Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЯРАЛЫ БӘХЕТ (Зәйтунә Айытбаева-Сәфиуллина хикәйәһе)

-Әсәй, был киленең була, - тине. - Ә был киленде ҡайҙа ҡуяһың? –әсәһе асыуынан Ғәзимә киленен уға этә биреп ҡуйҙы. -Ярай, ҡәйнәм, мин ҡайтам. Минең өсөн тәмһеҙләшмәгеҙ, үҙем ғәйепле, - тип әйтергә көс тапты үҙендә меҫкен ҡатын һәм сәңгелдәктән балаһын алып сығып китте. Өйҙө бер аҙға тынлыҡ баҫты.

ЯРАЛЫ БӘХЕТ                                                (Зәйтунә Айытбаева-Сәфиуллина хикәйәһе)
ЯРАЛЫ БӘХЕТ (Зәйтунә Айытбаева-Сәфиуллина хикәйәһе)
Мөғлифә әбейҙең күңеле тыныс түгел ошо арала. Әллә ни булды улына. Юҡҡа ғына сәсрәп көйөп китә, Һөмһөрө ҡойолоп, ҡаштары төйөлөп алһа инде – бер кемде лә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә... Хатта киленгә екерә. Уныһы һуң әле, бахыр ғына, бер ни ҙә өндәшмәй, баш баҫып эшләп тик йөрөй. Шул тиклем дә күндәм кеше булыр икән! Әбейгә күрһәтмәҫкә тырышып мөйөш-һәйештә шәмәргеләп тә ала, шикелле... Әллә араларына «ҡара бесәй» төштө инде... Аллам һаҡлаһын, Аллам һаҡлаһын! Һуғыштың башынан аҙағына тиклем йөрөп имен генә ҡайтты, тормошо ғына яйланһын инде. Килене бар ине инде ул Мөғлифәнең, Кәшфуллаһының һуғыштан ҡайтыуын көтмәне бит, әллә ни арала анауы Мотаһар менән сыуалып китте. Дәрте ташып торған йәш ҡатындың ни... Әбей әйткән булып ҡарағайны ла ул, ҡолағына ла элмәне. «3 йылдан ашыу һуғыш барғанына, әллә ҡайта, әллә юҡ, йүнләп хаты ла юҡ, уртаҡ балабыҙ юҡ әле. Кешеһе бар саҡта сығам да ҡуям, алам ғына тиһен», - тип әбейҙең ауыҙын йомдорҙо ла ҡуйҙы, кешегә һис ҡаршы әйтеп өйрәнмәгән әбей “бәс” булды. Балаһы тыуғайны үҙгәрҙе улы. Ваҡытынан алдараҡ тыуҙы шул бала ғынаһы... әллә Кәшфуллаһыныҡы түгелме икән?... Мөғлифә әбей һиҫкәнеп китте: «Ыстырам, оло башым менән ҡалай юҡ-бар уйлап торам әле... Ана бөгөн күрше ауылға сильсәүиткә киттеләр, ыңғайлап та китерҙәр, Аллаһ бойорһа.» - уйҙарын кеше ишетеүҙән ҡурҡҡан төҫлө әбей елп итеп аласыҡҡа инеп китте, ейәне йоҡлаған арала ҡаҙанға аш һалыр кәрәк, балалары ҡайтыуға бешеп торор.
Ҡатынын ултыртып, күрше ауылға тип сығып китһә лә Кәшфулланың уйы бөтөнләй икенсе төрлө булған, күрәһең, ауылды сығып күп барманы, атын икенсе юлға ҡайырҙы. Ҡатынының һорамаясағын белһә лә. «бынан турараҡ», - тигән булды. Иренең ҡарашынан ниҙер һиҙеп һиҫкәнһә лә, ҡатын меҫкен бер ни ҙә өндәшмәне. Юлдан һәптеюҡ алыҫлашҡас, Кәшфулла атын туҡтатты. Әйләнеп арбаһын ҡарап сыҡҡан булды, баш тирәһен байҡап сыҡты, шунан ғына ҡатыны янына килде һәм :
-Йә, әйт инде, бала кемдеке?
Ғәзимә буҫығып илай башланы.Йәшле күҙҙәрен иренә төбәп, күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә һыңҡылдап яуап бирҙе:
- Һинеке инде, Кәшфулла, бүтән кемдеке булһын?
- Алдашма! Минеке булғас ниңә илайһың? – Кәшфулла ысынлап асыулана башланы, ҡаштары емерелде, күҙҙәре янып китте, - Йә, мине сығырымдан сығарма, яҡшылыҡ менән генә әйт дөрөҫөн?
-Һинеке, тим бит...
-Ә-ә, әле һин һаман әйтмәҫ китәһеңме? – Ир уны матҡып тотоп алды һәм шул килеш бер-икене эләктереп тә ебәрҙе, - әйт, кемдеке? Юғиһә хәҙер ошонда берәй ҡумырыҡ аҫтына тығып китәм, әйт, тиҙ бул!
-Һинеке инде, а-а-а...үлтерәһең...
-Минеке түгел, миңә «мөгөҙ” ҡуйыуы анһат түгел ул, әйт кемдеке?
-Әйтәм, әйтәм... Тик туҡмама ғына...
-Көтәм, тиҙ бул.
Нишләһен инде, Ғәзимә, бынауы ҡыпсыуыр кеүек ҡулдарҙан ысҡынып та булмаҫ, бәлки дөрөҫөн белһә тынсып йәшәп тә китерҙәр. Барыбер ҡасан да булһа ишетер, кешенән ишеткәнсе, үҙемдән ишетһен, тип дөрөҫөн әйтергә булды ҡатын.
-Һуңғараҡ ҡалып... һыйыр һауырға барғайным... бригадир Әптерәй йәбеште...
-Һе, мин беләм, һиҙәм бит ул минеке түгеллеген. Етмәһә, һуғышҡа ла бармайынса, бында бисәләр артын «еҫкәп» ятыусы Әптештеке икән! Беҙ һуғышта ҡан ҡойғанда, кәсебе шәп булған, тиҙәр шул. Йә инде, кем балаһын көтә яҙғанмын бит.Тфү! Бынауы Йәмилә еңгәмде лә әйтер инем инде, 7-8 айҙан да бала тыуырға мөмкин тип мине алдап маташа.Йә, мин һуғыштан ҡайтып төшкән сәғәттән димләй башланы. Эй, мин ҡәйнеш булһам да һин һеңлеһе бит әле.
Атын кире ҡайтыу юлына борҙо Кәшфулла.
-Ошонда ғына ҡалдырып ҡайтыр инем, йәлкеһең, яҡшы ҡатынһың... Тик мин башҡаса һинең менән йәшәй алмайым, үҙ иркең менән генә ҡайтып кит. Мыҫҡылға ҡалып,кеше балаһын көтә алмайым, етмәһә кемдең балаһы бит әле – Әптештеке! ТФҮ-Ү! – ғәрлегенә сыҙай алмай Кәшфулла ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенеп ебәрҙе һәм үҙ ҡылығынан үҙе оялып йылп итеп боролоп ҡатынына ҡараны, тик ҡатындың аңына уның һүгенеү һүҙҙәре барып етмәне, уның мейеһен айырылыу хурлығы томалағайны.Ул, йәшле күҙҙәрен көскә ҡалҡытып, ялбарыулы ҡарашын иренә төбәне:
-Ҡуй, Кәшфулла, кеше көлдөрмәйек инде... Бөтәһе лә һинеке, тип уйлай бит барыбер...
Күҙҙәренең тиҫкәреһен әйләндереп ҡараны уға ире. ҡатын, меҫкен, бөршәйеп ергә һеңгәндәй булды, шулай ҙа:
-Ҡәйнәм дә ейәнен бик ярата, - тиергә көс тапты.
- Һе... Баланың ғәйебе юҡ әлбиттә, әсәйем ярата икән, үҙ иркендә. Берәй ваҡыт үҙенең ысын ейәндәре була башлаһа, онотор әле. Ә һин иртәгә үк балаңды алып ҡайтып китәсәкһең, белдеңме? Юғиһә, үҙеңә үпкәлә.
Тиҙ генә ҡайтып китә алманы Ғәзимә. Ҡәйнәһенә иренең һүҙҙәрен еткерергә баҙнат итә алманы ул. Ҡәйнәһе, һуғыштан имен-аман ҡайтҡан улының балаһы тип уйлап, ейәнен шул тиклем ярата, хатта ҡулынан да төшөрмәй ине. Тик улының ҡырҡа үҙгәреүенә аптыраны ул, ниңә балаһын яратмай,ниңә башҡа йоҡлай, хатта мунсаға ла айырым йөрөйҙәр?... Килененән ҡырлап ҡына һорап ҡарағайны, уныһы ни түгелеп илап сыҡты ла китте. Улының һөмһөрө ҡойолоп йөрөүе лә эсен бошора әсәнең, тик бер әмәл дә итә алмай.
Аңҡы-тиңке булып, шаңҡып йөрөнө лә Кәшфулла, барып Йәмилә еңгәһен күрергә булды.
Эштән ҡайтып, атын туғарҙы ла өйгә лә инеп тормай, еңгәһен күрергә китте.
Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, урамға сығып күп тә барманы, юлына Әптерәй осраны, етмәһә, күрешергә ҡулын һуҙғас, аптырап, ҡул бирҙе. Бер аҙ буш-бар һөйләшеп торғандан һуң, Әптерәй, күҙҙәрен майландырып( бәлки, Кәшфуллаға ғына шулай тойолғандыр инде):
-Йә шунан, малайың үҫәме? – тип һораны.
Тимәк, үҙенеке икәнен белә! Зиһенен ярып үтте был һорау Кәшфулланың. Үҙендә шулай ҙа ыңғай яуап бирерлек көс тапты:
-Үҫә-ә, ай үҫәһен көн үҫә, - тип яуапланы ул,асыуын ауырлыҡ менән баҫып һәм Йомабай ағаһында йомошо барлығын аңғартып йәһәтләп Әптерәй янынан шылыу яғын ҡараны.
«Белә, ҡәһәрең, белмәй ни үҙе боҙғас, белә инде, йә инде, ниндәй ҡатынды харап иткән,ә! – тип Ғәзимәһен йәлләп тә ҡуйҙы, - юҡ, Әптеш балаһын көтәсәге юҡ инде уның. Егет сағынан яратманы шул Әптерәйҙе, ул ҡыҙҙарға бәйләнер ине, Кәшфулла уларҙы яҡлап туҡмалып та ҡуйыр ине. Йәшкә унан 4-5 йәшкә өлкән ул. Һуңынан үҙе һөйләп, үҙ һүҙенә үҙе ҡыуанып, ауыҙын ҙур асып һаһылдауҙары ла ытырғаныс булып тойолдо Кәшфуллаға.Ә бына хәҙер тормошона килеп инде, юҡ инде, мин түгел һеҙгә тишек шоманға ултыра торған кеше”
Ауыр уйҙар менән барып инде Йомабай ағаһының ҡапҡаһына Кәшфулла. Ағаһы ла эштән ҡайтып, атын туғарып ҡына тора ине. Ҡустыһын күргәс:
-Бар өйгә инә тор, мин малға бесән ташлап инәм, - тип - һыйырҙары торған кәртә яғына ыңғайланы.
«Бик йәтеш, бәлки еңгәм менән һөйләшеп өлгөрөрмөн» - тип уйлап, Кәшфулла йәһәтләп өйгә ашыҡты.
Еңгәһе, урындыҡҡа ашъяулыҡ түшәп, сәй ултыртып ҡына йөрөй ине. Элек Кәшфулла ҡәйнешен күрһә шаяртып зыҡ ҡупҡан еңгәһе был юлы уның һаулығын ғына алды ла артыҡ өндәшмәне.
“Тимәк,беҙҙең хәлдәрҙе белә... Ғәзимә аңғартып өлгөргәндер инде, тимәк тура ярып әйтергә лә була» -тип уйланы ла Кәшфулла һүҙен башланы:
-Еңгәй, минең ни өсөн килгәнде һиҙәһеңдер, моғайын...
Йәмилә көрһөнөп ҡуйҙы:
-Беләм дә ул... Аҙыраҡ Ғәзимәне йәлләһәң ни була.
-Еңгәй...
Тыңлап тормай, ҡул ғына һелтәне еңгәһе.
-Үҙем ғәйепле, үҙем димләнем шул... Йәшәр ҙә китерһегеҙ, моғайын, уаҡсылланып көнөн шутлап тормаҫһың, тип кенә уйлағайным.
- Бүтәндеке булһа көтөр инем, әммә мин Әптештең балаһын көтә алмайым.
-Барыбер айырырһың инде Ғәзимәне, йәшәһә лә ғүмер буйы йөҙөнән алырһың...
Монасип яғында бар бер ҡатын, ошо арала беҙ ағайың менән туйға барабыҙ, шуға барып һөйләшеп ҡара. Тик ата-әсәһе юҡ, һыу һөлөгө кеүек ҡатын. Һин уны ала алһаң уңырһың, донъя көтөргә шәпһең. Ғәзимә лә насар түгел дә бит... Ғүмер буйы һинән битәрләү һүҙе ишеткәнсе, ваҡытында сараһын күрер кәрәк
Ул арала ағаһы Кинйәбай килеп инде .лә бер юлы ҡулын йыуып, түргә уҙҙы.
-Шунан, хәлдәрегеҙ нисек, Балдыҙ ни хәлдә, бәпәй үҫәме? – тип Кәшфулланы ?орауҙарға күмеп ташланы. Яуап бирмәй, шымып ҡалған ҡустыһына текләп ҡараны ла:
-Аңлашылды- ы... - тип һуҙҙы, - еңгәң болғаған – үҙе төҙәтһен, - һөйләштеңме? – тине ул, ҡатынына уҫал ҡарап.
-Эйе, - тине Йәмилә,күңелһеҙ генә.
-Кеше яҙмышын боҙоп... – ағаһы, йөҙө боҙолоп, уларға борсолоп ҡарап тороусы ҡустыһына боролдо, - әҙерлән, беҙҙән ҡалма, 2 көндән китәбеҙ.
2 көндән, Кәшфулла ағалары менән Монасипҡа сығып китте.
-Ағайымдар менән йөрөп киләм, - тине аҡланырға теләгәндәй әсәһенә.
Әсәһе көрһөнөп кенә ҡуйҙы, бар ҙа барма ла тимәне.
Барып еткәнсе, ауыҙҙарына йөҙөк ҡапҡандай, береһе бер ни өндәшмәне. Шаян еңгәһенә лә ниҙер булды, шым ғына бара, ара-тирә көрһөнгөләп ҡуя. Ғәзимәне уйлайҙыр инде. Ә Монасип халҡын белеп етмәгән Кәшфулла йөрәкһеп ни уйларға ла белмәй. Кемгә төбәп алып бараларҙыр инде, әммә Кинйәбай ағай ҡуҙғалғас, насар ҡатын түгелдер... Монасипҡа барып етеп, атты саҡырыусының ҡапҡаһына индергәс, ул,ҡустыһы менән ҡатынын «Атты үҙем туғарам, өйгә инә тороғоҙ» - тип өйгә индереп ебәрҙе лә үҙе ҡаршы алырға сыҡҡан өй хужаһы менән икәү генә ҡалды. Кәшфулла өйгә ингәс аш-һыу йүнәтешеп йөрөүсе, аҡ йөҙлө, ҡара ҡашлы һылыу ҡатынды күреп, их, шул ғына булһа ярар ине, тип уйлап та ҡуйҙы үҙе лә һиҙмәҫтән. Һылыу ҙа, таҙа ла ине ҡатын. Кинйәбай хужа менән һөйләшә-һөйләшә килеп инде. Йөҙө яҡтырып киткән, көлөмһөрәп Кәшфуллаға күҙен ҡыҫты, эш беште, тиеүе булды, күрәһең. Барып, еңгәһенең ҡолағына ниҙер шыбырланы ла түргә уҙҙы. Ҡунаҡ башланды, теге йәш ҡатына ситтән генә урын алды. Кәшфулла, кешегә һиҙҙермәй генә уға ҡарап-ҡарап алды.
Ҡунаҡ барған арала, Кинйәбай Кәшфуллаға килеп, йәш ҡатынды күрһәтеп:
-Яҡшы көтөр булһаң ғына һөйләш,атаһы ла, әсәһе лә юҡ. 2 ағаһы, бер һеңлеһе бар. Ағаһының береһе һуғыштан ҡайтып етмәгән әле, олоһо төрмәлә. Стәрлетамаҡҡа ылау менән бойҙай алып барған саҡта юлдаш иптәштәре ныҡ асыҡҡас , ике урында туҡталып бойҙай ҡыҙҙырып ашатҡан, 2 кило бойҙайы тулмаған шуның өсөн 2 йылға хөкөм иткәндәр. Бәләкәй һеңлеһен көткән ошоғаса, тик уның күҙ йәштәренә ҡарамай, приютҡа алып киткәндәр. Шул һеңлеһен алыу өсөн сыға кейәүгә. Иренең «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы килгән... тип - теҙҙе, - ҡулыңа эләкһәме – уңасаҡһың ҡустым.
-Рәхмәт, ағай!
-Һай әттәгенәһе, - тип – көлдө ағаһы, - һөйләшкәс, әйтерһең рәхмәтеңде.
Ни эшләһә лә эшләне еңгәһе, осраштырып ҡунаҡ араһында һөйләштерҙе уларҙы. Артыҡ һүҙ һөйләмәй генә баш ҡағып ҡына ризалығын бирҙе ҡатын. Исеме Хәкимә икән.
-2 аҙнанан киләм, - тип өҙә һуҡты Кәшфулла. Хәкимә уға күтәрелеп тә ҡараманы. Хужабикәгә һауыт-һаба йыуыышты ла... әллә ҡайһы арала юҡҡа сыҡты. Йөрәкһегән Кәшфулла ла, ағаларын көтөп тормай, йәһәтләп йәйәү ҡайтып китте.
« Ну-у шәп ҡатын, бер килеп эләкһә. ебәрмәҫ инем инде мин уны... Йәһәтләп Ғәзимәне ҡайтарыр кәрәк... уныһы ла инде, аңламай микән инде, көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай ҙа һуң... Эй, бахыр, ул да яҡшы ҡатын да бит...”
Бүтәне бүтән,әсәһенә нисек әйтер икән? Әсәһенә һис ҡаршы әйтеп өйрәнмәгән ул. Әүлиә кеүек күрә ул уны. Кеше аңламай: «әсәй балаһы” тип тә ҡуялар ҡайһы саҡта, тик уларға Кәшфулла өндәшмәй, ниңә өндәшһен – уның алдында ғына түгел бөтә ауыл алдында әсәһенең абруйы ҙур икәнен белә бит ул.
Ҡайтҡас әсәһенә лә, ҡатыны ла бер ни ҙә өндәшмәй йөрөнө ул. Быны әсәһе тик яҡшыға юраны, улы йылмайып, көлөп һөйләшә, киленгә лә артыҡ өндәшмәй.
Ике аҙна ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ғәзимәгә генә:
-Мин яңынан ҡатын алып ҡайтам. Иртәгәгә бында булмайһың, - тине лә Кәшфулла әсәһенә лә әйтеп тормай юлға сыҡты, әсәһенең кире ҡайырып ҡуйырын уйланы.
Күңелһеҙ генә төшкө сәй ултыртып йөрөгән килененә һынамсыл ҡарап:
-Тағы ни булды икән? – тип борсолдо әбей, - күрмәй ҡалдым бит тегеһен, әллә берәй насар һүҙ ташлап сығып киттеме икән, һәйбәт кенә йөрөй ине бит әле?... Түҙмәне, сәй янында килененән
-Ҡайҙа һуң Кәшфулла? – тип һорай ҡуйҙы.
- Эй, ҡәйнәм... Ни эшләргә лә белмәйем инде... Ҡатын алып ҡайтам, өйҙө бушат! - тип сығып китте улың... – һөйләп тә бөттө, сеңләп тә ебәрҙе килене.
-Аһ –аһ, - тип бот сапты әбей, - нишана( бар әрләү һүҙе ошо ине уның), ҡайтһын ғына әле, мин уны... - тип улына янап та ҡуйҙы һәм килененә – бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, тыпырсыныр-тыпырсыныр ҙа тыныр әле, - тине, сөнки улының үҙенең һүҙенән сыҡмаҫын ул яҡшы белә ине.
Ә Кәшфулла был ваҡытта Бөрйән юлында ине инде. Монасипҡа килеп төшкәйне иртә менән 3-4 көн инде Хәкимәнең өйҙә булмауын әйттеләр, кемдер берәү Бөрйән юлына осратыуын да әйткән булып сыҡты. Юҡ, Кәшфулла кеше араһында көлкөгә ҡала торған әҙәм түгел, барыбер эҙләп табып алып ҡайтыр!.. Сәмсел, ғәрсел Кәшфулла ла Бөрйәнгә китте. «Ер тишегенән булһа ла эҙләп алып ҡайтам» тип уйланы ул. Тик... Хәкимә Бөрйәндә булмай сыҡты, аңҡы-тиңке булып , ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөнө лә Кәшфулла кире Монасипҡа килде. «Нисек ауылға ҡайтһын ул, ҡатынына бит өйҙө бушатырға ҡушты, әлдә генә әсәһе белмәй әле» Монасипта үҙе Хәкимә менән танышҡан өйгә килде. Әмәлгә ҡалғандай, уларҙа бер һалдат ултыра ине.
-Әйҙүк-әйҙүк, - тип түргә саҡырҙы уны хужа, - маҡтап ҡына йөрөйһөң икән, хәҙер ҡоҙағыйың аш өлгөртә.
Кәшфулла, ҡулдарын йыуып , улар янына уҙып улар менән күрешеп, ашъяулыҡ янынан урын алды.
-Бына, мин һөйләгән егет ошо инде, - тип һалдатҡа боролдо Кинйәбай, - ә Хәкимә ҡайҙа һуң,ниңә инмәй?
Күрәһең, улар уны Хәкимә менән бергә ҡайта тип уйлап, аш һалып көтөп торғандарҙыр инде.
-Бөрйәндә юҡ ул, - тине Кәшфулла, - мин кире ҡайтҡандыр тиһәм...
-Әй, мин һеҙҙе таныштырманым да бит әле, бына Хәкимә һеңлекәштең бер туған ағаһы, бөгөн генә ҡайтып төштө. Хәкимә, хаты юҡ тип борсола ине.
Улар гәпләшә-гәпләшә аш ашанылар, сәй эстеләр. Унан һуң өсәүләп тышҡа сыҡтылар.
-Ух, ниндәй сафлыҡ, һауаһы һуң, һауаһы, - тип күкрәк тултырып һуланы киске һауаны өй хужаһы – Сәйфетдин. Үҙе кеҫәһенән тәмәке сығарҙы.
-Һин нимә, әллә тегендә төтөндө аҙ еҫкәнеңме, бынауындай матур кисте боҙоп? – тип көлдө Хәкимәнең ағаһы Нурулла.
-Өйрәнелде инде, берәй нисек ташлар кәрәк ине лә ул, - Сәйфетдин шулай һөйләнә-һөйләнә тәмәкеһен ауыҙына ҡапты ла ҡабын Кәшфуллаға һуҙҙы.
-Ул нәмәне ауыҙға ла алған юҡ, ҡоҙа, - Кәшфулла ҡыйынһынып китте, - өйрәнеп булманы инде, һуғышта ла тартманым.
-Яҡшы, яҡшы. ҡоҙа. Мин тарттым инде. Нисауа, яҙған булһа ташлармын әле. Шунан, Хәкимә тураһында ни әйтерһең?
Кәшфулла оҡшаны Нуруллаға, ипле һөйләшә, тартмай, һуғышта гел командир булған. Бисәһе барлығын да, ниңә айырырға уйлағанын да хужа аңғартып ҡуйғайны инде.
-Ни тип әйтәһең инде, иртәгә үҙен барып күрербеҙ инде. Ҡунағыңды миңә ебәр, һеҙ үҙегеҙ ҙә күмәк бит.
Улар икәүләп Нуруллаға киттеләр. Һүҙҙәре килеште уларҙың, икеһе лә ҡайһындай мәхшәр, ут эсендә йөрөп, имен ҡайтҡан кешеләр бит. Таң атыуға Кәшфулла Хәкимә һәм уның ағайҙары, һеңлеһе тураһында, ата-әсәләренең нисек вафат булыуҙары хаҡында бөтәһен дә белә ине инде. Таң һыҙылыуға ғына йоҡлап китте ике утты-һыуҙы кискән һалдат.
-Әйҙә, - тине Нурулла, иртәнге сәйҙе эсеп алғас, - мин кисә уның ҡайҙалығын ишеткәйнем дә, үҙеңде күреп һөйләшермен, - тип уйлағайным. Күңелгә яттың былай, әҙ ултырыр – күп һынар, тигәндәй, барып һөйләшеп ҡарайыҡ, яҙған булһа, бәлки, кейәү ҙә булырһың.
-Ә ҡайҙа һуң ул?
-Эй, бесәнселәр янында, иптәш ҡыҙҙары янында икән. Кем белә, кире уйлап та ҡуйғандыр, кейәү бик яҡшы кеше ине...
- Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел – тип ҡуйҙы, Кәшфулла үпкәләгәндәй итеп.
- Шулай ҙа бит, кейәү уны 16 ғына йәшендә ФЗО-нан алып һалды, үҙе лә шуның арҡаһында һуғышҡа ла иртәрәк китте... Ярай, барайыҡ әле күҙ күрер, Шәмсинур ҙы ла приюттан алыр кәрәк, апайына ғына баш баҫып үҫеп килә ине...
Кәшфулла өндәшмәне, ни әйтһен инде ул, Кинйәбай ағаһы ла ҡатындың яҙмышын уға һөйләп, яҡшы көт, тип тыҡып-тыҡып ебәргәйне лә бит... «Тыумаған ҡолондоң ботон һындырған» кеүек булып ҡуймаһаҡ ярай ҙа бит – тип кенә уйланды борсолоп .
Колхоздың сабындары йыраҡ ҡына булып сыҡты. Бесәнселәрҙең төшкө ялға туҡтаған мәле, туғай гөрләп тора. Ҡаҙан аҫып ебәргәндәр, тирә-яҡҡа тәмле һурпа еҫе таралған. Бына бер осло күҙе Нурулланы күреп тә ҡалды һәм туғай яңғыратып:
-Хәкимә, ағайың ҡайтҡан, - тип һөрәнләп тә ебәрҙе. Сыр-сыу килгән ҡатын-ҡыҙҙар араһынан берәү айырылып сыҡты ла бер аҙ өнһөҙ торғандан һуң:
-Ағайым!... – тип быларға ҡаршы йүгерҙе.
Йүгереп килеп ағаһының ҡосағына һыйынып, күҙ йәштәренә күмелде Хәкимә. Ул да уны йыуатманы, өнһөҙ генә сәстәренән һыйпаны, маңлайынан үпте. Эйе, әсе яҙмыш төштө уларҙың өлөшөнә, бигерәк тә һеңлеһенең өлөшөнә. Бер аҙҙан Хәкимә Кәшфуллаға күтәрелеп ҡараны. Уның күҙ ҡарашы, һин дә йөрөйһөң тағылып, тигәнде аңлата кеүек тойолдо иргә. Тик Хәкимә улай уйламаны, үҙен эҙләп килгәнен аңлап ниндәйҙер аңлашылмаған кинәнес кисерҙе ул. Ағаһынан кискә тиклем бөтөнләй айырылманы. Нурулланы һырып алдылар, күккә сөйҙөләр, ул барыһы менән дә ҡосаҡлашып күреште, бәләкәйерәк малайҙарҙы күтәреп-күтәреп алды.Эйе, үҙ кеше ине ул ауылында. Олораҡтар Кәшфулла янына ла килеп һөйләшеп өлгөрҙөләр. Ҡайһыһы атаһын, ҡайһыһы әсәһен белә булып сыҡты, туған тейешле кешеләре лә табылды.
-Әйҙә, туған, ҡаранғы төшмәҫ элек ҡуҙғалайыҡ. Эш кешеләрен бимазалап йөрөмәйек – юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы.
Кәшфулла, был ни эшләр икән, тип Хәкимәгә күҙ һалды. Ә уның ағаһының ҡулдарын тотоп, күҙҙәренә ҡарап йылмайып торғанын күргәс, еңел тын алып, улар яғына ыңғайланы.
-Беҙҙе тере ҡул ҡалдыраһың бит әле, Нотфулла ҡустым, - тине – бригадир Әшрәф, бесән йыйышыуға ла шәп, тамаҡ бешереүгә лә оҫта бит әле Хәкимә.
-Ярай, ярай, һуңыраҡ килер әле, - тигән булды Нотфулла ла. Бригадир ҡабат өндәшмәне, ни генә тиһен инде, тик бесәнселәрҙең бөтәһенең дә тигәндәй күҙе Кәшфуллала икәнен күреп, йәһәтләп уларҙы эшкә ҡуҙғалтты. Бесәнселәр, хушлашып, теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалдылар.
-Олораҡ икән, - тине – береһе.
-“Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, ҡаласынан ҡан тамыр” – тине уны йөпләгәндәй икенсеһе.
-Етер һеҙгә, - тип екерҙе Әшрәф, - хәлен белмәһәгеҙ бер асыу.
-Шулай шул, бәхетле генә була күрһен инде, балаҡай, - тип күҙ йәштәрен һөрттө Бибикамал исемле ҡатын, уға башҡалар ҙа ҡушылды. Әле генә шаулап торған туғай тынып ҡалды, шул тыныуҙан кешеләр кискә тиклем тигәндәй шым ғына, баш баҫып эшләнеләр. Эй. был һуғыш... ниҙәр генә күрмәтмәне әҙәм балаһына...
Теге өсәү ҙә ҡуҙғалды.
-Шунан, ҡарындашым, ни уйланың?
Ни тиергә лә белмәй баш баҫты Хәкимә.
-Мин һиңә көсләшмәйем, тик ризалығыңды ла уйлабыраҡ бирер кәрәк ине, хәҙер бына Кәшфулла ҡустыны ла яйһыҙ хәлгә ҡалдыраһың бит инде...
-Минең шарттарыма риза булһа... мин риза.
-Ниндәй шарттар? – тине ағаһы аптырап.
-Иң беренсе детдомдан Шәмсинурҙы алышһын, унан тағы... мин ЗАГС-ҡа тормайым, бәлки кейәүең иҫәндер, - Хәкимәнең тауыштары ҡалтырап китте, - ул ҡайтһа, Шәмсинурҙы алып мин кире ҡайтасаҡмын...
-Әлбиттә! Мин риза, һеңлеңде иртәгәнән юллай башлаясаҡмын, - Кәшфулла ла Хәкимә ни әйтһә шуны үтәр сиккә еткәйне инде. Эстән генә, «ҡайтмай инде ул, кем белә үлгәндер ҙә, йә плендәлер, йә дезертирҙер» тип үҙенсә генә ҡыуанып ҡуйҙы ул.
Монасипҡа барып етеп, ул-был иткәс, йәһәтләп үҙҙәренең ауылына ҡайтырға сыҡты улар.
Хәҙер инде Кәшфулланы икенсе уй борсой башланы: их, Ғәзимә генә ҡайтып киткән булһаа ярар ине, бушты ғына әсәйемә аңғартып һөйләп китмәгәнмен, их, ҡайтҡан булһа ярар ине...
Ауылға эңерләтеп кенә ҡайтып еттеләр.
Ишекте асыу менән иң беренсе Кәшфулланың күҙенә Ғәзимә салынды, ул түрбашта, мейес янында киске аш йүнәтә ине булһа кәрәк. Ир йылп итеп әйләнеп Хәкимәгә күҙ һалды, тик уның борсолмауын күреп тынысланды. Ул арала тыштан әсәһе килеп инде:
-Ҡайҙа йөрөйһөң ул уттай эш ваҡытында? – әбей бик асыулы ине, - быныһы кем тағы? – тип Хәкимәгә төбәлде ул.
Бығаса Ғәзимәне һеңлеләрелер, тип уйлап тороусы ҡатын тертләп китте.
Кәләше, тигән уй йүгерҙе башына. Ул ишеккә ынтылды, тик Кәшфулла уны сығып йүгермәҫ элек эләктереп өлгөрҙө һәм әсәһенә:
-Әсәй, был киленең була, - тине
-Ә был киленде ҡайҙа ҡуяһың? –әсәһе асыуынан Ғәзимә киленен уға этә биреп ҡуйҙы.
-Ярай, ҡәйнәм, мин ҡайтам. Минең өсөн тәмһеҙләшмәгеҙ, үҙем ғәйепле, - тип әйтергә көс тапты үҙендә меҫкен ҡатын һәм сәңгелдәктән балаһын алып сығып китте.
Өйҙө бер аҙға тынлыҡ баҫты. Тик зирәк әбей хәлде ҡуйыртып торманы:
-Әйҙә, килен, төклө аяғың менән, - тип киленен түргә саҡырҙы һәм - йә, оҫталығыңды күрһәт әйҙә, киске ашты йүнәт, - тип бойороҡ биреп тә ҡуйҙы. Кәшфулла иркен тын алып,йылмайып ебәрҙе.
Күрер әле әсәһе килененең нисек аш-һыуға оҫта икәнен, яратыр уны, барыбер яратыр, сөнки уны бит улы ярата.
Яратты әсәһе киленен, бик яратты, бөтөн эшкә лә өлгөр,шул тиклем тилбер булып сыҡты килене.
Бына бит улы ла йылмайып ҡына йөрөй, килендең детдомдағы һеңлеһен дә барып алып ҡайтты.
Эй, ул детдом тигән нәмәләрен хоҙай күрһәтмәһен, һөйәк тә тире инде бахыр бала. Ярай, апайы шәп , ана фермаға эшкә лә төштө, терелтеп алыр әле. Әбей балалары һөйләмәһә лә кеше аша баланың улыныҡы түгеллеген дә ишеткәйне инде, Анауы Әптерәйҙеке икәнен белгәс, үҙе лә йәшәй алмаҫтар, имен сағында ҡайтҡаны яҡшы тиеп уйланы, тик һуң ишетте. Кисәге һаман улы ҡайтмағас, Йәмилә килененә барып сәй эсеп ҡайтты, шунда ул һөйләп һалды әле ул.
-Ҡыҫылып йөрөмә, тип- әбейҙе ҡаты ғына киҫәтеп тә ҡуйҙы. Белһә ни, ҡыҫылмаҫ та ине бит...
Ярай, хәйерлеһе шулдыр.
Өсәү ара бик татыу йәшәп китте улар. Шәмсинур ҙа тилбер булып сыҡты. Апаһы менән еҙнәһе ферманан эштән ҡатыуға уаҡ-төйәк эште бөтөрөп ҡуя, иҙәнен дә йыуа һалып сыға, әбейгә утын индереп бирә, һөйөнөп бөтә алмай Мөғлифә әбей.
Бер көн урамда Ниғмәт ҡарт:
-Дә, ҡатындың кәттәһен эләктергән Кәшфулла, - тип торғас, етмәһә Ситдығы ҡушылып:
-Эйе, шәп ҡатын эләктергән, - тип Ниғмәт ҡартты йөптәп торғас, әллә ни эшләне лә китте: эстәре көтөрҙәшеп ни, ҡарт аҙғындар, бисәләрен һанға һуҡмай, туҡмап йәшәттеләр, хәҙер кеше бисәһенә һеләгәйҙәрен ағыҙалар, нишаналар, - тип эй һуҡранды үҙ алдына, эй һуҡранды. Былай ҙа биш ваҡыт намаҙын теүәл генә үтәп йөрөгән әбей бөтөнләй урын төбөнән төшмәҫ булып китте. Һәр намаҙының артынан Аллаһтан улы менән килененә һаулыҡ, татыулыҡ, бала- сағалы булып китеүҙәрен һораны.
Оҙаҡ йөрөнө килене бәпәй алмай. Өс йыл... Әллә Ғәзимәнең үпкәһе ебәрмәйме икән? – тип тә уйлап бөттө Мөғлифә әбей. Улай тиһәң , үҙе ғәйепле... Уны ла ғәйепләп булмай инде... Һуғыш ғәйепле барыһына, һуғыш...
3 йыл үтеүгә килененең матур ғына булып йомороланып китеүе күҙенә салынды уның. “Эй, Раббым, теләктәремде ишеттең бит, эй, Раббым, шөкөр инде, мең-мең шөкөр”.
Ә Хәкимә, кешегә бик бәхетле булып күренһә лә,һаман тәүге ирен көтә ине. Белмәйҙәр шул уның хәлгенәләрен, эскәйендә ниндәй ут янғанын... Эшкә, һеңлеһенә генә баҫып йәшәй ул күңелен.
Ул ғынаһы тыуғас, килененең:” И-и, улғынамды минең, яралы бәхеткенәмде, - тип яратыуын ишеткәс әбей бик аптыраны, төрлөсә уйлап, үҙенсә юрап ҡуйҙы һәм килененең барып арҡаһынан яратып:
-Имен йәшә, балаҡайым, яралы булһа ла бәхетең бар. Ә һин булғанға, ейәнем тыуғанға иреңдең бәхете бөтөн. Яйлап- яйлап һинеке лә бөтәйер, киленем, - тине. Килене әйләнеп уның күкрәгенә башын һалды һәм тәүге тапҡыр ҡәйнәһе алдында күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
-Илаһын әйҙә, күңелендәге һағыштары бөтөр, бөтмәһә лә кәмер, - тип уйланы Мөғллифә әбей, килененең сәстәрен һыйпап, арҡаһынан һөйөп.
Йылдар үтте. Мөғлифә әбейгә улының бәхете теүәлләнгән төҫлө тойолоп, ул инде килененең һуғыштан алда никахлы ире булғанлығы тураһында онотоп та ҡуйғайны инде, хәҙер инде дүртенсе балалары тыуҙы, ейәндәрен ҡарашып, улына, килененә матур кәңәштәрен биреп, тормошонан шул тиклем риза булып йәшәп ята ине ул. Тик... барыбер күп нәмәне белеп етмәгән икән әле ул. Бер көндө түр бүлмәлә ауырыҡһынып йоҡомһорап ята ине, аш бүлмәһендә улы менән килененең әрепләшкәнен ишетеп ҡолаҡ һала ҡуйҙы:
-Юҡ, ЗАГС-ҡа торабыҙ,юғиһә мин балаларға фамилиямды бирҙермәйем, атаһы тигән графа ла буш торһон әйҙә.
-Атайыбыҙ булмаған, тип уйламаҫтар, моғайын... Аңларҙар үҫә килә.
-Дүртенсегә минән бала табаһың, нисә йыл бергә йәшәйбеҙ. Хәҙер барыбер үткәндәргә кире ҡайтып булмай. Юҡ кешене лә көтә икән кеше...
Үлде, тимәгәндәр бит, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа һирәкләп табыла тора...
-Ну, ҡара еңмешһең дә инде... Әҙәмдән оят.
-Уның нимәһе оят, асығын белмәйенсә, Зариф тураһында берәй хәбәр ишетмәйенсә имн барыбер ЗАГС-ҡа тормайым. Мин һиңә баштан әйттем,үҙең риза булдың бит.
-Һуң... әй, теләһә ни эшлә, әммә минең фамилияны ҡуймайһың – ныҡ асыуланды, шикелле, Кәшфулла, ишекте шартлата ябып сығып китте һәм кискә тиклем ҡайтманы. Иҫерек ине ул, бығаса ла эсештереп алһа ла иҫергәнен күргәндәре юҡ ине әле. Эсһә лә әсәһе, ҡатыны алдында аҡланып, көлөп кенә бөгөн нарком нормаһы эләкте, тип кенә ҡуя торған ине, ә бөгөн инде лә аш бүлмәһенә инеп ултырҙы. Аш ҡойоп бирергә уйлаған ҡатынын екереп янынан ҡыуып сығарҙы. Кеҫәһенән бөтмәй ҡалған шешәһен сығарҙы ла стаканға һалып эсергә уйланы. Мөғлифә әбей түҙмәне, улы янына сыҡты:
-Ҡуй, балаҡайым, юҡ менән булма, түбәнгә төшкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың, - тине әбей улының арҡаһынан һөйөп, - әйҙә урыныңа сығып ят, ыҙғышмағыҙ, балаларың үҫеп килә.
-Их, әсәй, һин дә аңламайһың... Немецте еңгән кеше бит мин... ә үҙ бисәмә һүҙем үтмәй...
-Ярай, ярай, - әжеүәләне улын Мөғлифә, тик үҙенең дә килененә шул тиклем асыуы килә, ана бит улын нимә эшләткән,хәҙер нығынды шул... – үҙем һөйләшеп ҡарармын килен менән, мине тыңлар ул...
- Ю-у-ҡ! Ауыҙыңды ла асма, әсәй, - Кәшфулла һикереп торҙо, - әйҙә, ниндәй фамилия ҡуйһа ла ҡуйһын, бала барыбер минеке бит, унан ҡыҙҙарға фамилия ла үтә мөһим түгел инде...
-Аһ-аһ, шулай булғас ниңә эсәһең? Юҡ ҡайғыңды бар итеп? – әбей улының ҡулынан шешәһен алды, - эш эшләһәң ҡайғы-хәсрәт һәйбәтерәк баҫыла ул, бар, тышҡа сыҡ, эштән күп нәмә юҡ.
Әсәһе менән һүҙләшеп торманы Кәшфулла, кейенде лә тышҡа сығып китте, тупһаға баҫыуы булды, бөтә эштәре иҫенә төштө. «Әсәйем дөрөҫ әйтә, бесәндән алда мал өйөн дә өлгөртөр кәрәк, түбәлектең башын яңыртырға ваҡыт, бер бесәнгә төшһәң...көҙ еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалына торған.
Барыбер еңмешләнде Кәшфулла, фамилияһын баланың тыуыу таныҡлығына яҙҙыртманы.
-Баланың ни ғәйебе һуң? – тигән әсәһенә хатта яуап та бирмәне.
Килене лә үҙ һүҙле булып сыҡты, балаға тәүге иренең фамилияһын яҙҙырып ҡуйҙы. Ә ауыл советында уйлап та, һорап та тормай атай графаһына Кәшфулланың исемен теркәнеләр.
-Килен, мин китәм, - тине бер көн әбей килененә, - Кәшфулланың һөмһөрө ҡойолоп йөрөүе иҙә мине.
-Ҡуй, ҡәйнәм, Кәшфулла ни баҫылыр әле, ЗАГС-ҡа тормағанға миңә үпкәләп кенә йөрөй бит ул.
-Нисәмә йыл шул нәмәңде һөйләйһең, әллә нимецтә плендә лә йөрөп яталыр, кем белә, ҡайтһа ни, балларыңды һөйрәп китер ҙә барырһың, - һис кемгә тауышын күтәрмәгән әбейҙең асыуы тышҡа сыҡҡан ине. Ул ҡабатлап килененең һүҙен дә тыңлап торманы, төйөнсөгөн тотоп тышҡа атланы, ҡыҙында һыйыр әле ,моғайын.
-Йә инде, нисәмә йыл шул ире менән ҡаңғыра. Уныһы, иҫән булып, нимец бисәһе алып ҡайтып төшһә инде, йә үлгәндер, йә плендәлер әле, - тип һөйләнә-һөйләнә барып инде Мөғлифә Фәйрүзә ҡыҙына. Ҡыҙы, уның төйөнсөгөн күрҙе лә:
-Тағы ни булды, әсәй?, - тип килеп ҡулындағы әйберҙәрен алды.
-Ни булһын, килен менән ағайың һаман ЗАГС-ҡа тормағандар икән, еңгәң бәпәй алғаны бирле шуның өсөн талашалар, ағайың тота ла шешәгә йәбешә,эсеп алып китмәгәйе, тип борсолам.
-Уға ниңә борсолаһың, талашырҙар ҙа туҡтарҙар әле.
-Эйәреп килмәһә, Ғәзимә лә бик һәйбәт килен ине әле. Ана хәҙер иргә барып, нисәмә балаға әсәй булып китте.
-Юҡты һөйләмә, Хәкимә еңгәм килмәһә башҡаһы булыр ине, ағайым барыбер Ғәзимә еңгәйҙе айырыр ине. Еңгәмдең күңелен китеп буш-бар әйтеп бөткәнһеңдер инде.
-Артыҡ әйтмәнем, төйөнсөгөмдө генә алдым да сығып киттем.
- Бында ла үҙең артыҡ йөрөргә яратмайһың, Ней апайым да оҙаҡ тора алмайһың, ней Фәрзәнә килен менән борсағың бешмәй китә, улай ярамай инде, әсәй,үҙеңә лә сабырлыҡ кәрәк. Бында күпме торорһоң икән, барыбер ағайыма кире китәһең бит Кәшфулла ағайымһыҙ сыҙайһыңмы ни һин? – Фәрзәнә һөйләнә-һөйләнә самауырын яңыртып ебәрҙе. Икәүләп шым ғына ултырып сәй эстеләр. Хәсрәте күп шул Фәрзәнәнең дә. Берҙән ире ауырый, икенсенән береһенән береһе ваҡ балалар... Әсәһе бында йөрөһә һәйбәт тә бит, эштә сағында исмаһам балалары ҡараулы. Тик әлегә тиклем әсәһе берҙә оҙаҡҡа килгәне юҡ, уҙа барһа аҙна-ун көн...
Тик Мөғлифә әбей ҡайтырға уйламаны ла. Аҙна түгел, ай үтте, йыл үтте – ҡыҙынан китмәне ул.
Ара-тирә аҙналап барып ҡалған балаларында йөрөнө лә кире ҡыҙына килде. Кейәүе үлеп ҡалғас, бөтөнләйгә ҡыҙында ҡалды. Үҙе кеүек үк йомшаҡ күңелле, алсаҡ ҡыҙында уға еңел ине йәшәүе.
Талашыр кешеһе лә юҡ, балалары ла өләсәйҙән өҙөлөп торалар. Ары-бире барып киткән арала Кәшфуллаһы ғына һуҡранып үҙенә йәшәргә саҡырып ыҙаланы, һуңынан ул да төңөлдө.
Эргә-тирәләге балаларҙы еләк-емешкә алып йөрөнө әбей, эйәреп йөрөгәндәйҙәрҙең бөтәһен дә эйәртер ине. Муйыл тирергә, оҫҡон, ҡуҙғалаҡ йыйырға алып сыҡты. Ата-әсәләре эштә, ә ул ошо балаларға ҡарауыл ине. Шулай балаларҙы йыйып еләккә алып сыҡты бер йәйҙә. Байтаҡ ҡына йөрөп ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Бер тау башына килеп сыҡтылар. Мөғлифә әбей аҫҡа ,күренеп ятҡан ауыл яғына ҡарағайны...йөрәге жыу итеп ҡалды – аҫта йәйрәп уның тыуған ауылы – Ҡолғанаһы ята ине.
Ул сеңләп илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Балалар шымып ҡалды.
-Өләсәй, ниңә илайһың? Ҡайтып еттек бит, – ейәнсәре Фәриҙә аптырап өләсәһенең ҡулдарынан тотоп алып, күҙҙәренә ҡараны.
-Эй, балаҡайҙарым, һеҙҙе аҙаштырғанмын бит, ана яңылыш минең тыуған ауылыма килеп сыҡҡанбыҙ. Нисек кенә кире ҡайтып етербеҙ инде?
Балалар ҙа аптырап ауыл яғына төбәлделәр, бәләкәйерәктәре сеңләп илай ҙа башланы.
-Өләсәй, - тине өлкәнерәк малайҙарҙың береһе, - Был Ҡолғана түгел, был беҙҙең ауыл.
-Ә-ә? Мин ни Ҡолғана Түгәрмәһендә торам икән, - тип уйлайым бит әле. Унда ла тап ошо Түгәрмә кеүек кенә ике Түгәрмә тауы бар. Эй, һағындым шул ауылымды, күрә алмай ғына үлеп китермен инде...
Ҡартайҙы шул Мөғлифә, ҡартайҙы... Зар-интизар булып ауылын һағынды...
Балаларҙың тауыштары ла кәмене, улар һөҙәгерәк ер һайлап тау түбәненә атланылар. Ошо йәйҙән һуң Мөғлифә әбей бүтәнсә емешкә йөрөй алманы, ҡарыуы ҡайтты уның... Тик шулай ҙа ҡапҡа төбөнә сығып ейән-ейәнсәрҙәренә үҙенең уҙған ғүмерен һөйләп ултырыр ине.Балалар уның һөйләгәндәрен әкиәт кеүек ҡабул иттеләр. Сөнки 10 йәшлек кенә ҡыҙ балаға "килен" тип буласаҡ ҡайнының һырға һабағы биреп ҡайтыуы, оҙатып алғансы ире буласаҡ кешенең тау аша кәләшен күрергә йөрөүе, 13 йәше тулып уҙыуға килен итеп оҙатып алыуҙары уларҙың аңына һыйып етмәне...
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: