – Ярай инде, бер нәмә лә булмаҫ әле, – тип түҙемһеҙләндем.

 Роза мине ситкә этеп тороп ултырҙы һәм:

 – Тәк, тыныслан, шуның менән тамам, – тип ҡырт киҫте.

 Әйткәненән сигенмәйәсәген белдереп, минең "ауырымайым" тигән һүҙемә ул, лекция уҡығандай, теҙеп китте:

 – Һин ҡайҙан беләһең, мәҫәлән, минең ҡасан, кем менән булғанды?Минең дә яңылыш ауырға ҡалып аборт эшләтеп һаулығымды бөтөргөм килмәй! Биш минутлыҡ ләззәт өсөн 15 һумыңды йәлләп, ғүмер буйы алимент түләгең киләме?

 – Ярай улайһа, әйҙә һөйләшеп кенә ултырайыҡ, тышта барыбер ямғыр яуа, – тип һүҙҙе икенсегә борҙом.

 Оҙаҡ ҡына яратҡан фильмдар һәм көләмәстәр һөйләшеп ултырҙыҡ. Өй бәләкәй генә, мейес көндөҙ яғылғас йылы, ҡосаҡлашып үбешеп тә алабыҙ.

 – Шунан, мине оҙатҡас нимә эшләйһең? – тип һораны Роза.

 Мин бер фильмдағы фраза менән яуап бирҙем:

 – Успокойся, Винсент, придешь домой и спать.

 – Эх Илдус, әҙер йөрөмәйһең. Сумочкамды алып бир әле... Мә, кире ҡайтарырһың, – тип Роза миңә презерватив тотторҙо...

 Беренсе яратышыуҙан һуң ял итеп алып, ҡыҙҙы тағы наҙлай башлағас:

 – Тәмле нәмә күп булмай, – тип мине туҡтатты...

⠀***

 Иртәгәһен мин универға юлландым, июндең урталарына тиклем ҡалала булдым. Розаны күп тапҡыр иҫкә төшөрҙөм. Ҡайтҡас та клубҡа, тиҙерәк Розаны күрәм тип сыҡтым. Унда ни, шул уҡ күренеш, мөйөштә музыка уйнай, ҡайһы бер ҡыҙҙар уртала бейей, кемдер стена буйлап эскәмйәләрҙә ултыра йә баҫып тора, бөтмәҫ хәбәр сурыталар. Розаны тиҙ таптым, ул бер егет менән һөйләшеп тора. Кәйефем ҡырылды, ҡоро ғына иҫәнләштем дә тышҡа сыҡтым. Бер аҙҙан Роза сығып арттан ҡосаҡланы:

 – Нисек хәлдәр? – тип муйындан үбеп алды.

 – Бара шунда, кем ул анау һинең менән һөйләшеп торған?

 Ҡыҙ минең ҡаршыға торҙо ла:

 – Ниңә мин һиңә отчет бирергә тейешмен, вәғәҙәләшкән йәрең түгелмен, шулай булғас тикшереп йөрөмә! – тип яуапланы.

 Һайт тигәнгә тайт яуап булды был. Йәнем көйһә лә, һиҙҙермәҫкә тырыштым:

 – Ысынлап та, ниңә һиңә бәйләнәм әле, беҙҙең арала мөхәббәт юҡ бит?

 – Эйе, ирекле мөнәсәбәт, бер кем бер нимә таптырмай. Әйҙә бейергә!

Ул клубҡа инеп юғалды. Ә мин, ирекле кеше, ҡайттым да йоҡларға яттым.

 Икенсе көн, дөрөҫөрәге төн, һуң булһа ла клуб яғына атланым, унда йәштәр ҡайтыша башлаған ине инде. Ҡаршыға Роза ла тап булды.

 – О, сәләм, мин был егет нимәгә үпкәләне икән тип баш ватам.

 – Һаумы, һиңә ниндәй үпкә булһын, дөрөҫ һүҙгә яуап табалманым.

 – Әйҙә йөрөп киләйек?

 – Әйҙә...

 Йәйге төндөң бар тереклек тынып ҡалған бер мәле ине, бөтәһе лә йоҡлай, беҙ шым ғына хәл-әхүәл һөйләшеп ауыл ситенә еттек, ҡыҙҙы бер ҡырҙараҡ торған өйҙөң ҡапҡаһы эргәһендәге эскәмйәгә саҡырҙым. Роза таҡта еүеш тип ысыҡ тамсыларынан өшәнеп ҡаршымда баҫып торҙо, мин уны биленән ҡосаҡлап ултырҙым. Асыҡ тәҙрәнән ир менән ҡатындың тауыштары ишетелә:

 – Унда кемдер йөрөй ахыры?

 – Йәштәрҙер. Йоҡла.

 Карауатта борғоланғандары ишетелеп ҡалды. Минең хәбәрҙе бүлдереп Роза:

 – Шы-ым! – тип бышылдап башымды ҡыҫып ҡосаҡланы. Мин уны алдыма ултырттым. Роза шундай һылыу, йәйге еңел күлдәктә, 90 йәшлек бабай ҙа ғашиҡ булыр!

 – Бында беҙҙе береһе лә күрмәй, ишетмәй, – тип, ҡыҙҙы иркәләй башланым.

 Роза икеләнде, шулай ҙа "зинһар шым ғына, исемдәрҙе әйтмәйбеҙ" тип бышылданы. Ғәҙәти булмаған урын, төн булһа ла, кеше килеп сығыр һымаҡ, был тойғо беҙҙең теләккә яңы дәрт бирҙе, Розаның ҡолаҡ эргәһендә тын алыуынан бөтә тәнемә яңы ләззәт тулҡыны тарала ине... Ҡуйы, йомшаҡ сиҙәмгә джинсовканы ташлап, ҡыҙҙы арҡаһы менән ергә һалғанда, тәҙрәнән карауаттың беҙҙең менән бер ритмдағы тауышын ишеткәндәй булдым...

 Бер нисә минуттан, икенсе урамдан теге “эш боҙған” өй яғына ҡарағанда, тупһала тәмәке утын ҡабыҙған ир шәүләһе төҫмөрләнә ине.

 Өйөнә тиклем оҙатҡас, Розаға бер ҡап презерватив тотторҙом:

 – Һиңә бурысым бар бит, мә.

Ул ҡулындағы әйбергә һирпелеп ҡараны ла:

 – Һин мине башҡаларҙан саҡ ҡына ла ҡыҙғанмайһыңмы? – тип күңелһеҙ генә һораны.

 – Юҡ, һин беҙҙе ирекле кешеләр тинең бит, ярай, һау бул.

⠀***

Йәй, йорт тирәһендәге мәшәҡәттәрҙән башҡа, күп туғандарыма өмәләрҙә ярҙам итергә тура килә. Ауыл ерендә физик көс талап иткән эш тулып ята шул, айырыуса йәй көндәре. Розаларҙың да хужалыҡ ҙур – иркен картуф баҡсаһы, бер нисә һыйыр, тиҫтәләгән ҡош-ҡорт – былар барыһы ла уның елкәһендә. Ҡыҙҙың бер ҡустыһы өйҙә, ҡалғандары айырым донъя ҡорған инде. Һәр йәй улар балаларын ата-әсәһе һәм улы менән йәшәгән Розаға ҡарарға ҡалдыралар. Шунлыҡтан беҙ көн дә осраша алманыҡ, бихисап ауыл мәшәҡәттәре кискә тиклем хәлде ала, иртәгәһенә лә таң менән торорға кәрәк. Минең дә, Розаның да йәштәштәре кейәүгә сығып йә өйләнеп донъя көтә йәки уҡыуҙа, ҡырҙа эштә һ.б. булғас, кистәрен беҙҙән йәшерәктәр генә ауыл урамдарын ҡыҙыра, эсеп йә ул-был йомош менән ситтән килгән ҡунаҡтарҙы һанамағанда. Ошо осорҙа, бер-ике аҙнаға,беҙҙең араға һалҡынлыҡмы, битарафлыҡмы ятты. Күңелебеҙҙе борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшергә ғорурлығыбыҙҙы үтә алманыҡ, аралағы мөнәсәбәтте асыҡларға ашыҡманыҡ.

 Бер кисте Роза мин клубҡа килгәнде күрҙе лә, янындағы егетте ҡултыҡлап:

 – Әйҙә, мине оҙат әле, ҡайтам, – тип алып сығып китте.

 Икенсеһендә мин берәүҙе ҡосаҡлап оҙаттым. Мин башҡаларҙы оҙатҡанда Розаның үҙен тотошон күреү ҡыҙыҡ ине. Бер ҡараһаң, күҙҙәрендә шаян осҡондар һикерә, икенсе ҡараһаң, ул шул тиклем моңһоу, эргәһенә барып ҡосаҡлап йыуатҡы килә. Күңелем һулҡылдай, әрней, ләкин уның менән асылып һөйләшергә көс табалмайым.

 Шулай ун көнгә бер тигәндәй юлдар тура килгән мәлдә Роза менән күрештек. "Ситтә йөрөүҙәр" тураһында ул да, мин дә ләм-мим, көндәлек хәбәрҙәр хаҡында һүҙ йөрөттөк. Оҙатып барғанда Роза күршеһең өйө янына еткәс:

 – Әйҙә бынауында инәйек, улар миңә асҡыстарын ҡалдырып ҡунаҡҡа киттеләр, ике донъя ҡарайым әле бына, – тине.

 Тик беҙ өйгә түгел, мунсаға индек. Мин Розаны һағынғайным, һығылмалы кәүҙәһен ҡыҫып ҡосаҡланым, ҡулдарының, аяҡтарының тығыҙ мускулдарын тәнемдә тойҙом. Ҡалҡыу түштәре, ҡояшта янған ҡарағусҡыл тәне ауыл мунсаһының тоноҡ яҡтыһында ап-аҡ булып күренә ине. Мунса йылы, кистән яғылған булған, күрәһең. Беҙ утты ҡуябыҙ тип өҫтәге лампочканы ярҙыҡ, ҡараңғыла яңылыш Роза мунса соланында эленеп торған миндектәрҙе төртөп төшөрҙө. Ҡара төндә был шау-шыуҙы кеше ишетмәһен тип хихылдашып, ҡаса-боҫа ҡайттыҡ.

⠀***

 Бер клубҡа сыҡҡанымда Роза юҡ ине. Осраҡлы ғына ҡунаҡ студент ҡыҙ менән таныштым, уртаҡ темалар табылып, оҙаҡ һөйләшеп торҙоҡ, вальс башланғас, үҙе бейергә саҡырҙы. Һуңынан мин уны оҙатып ҡуйҙым. Иртәгәһен кис клуб ҡаршыһында Роза мине:

 – Кисә күңелле йөрөгәнһең икән, – тип ҡаршыланы.

 – Отчет бирешмәйбеҙ тип һөйләштек тә? – тип уны үсекләп яуап бирҙем, килешеүҙе иҫенә төшөрәм, йәнәһе.

 Клубта мине кисәге ҡыҙ ҡыуанып ҡаршыланы. Эскәмйәлә һөйләшеп ултыра инек, "Аҡ бейеү!" тигәнгә әйләнһәм, Роза тора:

 – Илдус, мин һине аҡ бейеүгә саҡырам!

 Бейергә төштөк, Роза һыйынып ҡосаҡлай, ҡулдары менән елкәмде, арҡамды һыйпай башланы, етмәһә, муйынды үбеп маташа.

 – Нимә эшләйһең ул? – тип аптырап-ҡаушап ҡалдым.

 – Оҡшамаймы?

 – Оҡшай ҙа ул... Ғәм халыҡ алдында һыйпашабыҙмы ни?

 Розаның ҡулдары минең кейемдең эсенә лә инеп китте... Шул саҡ клубтың ишеге шап иткәнгә әйләнһәм, теге ҡыҙ урынында юҡ ине...

⠀***

 Бер кис, клуб артында байрам итеп, былай ғына оҙатҡан ҡыҙ компанияһы ултыра ине. Мине саҡырғайнылар, улар янына килгәс шундуҡ:

 – Роза, һин бит ҡаршы түгел? – тип берәүһе алдыма ултырып та алды. Оҙаҡ ҡына хәбәр сурытып унлап кеше һыйланып ултырҙыҡ, эсергә "күңел асҡысы" ла бөттө.

 – Ҡайзан алырға?

 Егеттәр өндәшеп өлгөргәнсе Роза:

 – Беҙҙә бар, Илдус аша ебәрермен, әйҙә, – тип мине үҙенә саҡырҙы.

 Розаларҙың өйөнә һөйләшмәй генә барып еттек.

 – Әйҙә картуфлыҡ аша инәйек, беҙҙекеләр ул яҡты ишетмәй.

 Шыптырлап ямғыр яуа башланы, мин лапаҫ аҫтында хужабикәнең кире сыҡҡанын көтөп торҙом. Роза өйөнән сығып, шешәне бирер алдынан мине ҡосаҡланы, үҙебеҙ һиҙмәҫтән үбешә башланыҡ. Уны ипләп кенә күтәргәйнем, ҡосаҡлашып аҙбар стенаһына шылдыҡ...

 Оҙаҡ булдыҡ, араҡы көтөп ултырғандар килгәнемде көтмәгәндәр, мин үтеп барғанда клуб арты буш ине...

⠀⠀***

 Башҡаларҙы оҙатҡанда Розаның нимә эшләгәнен һораманым. “Өс көн оҙаттым – бирмәне, ваҡыт ҡына әрәм иттем” тип бер егеттән ишеттем.

 Бер тапҡыр шулай ҙа Розанан: "Ниңә берәйһе менән дуҫлашманың, артыңдан баҫтырғандар бар бит", – тип һораным. "Улар тупаҫ, эсеп бәйләнергә генә беләләр, миңә донъя көтөргә тырышмағандар оҡшамай. Йәки бына берәү оҙатты, өй эргәһендә эскәмйәлә ултырғанда “бештем” тип аяҡ кейемен сискәйне, һаҫыҡ еҫтән ҡоҫоп ебәрә яҙҙым, үҙен таҙа тота белмәгәндәрҙе яратмайым", – тип яуапланы.

Беҙҙең арала ябыҡ темалар булманы. Нимә тураһында ғына һөйләшмәнек тә, ҡайҙа ғына “эш боҙманыҡ” тигәндәй... Тик арабыҙҙағы мөнәсәбәткә генә ҡағылманыҡ. Бәлки беребеҙ һүҙ башлаһа, икенсебеҙ асылыр ине...

Бер төн ауыл ситендәге өй буралары аша төшкәндә Роза ҡолай яҙҙы, биленән тотоп алдым да ҡолағына:

 – Эш боҙам тип йөрөп имгәнеп ҡуйма, ипләп, – тип шыбырланым. – Артың сайырға йәбешеп ҡалманымы?

 Роза: “Ах, һин шулаймы” тип мине йылдам ғына осороп ергә һалды, һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тороп баҫып: "Тә-әк, улай булғас, мин һине көсләйем”, – тип шаяртҡансы тағы ерҙә ята инем.

 – Хәлдәр нисек? – тип шаян тонда ҡыҙыҡһынды ул.

 – Роза, һин мине аптыраттың...

 – Минең оло ағайым махсус частарҙа  хеҙмәт итте бит, өйрәтте. Бына кәрәк булды. Ә хәҙер мин һине көсләйем...

 Бура эсендәге ҡуйы, тапалмаған үләндә ятып йондоҙло күкте күҙәтеү күңелле булды...

 Нисек һөйләшһәк тә, көндөҙ Роза менән бер ҙә осрашып булманы. Йә уның, йә минең мөмкинлек булмай. Бер мәл магазин янында яңылыш ҡына тап булыштыҡ. Беҙҙең яҡҡа ял итергә килгән туристарға икәүләп һәйбәт урындарға юлды аңлаттыҡ. Йәштәр беҙҙе: “Әйҙә кис бергә ял итәйек, утын тотоғоҙ ҙа килегеҙ”, – тип саҡырҙы.

Ул кис туристар менән күңелле булды. Беҙҙе: “Һеҙ шундай матур пар, беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ” тип оҙаттылар. Роза юл буйы моңһоу ғына, уйланып ҡайтты...

⠀***

 Гел көлөшөп кенә лә йөрөмәнек инде. Мин университеттан ялҡыуым тураһында һөйләгәс, Роза миңә етди итеп: “Ташлай күрмә, Илдус, уҡып бөтөр, һинең уҡыуыңа күпме көс һалынған, юғары белем алғас яңы мөмкинселектәр асыласаҡ. Еренә еткермәй ташлап, дошмандарығыҙҙы ҡыуандырма. Һин уҡый башлағас үҙгәрҙең, хатта һөйләшеүең дә икенсерәк. Миңә өйҙәгеләр, һин ҡай саҡ Илдус һымаҡ һөйләйһең, тиҙәр әле ул", – тине.

 Роза миңә бер тапҡыр ғына бесән ваҡытында ныҡ арығаны тураһында һөйләне: “Ҡаланыҡылар сәбәп табып ярҙамға килмәне, һуғымға ҡыш йәһәт йыйылырҙар”, – тип әсенде. Мин уға: “Һин тырыштың бит, үҙеңде үҙең маҡта, бүләклә, мотивация булһын өсөн”, – тип кәңәш бирҙем.

 Бесән эше арытты, мин үҙебеҙҙеке бөткәс, бүтәндәргә лә өмәгә йөрөнөм. Шулай аҙна тирәһе кис сыҡманым. Бесәнде бөткәс, август төнөндә, мин йыуынып алдым да клубҡа киттем. Бағаналарҙағы фонарҙар яҡтыһында ҡаршыға Роза тап булды.

 – Сәләм! – тип ике ҡулдан тотто  ла, – икенсе көн клубҡа килмәгәс, һиңә сыҡ тип өйөң янына һыҙғырырға китеп бара инем. Йә, нисек, матурмы? – ул артҡа, яҡтыраҡ ергә атланы.

 Аҡ төҫлө күлдәк ҡыҙыл ҡайыш менән нәҙекәй билдән быуылған, бейек үксәле туфлиҙар ҡыҙҙың һомғол аяҡтарын тағы ла нәфисерәк итә...

 – Э-э-э, миңә һине алырға костюм кейеп, Эльвис Преслиның машинаһында килер кәрәк хәҙер...

 – Тудуппиду поу... – тип Роза Мерилин Монроға оҡшатып көйләп ебәрҙе лә ҡапыл теманы алыштырҙы. – Миңә йәш егеттең башын әйләндермә тиҙәр әле...

 – Әйләнгәне юҡ әле.

 – Әгәр ошолай итһәм, башың әйләнәме?

 – Әйҙә бәләкәс өйгә?

 Аҙаҡ беҙ клубка инеп, фильмдарҙағы көйҙәрҙе ҡуйып күңелле итеп бейенек. Бер кемгә лә иғтибар итмәй, һуңғы тапҡыр бейегән кеүек бейеге генә килә ине...

 Минән дә бер ваҡыт өйҙәгеләр: “Балалы ҡатындан башҡа йүнлерәге юҡмы әллә?” – тип һораны, “Мин былай ғына йөрөйөм, етди түгел”, – тип тынысландырҙым.

Дауамын иртәгә һалырбыҙ

***

⠀Август уртаһында Роза эшкә сыҡты, ауыл советының иҙәндәрен йыуа башланы. “Курше ауыл булһа ла, великта тиҙ барып етәм. Улыма мәктәпкә, шуға аҡса йыйам. Ҡайһы бер кабинеттарҙа үҙем ремонтында эшләйем”. Беҙҙең һирәк осрашыуҙарҙа Роза күберәк уйсан ине, бергәләп тын ҡалып ултырыуҙы хуп күрҙе.

⠀Шулай йәй үтте, мин уҡырға киттем. Студент тормошо һиҙелмәй үтә, ауылыма сентябрь аҙағында ғына ҡайта алдым.

Клубҡа ямғыр һибәләгәндә йүгереп барҙым, Роза менән соланда ҡосаҡлашып торҙоҡ, инеп бейенек, тышҡа сығып әҙерәк һауа һулағас, әйҙә кире инәйек, тип тәҡдим иттем.

 – Юҡ, әҙерәк торам әле. Миңә иғтибар итмә, ошо көҙгө ямғырҙарҙа меланхолик булып алам.

Клубҡа инеп киттем. Ун минуттан тышҡа сыҡһам, урамда ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелә. Клуб ҡаршыһында бер ир күләүектән тороп килә, ҡаршыһында ярһыған Роза тора.

 – Һин әйткәнде аңламайһыңмы, мин бер ҡайҙа ла бармайым!

 Тупһанан йүгереп төшкәс, беҙҙән егерме йәштәргә өлкән ауылдаш ирҙе таныным. Лаяҡыл иҫерек, аяғында саҡ тора.

 – Нимә булды?

 Минең һорауыма иҫерек әҙәм ҡатлы итеп һүгенде, нимәлер мығырҙанды ла уҫал итеп:

 – Мынау кәнтәй үҙен әллә кемгә ҡуя, кем икәнен онотҡан...

 – Ағай, бар ҡайт, Роза һинең менән бармай.

 – Тороп тор, ҡыҫылма, ҡустым, бындайҙарҙы күргән бар, кеше алдында изге булып ҡылана ла...

 – Ҡабатлап әйтәм, бар ҡайт, бисәңде ҡосаҡла ла ятып йоҡла.

 – Һин нимә, маңҡа малай, мине бисәләр менән һөйләшергә өйрәтмәк булдыңмы?

⠀Был һуғыша ҡалһа тип, мин яуап бирергә әҙерләндем, сөнки тыныс ҡына ҡайтып китер кешегә оҡшамағайны. Сусҡа хәленә еткән иҫеректең үҙен сибәр йәш ҡыҙға лайыҡ итеп тойоуы йоҙроҡтарҙы төйөргә мәжбүр итте, айныҡ булһа шөрләй бит инде ул, яҡын да юламай. Кемеһелер инеп хәбәр таратҡандыр, клубтан йәштәр сыға башланы. Ағай һиҫкәнде, алдында малай-шалайҙар түгел, ә көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән егеттәр тора икәнен аңланы шикелле, шымып ҡалды.

⠀Шул саҡ сәрелдәк тауыш ишетелде:

 – Ах, мин уны өйҙә йоҡлап ятамы тиһәм, уйнашҡа йүгергән!

⠀Еңгәй ҡаты итеп һүгенде, ағайға “Бар ҡайт!” тип ҡысҡырҙы, уныһы шундуҡ әтәслеген юғалтып, өйө яғына һыпыртты. Арлы-бирле эләктергән плащының төймәләрен элә-элә еңгәй йәштәргә күҙ йүгертте лә, Розаны күреп ҡалды.

 – Ә һин, уйнашбикә, өйөгөп йөрөгәнең етмәгән, яңынан ғаиләле ирҙәргә тотонғанһың, туймаҫ! Ну мин һиңә управа табырмын!..

⠀Роза йәшле күҙҙәре менән ҡатынға ҡараны. Мин түҙмәнем:

 – Еңгәй, ағай бит үҙе иҫерек, Розаға бәйләнде.

⠀Ҡатын мине яңы күргәндәй текләп ҡараны:

 – Тапҡанһың кемде яҡларға, бейә кешнәмәһә, айғыр менмәҫ, уҡыған кеше, һин беләһең инде!..

⠀Еңгәйҙең теле әсе булып сыҡты, һүҙ артынан кеҫәгә инмәҫ, мәҡәл менән генә телеп һала... Кинәт боролоп, пыр туҙған ҡатын ҡаты баҫып ҡайтып та китте. Йәштәр клубҡа инә башланы. Мин Розаны ҡосаҡланым, ул дер ҡалтырай ине. Бер аҙ торғас:

 – Мин ҡайтам, – тип, ҡосағымдан һурылып сығып, күҙҙәрен һөрттө лә, өйөнә юлланды, – оҙатма.

 Уны тыңламай артынан атланым:

 – Илама, иҫеректең ҡылығында һин ғәйепле түгел.

 – Кем илай, минме?

⠀Роза күҙ йәштәре аша әсенеп көлдө.

 – Мин өйрәнеп бөткәнмен инде, һуңғы ярты йыл эсендә онота башлағайным, шуға ҡыйын булды. Бисәләргә нимә: иҫерек ире бәйләнһә – мин ғәйепле, эшкинмәгән малайына кейәүгә сығырға теләмәһәм – шул уҡ хәл. Эсеп, бисәһен туҡмап, өйөнә бер тин алып ҡайтмаған ир түгел, балаһын ҡарамай әсәһенә ташлап, аҡса ла бирмәй сабып йөрөгән бисәләр түгел, мин – алама.

Ул тағы илар сиккә еткән ине, мин тынысландырырға тырышып ҡосаҡланым.

 – Беләһеңме, бөтә егеттәрҙең дә миңә биргән тәүге һорауы – беренсең кем булды? Нимәгә уларға был мәғлүмәт, ә? Әйт әле миңә шуны, “уҡыған кеше”. Һин генә һораманың... Ә мин үҙем һөйләйем әле! Был хәл апайымдың туйында булды. Миңә ун алты ғына ине, хисләнеп, ҡунаҡ егеттең машинаһында бер бокал шампан шарабы эскән инем. Ни булғанын йүнләп аңламай ҙа ҡалдым. Илап ебәргәс, беләһеңме, ул ни өсөн борсолдо? Машинаһынаң ултырғыс тышлығы бысранғанына, үҙенең кейеменә ҡан эләккәненә. Мин, алйот, быға тиклем бер-ике үбешкәнем генә бар ине, шулай тәү күргән кешегә ҡыҙлығымды бер бокал шампанға алыштырҙым... Әсәйемә сер сискәйнем, үҙем ғәйепле булып сыҡтым. Бар нимәнән төңөлдөм, мәктәптән һуң бер ҡайҙа ла барғым килмәне, өйҙә ҡалдым. Шунда Айҙар ауыл магазинында осрап мине "оборотҡа алды". Ниндәй генә һүҙҙәр һөйләмәне, хәҙер мин “яратам, һинән башҡа йәшәй алмайым” һымаҡ һүҙҙәрҙе йәнем һөймәй, ышанмайым да. Һин белгән һымаҡ бер тапҡыр ҙа әйтмәнең миңә, бәлки... О, белһәң ине, нисек Айҙар тип башым әйләнде, айыртып алам да бергә булабыҙ, имеш, башһыҙ. Бер тапҡыр ҡатыны килде. Үҙемде айырым ғына һөйләшергә саҡырҙы. Әрләмәне, тауыш ҡуптарманы, кәмһетмәне мине. Айҙарҙың өс балаһы булыуы, ғүмер буйы алимент түләйәсәге тураһында аңлатты, бер-ике йылдан уның яңынан ситкә йөрөй башлаясағын һөйләне. Ә Айҙар машинанан да сыҡманы... Шул мәлдәрҙә ике-өс ай депрессияла булдым, төрлөһө менән буталдым. Ул мәғәнәһеҙ тормоштан тартып сығарғаны өсөн Иреккә рәхмәт.

 – Ниндәй Ирек, м-м-м... теге берәҙәкме?

 – Эйе, мин ул мәлдә тормошома ҡул һелтәгәйнем. Бер ташландыҡ өйҙә битемә сәпәгәндән аңыма килдем, лаяҡыл иҫерек шул ир өҫтөмә менеп маташа ине. Мин уны ситкә эттем дә тороп сығып киттем, ишек артында биш-алты йәшерәк ир сират көтә ине... Әгәр шунда шул эскесе беренсе булмаһа, нимә булып бөтөр ине – белмәйем. Ғәрләндем, әсендем, үҙемдән ерәндем. Уйланым да, егермем дә юҡ, ғүмерҙе былай сарыф иткәнсе тип, эшкә сыҡтым, иҙән йыуырға. Бер тыныс ҡына егет менән йөрөй башланым, эш туйға бара ине, мин ауырға ҡалғас, туғандары менән таныштырҙы. Улары тиҙерәк минән биҙҙермәксе булып, уны ҡайҙалыр ситкә оҙаттылар. Абортҡа һуң ине, табырға булдым. Шунан бирле ата-әсәм йортонда мал-тыуар көтөп, хужалыҡ эштәрен башҡарып йәшәйем. Улымдың ашарына аш, ятырына түшәк булһын, бала сағы хәйерселектә үтмәһен тим. Беләһеңме, үҙемә бер нимә лә алғаным булманы. Туғандарым кеймәгән кейемдәрен ҡалдыра, шуларҙы туҙҙырам. Мин бит аҡса эшләмәйем. Себеш үҫтереп һатҡан аҡсаға күлдәк алғас, эй, һөйләнделәр инде. “Һиңә нимәгә? Бер ҡайҙа ла сыҡмайһың бит. Беҙ план ҡорғайныҡ ауылдан балаларға спорт велосипедтары бүләк итерҙәр”, тип...

 – Эшкә алыҫҡараҡ китергә мөмкин...

 – Ҡайҙа? Ана, ҡыҙҙар шифаханаға эш эҙләп барҙы, береһен дә алманылар. Сит яҡтарҙа мин кем булайым?

 – Барып ҡараныңмы шул шифаханаға эш эҙләп, һин үҙең барып ҡараныңмы?

 – Ба... бар! Аҡыл өйрәтмә, ҡайт, һиңә әйткәндәрҙер инде, боҙоҡ менән йөрөмә тип!

 – Төкөрәм мин бүтәндәр нимә әйтеүенә, үҙемдең башым бар!

⠀Роза миңә боролдо, күҙҙәрендә йәш тамсылары ялтырай ине.

 – Быға тиклем әйтмәһәләр, барыбер әйтәсәктәр, һиңә ауыр булһа, миңә икеләтә ҡыйын, ҡайт, зинһар, үтенеп һорайым, – тине ул, минең бармаҡтарҙы ҡыҫып.

 – Шунан, бер нимә лә үҙгәртергә теләмәйһеңме, ғүмереңде ошолай үткәрергә уйлайһыңмы? Үҙеңә бит һис тә оҡшамай бындай тормош.

 Шул саҡ әле генә иларҙай булып торған Роза кинәт ҡулдарын һыпыра тартып алды, сикәм саңҡып ҡына ҡалды.

 – Бар, өйөңә ҡайт, бала-саға, нимә эшләргә һинән һорамайым бит.

 Был һүҙҙәргә йәнем көйҙө, ысынлап бала кеүек үсегеп, "улайһа һау бул!” тип боролоп ҡайттым да киттем.

 Ҡайтҡас был һөйләшеү хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып яттым, әҙерәк тынысландым. Иртәгәһен клубта  Роза юҡ ине, уны күрергә теләп, бер көн уҡыуҙы ҡалдырып ауылда булдым. Клубта күренмәгәс, өйөнөң алдында оҙаҡ ҡына тегеләй-былай йөрөнөм, шунан тәҙрәһе төбөнә килеп һыҙғыра башланым. Ике-өс минуттан тәҙрә асылды һәм Розаның атаһының уҫал тауышы ишетелде:

 – Ҡас бынан, тешеңде һындыра һуғам!

 Шулай итеп, Роза менән күрешә алмайынса уҡырға киттем.

 

***

 Октябрь-ноябрь айҙарында бер ҡыҙ менән дуҫлаша башланым, буш ваҡытты бергә үткәрә инек. Яңы йылға тиклем ауылға ҡайтып та булманы. Йөрөгән ҡыҙым менән нисек кенә һөйләшһәм дә, байрамды минең менән бергә ҡаршыларға риза булманы. Ауылға декабрҙең 31-ндә саҡ ҡайтып еттем. Атай-әсәй менән Яңы йылды ҡаршыланым, төнөн бер үҙем телевизор ҡарап ялҡып, тышта йөрөп килергә булдым.

 Байрам төнөндә тын ғына ҡар яуа ине. Кешеләр урамда бер-береһен осратып Яңы йыл менән ҡотлаша, хәл-әхүәл белешә. Мин клубҡа барып еткәндә, берәүҙәр ҡайтыша, икенселәр урам уртаһында тороп гәпләшә, берәү ҙә минең кеүек яңғыҙ моңайып йөрөмәй ине. Розаның өйө эргәһенән үтеп барһам, берәү өндәште: “О, байрам менән, бажа!” Розаның һеңлеһенең ире тышҡа һауа һуларға сыҡҡан икән. Мине саҡыра башланы: “Ҡыҙҙар араһында бер үҙем, ҡайнымдар ҡунаҡта, ин тиҙерәк”. Ай-вайыма ҡуймай һөйрәп тигәндәй индергәс, ишек төбөндә үк яр һалды:

 – Ҡәйенбикә, ҡарале, кемде алып индем?

 Роза ҡоро ғына иҫәнләште лә муйыныма шыршы биҙәүесен урап ҡуйҙы. Бергә матур итеп ултырҙыҡ. Мин ҡайтырға йыйынғас, Роза: “Көт, мин хәҙер!” тип кейенә башланы. Был ваҡытта сәғәт биш-алтылар булғандыр. Тышҡа сыҡҡас, Роза мине ҡосаҡлап:

 – Хәҙер Ҡыш бабайға ышана башлармын инде, – тип йылмайҙы.

 – Мин килгәнде теләгәйнеңме?

 – Шулайыраҡ. Яңы йылға бүләкте һинең кәңәшеңә таянып үҙемә үҙем алдым – хушбуй. Бына, оҡшаймы?

 – М-м-м... Татлы, оҡшай...

 Роза тағы ла күҙҙәренән шаян осҡондар сәсрәтеп йылмайҙы:

 – Sexy Lady, белеп ҡуй. Йә, һинең нисек хәлдәр?

 Мин уҡыу тураһында һәм башҡа үҙемдең яңылыҡтарҙы һөйләнем. Ни өсөндөр дуҫлашҡан ҡыҙым хаҡында өндәшмәнем. Роза ла үҙенең хәбәрҙәрен теҙеп китте.

 – Беләһеңме, һин дөрөҫ әйткәнһең, мин хәҙер теге шифаханала эшләйем.

 – Ауыл советында инең дә?

 – Мин унда иҙән йыуыуҙан башҡа, бер ай эсендә бер үҙем тәҙрә-иҙәндәрҙе буяп, стеналарҙы таҙартып, аҡлап сыҡтым. Шуға ҡарамаҫтан, эш хаҡы бик әҙ булды. Хужалар “Аҡса юҡ бит, аңла”, тинеләр. Бер мәртәбә сүп-сар биҙрәһен бушатҡанда ремонт эштәренең акт ҡағыҙҙарын табып алдым. Рәйес менән баш бухгалтер үҙҙәренең туғандары исеменә, ремонт эшләнеләр тип, аҡса алғандар. Рәйескә индем, тик ул: “Эшкә алған өсөн рәхмәт әйт, һорамаған ергә ҡыҫылғансы”, – тип яуапланы. Эт менән эт булмайым тип, ул эштән киттем. Шулай ҙа һуңғы айҙың эш хаҡын бирмәй һуҙғастары, суд менән ҡурҡыттым, бына кисә үҙҙәре алып килде.

 – Шәп иткәнһең, үткер ҡыҙыҡай! Ҡыйыу тотонғанһың! – Розаны ҡеүәтләп ебәрһәм дә, хәҙер ул маҡтауға мохтаж түгел ине, көслө рухлы икәнлеге йөҙөнә яҙылғайны. Розаның холҡонда ярайһы үҙгәрештәр булған,  үҙ-үҙенә ҡарашты үҙгәрткәйне.

 – Шифаханалағы эш бик оҡшай, тик автобусҡа йөрөүе алыҫ. Яңыраҡ мине смена начальнигы иттеләр. Әсе теллеләр директор менән уйнаш иткән тип һүҙ сығарып маташты. Тик карьераны түшәк аша ғына төҙөп булмай ул. Бер көн директор мине саҡыртып алды ла: “Мин ошондағы бисә-сәсәне ойошторорға ярҙам итерҙәй кеше килеп сыҡҡанға шул тиклем ҡыуанам”, – тине.

 Беҙ ҡапҡа төбөнә сыҡтыҡ. Роза урынында өйөрөлөп алды ла:

 – Һиңә минең туным оҡшаймы? – тип һораны.

 Сигенә биреп, Розаны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙем:

 – Һине әҙерәк өлкәнәйткән кеүек...

 – Мин уны декрет аксаһына, комиссионкала уға ғына ҙур ташлама булғас, “Аҙаҡ ҡыҫҡартырмын әле” тип алғайным. Шуға унда ике кеше һыя.

 – Бындай ҙур тун өшөтәлер ул, – сәбәп килеп сығыуына эстән генә ҡыуанып, Розаны ҡосаҡланым.

 – Ә һин мине йылыт... – Роза ҡолағыма шыбырланы ла муйыныма һарылды. "Һағындым", – тип уны ҡыҫып ҡосаҡлап үптем.

 Роза салбар ҡайышыма йәбеште.

 – Хәҙер күрәләр бит, – тип бышылданым.

 Беҙ уның өйө алдында ғына, бер ҡараңғы мөйөштә тора инек.

 – Элек был сәбәп һине туҡтатмай торғайны, киреһенсә...

Мин уны күтәреп алдым, Роза аяҡтары менән мине ҡосаҡланы, шашынып, баҡса рәшәткәһенә ҡыҫып Розаны яраттым... Ысынлап та, тун эсенә икебеҙ ҙә һыйҙыҡ, ләкин өшөмәнек, береһе лә күрмәгәндер, ҡышҡы байрам төнөндә урамда кем йөрөһөн инде...

 – О, йәштәр, байрам менән!

 Ҡайҙандыр ҡапыл килеп сыҡҡан күңелле кешеләр беҙҙең нисек торғанды абайламаны. Беҙ ҙә ҡотлап яуап ҡайтарҙыҡ, улар алыҫайғас шым ғына көлөштөк.

 Шул мәл Роза уйсанланды ла тағы бер яңылығын әйтте:

 – Илдус, мине һораттылар. Һин уны беләһең, Әлим исеме. Ул ике аҙна йөрөп эшләй ҙә бер аҙна ял итә.  Кисә йә бөгөн килергә тейеш ине әле, килмәне. Мин алдан әйтеп ҡуйҙым, "мине беләһең, үҙемде лә, баламды ла кәмһетергә бирмәйәсәкмен", тинем. Ул уйларға ваҡыт һораны. Күрәһең, һаман уйлай, Яңы йылды бергә ҡаршыларға ла теләмәне. Беҙҙең арала мөхәббәт юҡ, бары һалҡын иҫәп: уның да, минең дә ваҡыт үтеп бара.

 – Бәлки ғәилә бәхетенең рецебы шундалыр? Ҡайһы берәүҙәр, ана, яратышып өйләнешәләр ҙә, ике-өс йыл эсендә айырылашалар.

 Роза миңә ҡарап йылмайҙы.

 – Бәлки... Шуға аңлайһыңдыр бит, моғайын, башҡалар кеүек бәхетле булырға теләгәнемде.

 Мин Розаны ҡосаҡлап тағы бер үптем дә, әҙерәк атлағас артыма боролоп:

 – Һау бул, ысын бәхет һеҙгә, – тинем. Күңелемә ауыр алдым, нисек кенә булмаһын, Розаны бер кем менән дә бүлешкем килмәй ине.

 Клуб янына еткәс ҡайырылып артыма әйләнеп ҡараным. Ул  һаман ҡапҡаһы алдында тора ине.

 

***

 Шулай бер нисә йыл үтте, беҙ башҡа күрешмәнек. Шулай ҙа уның турала мин хәбәрҙәр ишетеп торҙом. Кейәүгә сыҡҡанын бер нисә айҙан һуң белдем. Бер тапҡыр егеттәр менән ауылдың яңы урамынан үтеп барғанда: “Ниндәй бәләкәс кенә әкиәт өйө ул?” – тип һорағас, "һинең мөхәббәтеңдеке бит” тип көлөштөләр. Ыҡсым ғына йорт төҙөк, матур биҙәлгән ине, шуғалырмы, башҡаларҙан айырылып тора. Һуңыраҡ тағы яңылыҡтар ишетелде: Роза шифахана директоры булып киткән, күрше ауылдыҡыларҙы эшкә алһа ла, берәүһен ҡыуған, имеш. Шулай донъя мәшәҡәттәре менән ваҡыт үтте.

 

***

 Оҙаҡҡа һуҙмай Розаны интернеттан эҙләп таптым, телефон һандарын белештем. Эш урынын белгәс, уны барып күрмәй түҙалманым.

Шифаханаға барҙым, кеше ара-тирә генә күренеп ҡала, ресепшенда бер ир ултыра ине.

 – Розаны күрергә мөмкинме?

 Хеҙмәткәр башта мине аңламаны, Розаның фамилияһын ишеткәс рациянан:

 – Роза Харисовна, һеҙгә кеше килде, исемен Илдус ти, кабинетта көтһөнмө?

 – Үткәр, мин өсөнсө ҡатта.

 Һағауыл мине иғтибарлы ҡараш менән лифтҡа оҙатты. Өсөнсө ҡатҡа мендем, бер номерҙың ишеге асыҡ ине, ипләп кенә башымды тығып ҡараным.

 – Сәләм, Илдус, ин, ҡасандан бирле оялсанға әйләндең?

 Роза бер журналға бүлмә уртаһында нимәлер яҙа ине. Мин электән белгән шаян-шаталаҡ ҡыҙҙың хәҙерге эшлекле ҡиәфәтенән ҡаушап, нимә яуап бирергә лә белмәнем.

 – Әйҙә, килгәс ярҙам итеп ебәр, бәләкәй ремонт алдынан ревизия эшләйем. Әлеге миҙгелдә ял итеүселәр аҙ, хеҙмәткәрҙәремдең күбеһе отпускыла, ә косметик ремонт эшләп өлгөртөр кәрәк.

 Икәүләп электр лампаларын, розеткаларҙы, шкаф һәм башҡа йыһаздың, һауыт-һабаның, тәҙрә ҡорғандарының торошон тикшерҙек. Мин ҡарап әйтеп торам, Роза журналына теркәй. Бер эш эшләгәс, аралағы тартыныу юғалды, үткәндәрҙе хәтерләп, шаян һүҙҙәр ысҡындыра ла башланыҡ.

 Үҙемдең хәлдәрҙе, тормошом тураһында һөйләнем. Роза шифахананың бөткөһөҙ мәшәҡәттәрен хәл итеүе хаҡында йәнләнеп бәйән итте. Эшен яратыуы күренеп тора ине.

 – Иҫләйһеңме, һин курстарға бар тигәйнең. Декреттан сыҡҡас экономист һөнәренә, һуңғараҡ идара итеү буйынса ситтән тороп уҡырға барҙым. Мине эшкә алған директор: “Документтарың бар, хәҙер мин тыныс күңел менән хаҡлы ялға китәм”, тине лә эштәрен тапшырҙы. Шулай мин директор булдым. Шифахана ҡарамағында магазин бар, ял итеүселәргә тирә-яҡ ауылдарҙан килтереп май, эремсек, һөт, ҡаймаҡ һәм башҡаһын һатабыҙ.

 – Яңыраҡ иреңде насар хәлдә ауыл урамында тап иткәйнем...

 – Әлим эшләп йөрөгән ерендә ҡыҫҡартыуға эләкте, һәйбәт эш таба алмай оҙаҡ ыҙаланы. Мин уға: "Аҡса етерлек бит, эш тапҡансы яңы өйҙө еренә еткереп эшләп бөтөр, балаларға ла иғтибарың күберәк тейер”, – тип тынысландырҙым. Эшләп йөрөһә якшыраҡ булған да бит. 2-3 йылдан эсә башланы, эш эҙләүҙән төңөлдө, мине директор иткәстәре тамам танауы төштө. Кәмһетә башланы. Бөтөнләй эшлектән сыҡҡансы эсә башлағас (уны эскенән биҙҙереү өсөн ниҙәр генә эшләмәнем, ҡайҙа ғына йөрөтмәнем), бәләкәс өйҙә йәшә тип сығарҙым, шунда көн итә, ҡыҙҙарым мине әрләп, уны йәлләп аталарын ҡарап торалар.

 Ҡатын ауыр көрһөндө лә карауатҡа ултырҙы. Һүҙҙе икенсегә борорға теләп:

 – Дөрөҫөн генә әйт, мине иҫеңә төшөрҙөңмө? – тип һораным. Яуап урынына:

 – Бына, һин шылтыратҡас, блокнотыма һалып алғайным әле, – тип фотолар һуҙҙы. Был ситтән килгән туристар менән төшкән фотолар ине. Ҡарап иҫкә төшөрөп көлөшөп алдыҡ.

 – Роза, һин мине бер тапҡыр ҙа башҡаларҙан ҡыҙғанманың шикелле, бер-ике ситуацияны иҫәпләмәгәндә, – ниһайәт, мине иң ҡыҙыҡһындырған һорауға ҡағылырға ҡыйыулығым етте.

 – Ҡасан? Мин һине ҡыҙғанды, истерикалар булды тип әйт тағы.

 – Мәҫәлән, теге клуб артындағы компанияла ултырғанда, теге студентканы.

 – Ҡуй, шуны иҫләп. Һин ғашиҡ булды тип иҫең киттеме, ул бит "кандидат" эҙләй ине, кем һуңғыһы – шул балама атай була, тип.

 Роза миңә көлөп ҡараны.

 – Бәй, ул ауырлы инеме ни, мин белмәнем бит.

 – Эйе, аҙаҡ ысын атаһына (кем белә инде дөрөҫөн) баҫым яһағас, кәләш итеп алған. Теге ваҡыт күрешкәндә һине иҫләп алдыҡ. “Күрһәң, сәләм әйт, бесән өҫтөндәге эт һымаҡ булдың, үҙең дә теймәнең, башҡаға ла бирмәнең инде”, – тип көлдөрҙө.

⠀Роза ҡапыл хәтирәләргә бирелде.

 – Бер һинең менән осрашып ҡайтып ятҡандан һуң иртәнсәк әсәйем уята: “Әйҙә, малды көтөүгә ҡыу!" Сыҡҡайным, ул мине күреп: "Кит, был ниндәй бисура, бар йыуын! Үҙем ҡыуам, кеше күреп ҡалмаһын!” – тип әрләй башланы. Мин ҡайтҡас та, мунсанан һуң булғас, урыныма ятып йоҡлағайным. Барып ҙур көҙгөнән ҡараһам, ысынлап та бисураға әйләнгәнмен: битем шешенгән, урыны менән ҡором буялған, сәстәрем ҡырағайҙыҡы кеүек ойошоп бөткән, араһына япраҡ, үрмәксе ауҙары йәбешкән.

 – Был күршеңдең мунсаһына ингәндән һуң булған хәлме? Өйө янынан үткән һайын иҫкә төшә.

⠀Үткәндәрҙе хәтерләгәндә Роза миңә элеккесә вайымһыҙ, шаталаҡ ҡыҙыҡай кеүек тойолдо.

 – Теге ваҡыт һыҙғырғанды ишетмәнеңме ни, сыҡһаң ни була инде? – тип тағы бер ваҡиғаны иҫкә төшөрҙөм.

 – Ишеттем, әле лә күҙ алдымда: һин һыҙғыраһың, ә мин сыҡмайынса карауатта

илап ятам. Теге хәл ғәрләндерҙе мине. Атайым тәҙрәне асып ҡысҡырҙы, шунан улар әсәйем менән минең крауат эргәһендә ултырып, мине йыуытып баласаҡтағы кеүек һөйләштеләр.

⠀Шул саҡ әңгәмәсем урынынан тороп тәҙрә эргәһенә килде.

 – Рәхмәт һиңә шул мәлдәр өсөн. Берәй фильм ҡараһам да, һинең менән йондоҙҙарға ҡарап хыялланғандарым күҙ алдына килә. Шундай һағышлы хәтирәләр өсөн рәхмәт. Теге ваҡыт "әйҙә минең менән" тип саҡырһаң, эйәреп китер инем, беҙҙе бер кем дә белмәгән яҡта яңы тормош башлар инек.

⠀Розаның асылып һөйләүенә мин нимә тип яуапларға белмәнем. Бер нисә танышым алыҫ өлкәләрҙә генә түгел, сит илдәрҙә, икенсе континенттарҙа йәшәй ине. Бәлки миңә лә шулай барыһын да ташлап баш һуҡҡан яҡҡа китергә кәрәк булғандыр, эхх...

 Ул һөйләүенән туҡтап тәҙрә аша алыҫҡа ҡарап торҙо. Ул әле лә йәшлектәгеләй зифа буйлы, тик бөгөн төҙ кәүҙәһенә зауыҡлы, үҙенә төҫө килешеп торған эш костюмы кейгән, бар ҡиәфәтенән нәзәкәтлек бөркөлә. Тәҙрә алдында торған һынды ҡояш, күреп-яратып ҡалайым тигән кеүек, мул итеп яҡтылығына мансыған, шунлыҡтан ул тағы ла сағыуыраҡ күренә, үҙенә магниттай тарта, ымһындыра ине...

 – Кеше ҡатыны һәр саҡ һылыуыраҡ, эйеме?

 Розаның уҫал ҡарашынан аңыма килгәндәй булдым, оҙағыраҡ текләгәнмен, ахыры. Эргәһенә килеп Розаны ҡосаҡланым, муйынынан иренем тейер-теймәҫ кенә итеп үткәрҙем.

 – Теге хушбуй, эйеме?

Роза бер секундҡа ғына миңә һыйынғандай булды ла, ситкә тартылды.

 – Ғәфү ит, һине күргем генә килгәйне, күңел елкендереп шул хушбуйҙы әллә ҡайҙан табып алдым бит әле...

 Ҡайһы саҡ ҡатын-ҡыҙ “юҡ” тип яҡынлыҡ теләген йәшерә, шул мәлдә араны ҡыҫҡартырға саҡ ҡына яҡынлашыу, бер һүҙ етә. Унан миңә теләк тулҡындары килә ине тип аңланым. Әгәр яҡынлыҡ ҡылыуға бер аҙым эшләһәм, беҙ туҡтай алмаясаҡбыҙ, тигән уй башымды әйләндерҙе.

Нимәгә өмөт итәм мин? Күпме йыл үтеп тә бер осрашмайынса, заманында бер-беребеҙгә ауыҙ асып әйтмәгән хистәрҙең яңырыуынамы? Тик был яҡынлыҡ минең дә, уның да тормошто селпәрәмә килтерәсәк. Үҙемде тыйҙым, эстән “ҡосаҡлама”, “аҡылыңа кил", "кәрәкмәй” тип туҡтауһыҙ ҡабатланым. Роза миңә ярты аҙым эшләһә лә, ҡул һуҙһа йәки һүҙ әйтһәме, юҡ, күҙгә ҡараһа ла, миңә булған донъяны ташлап тигәндәй хистәр ҡойонона сумырға етәр ине.

 Шулай минут самаһы торғанбыҙҙыр. Ә бәлки оҙағыраҡтыр. Беҙҙе ишек шаҡыу ҡотҡарҙы.

 

(Дауамы бар)

 

Роза (3)

 

 – Роза Харисовна, һеҙгә район хакимиәтенән шылтыраталар, телефонығыҙ кабинетта ҡалған.

 Эш боҙғанда тотолған балаларҙай бер-беребеҙҙән ситкә тайшандыҡ. Роза йүгереп тигәндәй кабинетына инде һәм телефонға яуап бирҙе, эшлекле тонда көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерә башланы. Ә мин баш ҡағып ҡына сығып китеүҙе килештермәһәм дә, баш ҡаҡтым. Роза телефон трубкаһын тотҡан килеш: «Рәхмәт, һау бул, йәме», – тине лә ситкә ҡарап телефон һөйләшеүенә кире ҡайтты.

 

Был осрашыу миндә төрлө тойғолар ҡалдырҙы, бер яҡтан, ярһыған теләк сығыу юлын эҙләй ине, Роза менән осрашыу күңел ҡылдарын уйнатты, икенсе яҡтан, яңы күрешеүҙәр эҙләү ҡорған ғаиләләребеҙ, яҡындарыбыҙҙы юғалтыуға бәрәбәр, тыныс тормошобоҙҙо емереүгә табан аҙым булыр ине.

 Ҡайтырға сыҡҡанымда уҡ тәүәккәлләнем. Былай булмай. Матур итеп хушлашып та булманы. Нисек инде “хуш-һау бул” тип кенә юлдарҙы айырырға. Телефон аша өйҙә лә, эштә лә яҡшылап аңлашырға мөмкинлек булмаясаҡ. Бәҙрәфтә йәшеренеп яҙышып, ҡасып һөйләшеп йөрөгәнем юҡ, йөрөмәм дә.

 Машинаны туҡтаттым да таныш телефон номерҙарын йыйҙым. Роза трубканы тиҙ алды.

 – Сәләм тағы ла, мин э-э-э… теге ни, йүнләп хушлашып та булманы, тим, туҡтале, илайһың әллә, ни булды, эштә бер хәл мәллә?..

 – Эх, илатып сығып киттең шул…

 – Мин? Ә-ә… Ни… ғәфү ит зинһар, белһәм килмәҫ инем.

 – Килмә тип әйтмәнем.

 Телефонды өҫтәлгә һалғаны ишетелде, кемгәлер: «Юҡ, кәрәкмәй, Әлиә, барыһы ла яҡшы, о-о, ә бына сәйгә рәхмәт, Марат Тимурович, ҡойманың ситтәрендә яҡшыртыр, нығытыр урындарын тикшерегеҙ инде”, – тип күрһәтмәләрен бирҙе.

 – Нимәлә туҡтаныҡ әле?

 Ҡатындың тауышы тыныс ине, үҙен ҡулға алғанлығы телефон аша уҡ һиҙелә.

 – Үҙең беләһең, ырғып сығып китеп булмай хәҙер…

 – Эйе лә, элек ырғып килеп етә инең шул, – төртмә тел «сәнсеп» алырға онотманы, – Илдус Илһам улы, ваҡытыңды алыуыма ғәфү үтенәм. Һин ҙур түрә бит хәҙер.

 – Ҡуйсале, түрә тип ни…

 – Осрашыуға ҡаршы булһам да, мине эҙләмәгәнеңә, ҡыҙыҡһынмағаныңа йәнем көйә, шуға ғына төрттөрөүем. Бынауы хушбуйҙы ла күңел иләҫләнеп һатып алғайным, күптән бындайҙы ҡулланмайым. Әйткәндәй, теге фотоларҙы ҡайҙан алдың тип һорағайның, миңә әсәйем яңыраҡ бирҙе бит. Нисә йыл буйы һаҡлаған. Теге туристар кейәүгә сыҡҡанымдың икенсе йылына ауыл магазинына индереп ҡалдырғандар, “Һеҙҙең ауылдан, таныйһығыҙмы?” тип. Адресты белмәгәс ни… Әсәйем белеп ҡалып йәшереп ҡуйған, ҡыш “Илдусты күрҙем” тигәс сығарып бирҙе…

 Розаның иҫтәлектәргә бирелеп хистәре нескәреүен аңлағас, һөйләшеүҙең темаһын үҙгәртергә булдым.

 – Роза, ресепшендағы хеҙмәткәрең мине шикле ҡараш менән оҙатҡайны. Һиңә ғашиҡ ахыры ул, һөйәрең түгелме?

 – Юҡ, һин нимә, Әлим менән өс-дүрт йыл элек аралар һыуынһа ла, мин хыянат итмәнем.

 – Йылдар үтһә лә, төҫ ташламағанһың…

 – Һәр ваҡыт эш.Ҡайһы саҡ ҡунаҡтар арттан йүгереп маташҡаны бар, төрлө хакимиәттәрҙән ирҙәрҙе беләһеңдә инде, шулар бер мәле йәнгә тейҙе.

 – Аңланым, ә был коллегаң?

 – Рәмил Ишбулдович бында төрлө ваҡ-төйәк эштәр башҡарыусыһы итеп алынғайны. Йәшәргә урыным юҡ тигәс, хужалыҡ әйберҙәре һаҡланған бокстан бер бүлмәне бирҙем. Эшкә «беренсе эсеп эш боҙоуына тиклем» тигән шартта ғына алғайныҡ беҙ уны. Бына ике йылдан ашыу эшләй, бүлмәһен таҙартып матурлаған. Өфө яғынан бер ауылдан ул, айырылған, хеҙмәт кенәгәһе буйынса, элек етәксе лә булған. Шифаханала эшләгән буйҙаҡ ҡыҙҙар уның өсөн талашып бөтә яҙҙылар. Саҡыртып «коллективтағы климатты боҙма» тип иҫкәрмә яһаным, “Мин эш урынында романтикаға урын бирмәйем” тигән була. Яйлап универсалға әйләнде, эш айышын белә, уны-быны тиҙ төшөнә.

Бер тапҡыр ҙа эсмәне тип әйтер инем, ярты йыл элек эсеп, ашҡаҙаны ауыртып дауаханаға оҙаттыҡ. “Ҡыуам” тигәс шул ҡыҙҙар ҡалдырҙы инде. Әле бына йүгереп йөрөй. Яҡынайырға сәбәп биргәнем юҡ, нишләп улай тиһеңдер, аптырайым.

 Роза тамам тынысланды шикелле. Минең дә күңелемдәге бер төйөр китте. Аҙаҡ яҙышырбыҙ, дуҫтар булып ҡалайыҡ тип һаубуллаштыҡ.

 

 

 

 Ара-тирә Роза менән бер-беребеҙҙе байрамдар менән ҡотланыҡ, ул ауылдағы хәлдәр тураһында яҙҙы. Мин уның шифаханаһына ҡунаҡтар ебәреп торҙом, шулай эшлекле хеҙмәттәшлек нигеҙендә элекке хистәр яйлап һүрелә башланы тиһәм дә дөрөҫ булыр.

 Яңы йыл байрамдары яҡынлашҡас, көтмәгәндә Роза шылтыратты, тиҙ генә хәлдәрҙе һорашты ла, түҙмәй хәбәрен теҙҙе.

 – Кисә ҡағыҙҙарҙы ҡарап ултырғанда, Рәмил Ишбулды улының ғаризаһына юлыҡтым, эштән китәм тип ғариза яҙған. Үҙемә саҡыртып аңлатма биреүен талап иттем: “Нимә оҡшамай? Йәшәргә урын бар, ашау бушлай, эш хаҡы, коллектив һеҙгә һәйбәт ҡарашта. Берәй проблемағыҙ булһа, уйлашайыҡ, ярҙам итербеҙ”, – тинем.

 Рәмил Ишбулдович ярһыулы телмәремде шым ғына тыңлап бөттө лә: “Роза Харисовна, мин һеҙҙе яратам”, – тип шаҡ ҡатырҙы. “Шуға мине эштән ебәрегеҙ, һеҙҙең менән башҡаса бер коллективта эшләй алмайым”.

 – Нимә тинең, ниндәй яуап бирҙең?

 – Уйлармын тинем, һин дөрөҫ әйткәнһең, теге ваҡыт ул миңә тыныс ҡарамай тип.

 – Һиңә уйларға ваҡыт кәрәк булһа, эштә ике аҙна тота алаһың, ә ғаризаһына ҡултамға ҡуйған хәлдә оҙағыраҡ йөрөтәм тиһәң, икенсе аҙнала ғына ҡултамғаңды ҡуй.

 – Эй Ильдус, мине этлеккә өйрәтмә инде, зинһар, уныһын ғына үҙем дә беләм. Кеше күңелен асты бит, мин нисек инде уға улай ҡайтарайым, ярамай.

 – Улай булғас, үҙең нисек уйлайһың, күңелең нимә ти?

 Сит кеше был һөйләшеүҙе дуҫтар йәки ағай менән һеңле әңгәмәһе тип уйлар ине. Әйтерһең дә, беҙҙең уртаҡ ялҡынлы төндәр булмаған, ҡасандыр бер-беребеҙгә ҡарата көслө теләк менән янмағанбыҙҙа.

 – Рәмилгә арҡыры яуап биргем килмәне, киреһенсә, ярты көн йылмайып йөрөнөм, алйот һымаҡ. Мөхәбәтле һүҙҙәргә аллергиям үткән, күрәһең… Һин мине проблемаһын башҡа ҡойҙо тип уйлайһыңдыр. Кемдән кәңәш һорарға ла белмәнем, балаларым, яҡындарым да дөрөҫ аңламауы бар. Әсәйем өлкән инде, йөрәгенә ут һалғым килмәй, стресс уның өсөн файҙаға түгел. Шуға һинең менән кәңәшләшергә булдым, нимә эшләргә белмәйем, кисә кис урын таба алмай йөрөп, төндә лә насар йоҡланым, һиңә шылтыратырға тип көндө саҡ көтөп алдым.

 Һәр саҡтағыса, минең шикләнеү ғәҙәтем бар уйҙан алда йөрөй, был юлы ла һынатманы. Нишләптер, хатта иң яҡын кешеләремә лә ышанмай шикләнеп өйрәнгәнмен, эшем дә шуны талап итә, юристарҙың ҡанына һеңгәндер шикләнеү, ишетелгәндәрҙе ҡат-ҡат тикшереү.

 – Роза, иң беренсеһе – был кешенең кем икәнлеген асыҡларға кәрәк. Саҡырып һөйләшеп ал. Миңә исем-шәрифен һәм шәхси анкетаһындағы мәғлүмәтте ебәр, белешермен. Дөрөҫөн әйткәндә, мин һинең өсөн ҡыуанам.

 – Кеше нимә тиер, тота килеп яңы мөнәсәбәттәр башларға йәш ҡыҙ түгелмен, биләгән вазифам да бөтә аҙымды уйлап эшләүҙе талап итә.

 – Күптән һөйләгәндәре юҡ бит әле һинең турал!Ғәйбәтселәргә татлы ҡалъя ырғытып уятырға ваҡыт түгелме?

 Роза саҡ ҡына тын торҙо ла, шаярғанымды аңлап, көлөп ебәрҙе, кәйефе күтәрелде, тынысланды, шулай күңелле генә хушлаштыҡ.

 Ул кеше тураһында миңә өсөнсө көнөнә мәғлүмәт бирҙеләр. Розаға шылтыраттым.

 – Хәлдәр нисек, һөйләштеңме?

 – Эйе, ҡыҫҡаһы, тормошон һөйләттем. Айырылышыуының сәбәбе: йәшләй кәләш алған, ҡырҡ йәше тулғас ҡатыны “ҙур ҡалала үҙем өсөн йәшәгем килә” тип, донъяны бүлеп, балалары янына Өфөгә сығып киткән, шунда фатир һатып алған. Ә Рәмил ҡаланы оҡшатмай икән, ауыл тирәһе генә күнеленә ята. Балалары үҫеп бөткән инде, үҙенең өлөшөн уларға бирһә лә, әсәһе яҡлы булып, бына йыл ярым элек кенә кире аралаша башлағандар. Рәмил ҙур урында хужалыҡ мөдире булып эшләгән. “Гел эш тип йөрөнөм, ғаилә менән бергә отпускыларҙы яҡшы итеп үткәрә лә алманым, шуға аралар алыҫлашҡан инде” ти. Районда күренекле ғаилә булған, бөтәһе лә быларҙы белә, төрлө хәбәрҙәр, ғәйбәт йөрөгән… Рәмил депрессияға бирелгән. Бер үҙе ҡалғас эшләү түгел, йәшәү тамам ҡыйын, күңелгә ятмай, ул яҡта тотор нәмә лә юҡ (эшкә институттан һуң, “распределение” буйынса килеп ҡалған булғас). Себергә эшкә барған, унан һаулыҡ буйынса йыл ярымдан сыҡҡан. Аҙаҡ беҙҙең яҡҡа тәбиғәтте күрәйем тип килгәндә, шифаханаға ваҡытлыса эшкә төшкән, өс йыл була инде беҙҙә эшләгәненә.

 – Дә-ә, дөрөҫ, Рәмил шунса йылғы, бер нәмәне генә әйтеп еткермәгән – элекке ҡатыны былтыр көҙ кейәүгә сыҡҡан.

 – Ә-ә-ә, шуға теге ваҡыт эскән икән…

 – Үҙең тураһында һоранымы?

 – Кешенән ишеткәнсе минән белһен тип, дөрөҫөн һөйләнем, кире уйлауың яҡшыраҡ булыр, тип тә өҫтәнем. Барыбер еткерәсәктәр бит, асыҡтан-асыҡ күп нәмәне әйттем. Беләһеңме, нимә тип әйтһәм дә яуап таба. «Ирем менән айырылһам да бер ихатала торабыҙ» тиһәм – «ярай, минекеләр алыҫыраҡ әле», ти, «минең эш хаҡы һинекенән күберәк, ир намыҫың күтәрерме?» тигәнемә – «түҙермен, һәр кемдең үҙ аҡсаһы үҙенә, ошо тирәлә яҡшы аҡсаға эш таптым, дуҫтар ярҙам итте» – булды яуап.

 – Минең турала беләме Рәмил?

 – Һин айырым тема инде. «Бер генә һорауым бар, кем ул Илдус?» – тине.

 – Шунан?

 – Йәш саҡтағы йәр тинем инде. Илдус, ул барыбыҙ өсөн дә ҡулай вариант тәҡдим итте, һәм мин ҡабул иттем. «Әгәр беҙ бергә булһаҡ, Илдус менән араларҙы өҙ. Мин һине башҡалар менән бүлә алмайым», – тине Рәмил.

  – Эйе, һағауылыңдың ниәттәре изге, тәҡдиме етди икән. Роза, нисек уйлайһың, беҙ бер-беребеҙ менән аралашмай йәшәй алырбыҙмы? – тип һораным, шымып тормаҫ өсөн генә. Ысынында иһә башым шаулап, йөрәгем күкрәккә һыймай тулай башлағайны. Быға тиклем арабыҙҙы бәйләп торған нәҙек кенә телефон сымдарынан торған «күперҙең» өҙөләсәген аңлап ярһый ине йөрәк. Әммә ошо һорауымдан һуң Розаның әйткән яуабы барыһына ла нөктә ҡуйҙы:

 – Илдус, беҙҙең арала барыһы ла булды. Тик уртаҡ киләсәккә генә пландар ҡоролманы. Тәндәр нисә ҡушылып бер-береһенә үрелеп-ишелһә лә, күңелдәр бергә булмаған, инде. Миҙгеле менән күңелем һине һағынып иләҫләнде. Тик мин һинең тойғоларыңды белмәнем. Ә күңелдәр уртаҡ усаҡта янмаһа, ғаилә килеп сыҡмай ул. Усаҡҡа утын өҫтәп торорға, сатҡыларын һаҡлап, өрөп-йәнләндереп торорға кәрәк. Түшәк дәрте, тән теләге менән генә ул усаҡты дөрләтеп булмай икәнлеген аңланым. Бына шундай булды һинең менән минең мөнәсәбәт.

Рәмилдең тәҡдимен хөрмәтләп ҡабул итәм. Минеңсә, һәр кем бындай бәхеткә лайыҡ: кистәрен бергәләп көн яңылыҡтарын уртаҡлашып, яҡының ҡайнатып ҡуйған сәйҙе эсеү, ял көндәрендә йырлап аштар бешереү, төндәрен хәләлең менән мөхәббәт ялҡынында дөрләп яныу… Ә беҙҙең бәхет үткән инде, Илдус, зинһар, миңә башҡа шылтыратма, күңелемде аңла.Арыным мин, күңелемде асып бәхетле булғым килә. …

 Был һүҙҙәрҙән һуң миңә телефонды һүндереүҙән башҡа сара ҡалманы. Шулай ҙа ҡайһы бер мәлдәрҙә һаман да Роза иҫемә төшөп, моңһоуландыра, күңелемде һағыш яндырамы әллә үкенес өтәме?

И.ТИМЕРОВ.

 

 

И.ТИМЕРОВ.

Автор:AdminQ Admin
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: