Даирә
+21 °С
Болотло

Һөйөнсө! Яңы китап сыҡты

Ошо көндәрҙә “Афған һалдаттары һуғышы” тип исемләнгән алтынсы китабым донъя күрҙе, тип шатлығы менән уртаҡлашырға ҡояштай балҡып Сахай ауылынан РФ һәм БР Журналистар Союзы ағзаһы Таһир ағай Вилданов килеп инде.

Һөйөнсө! Яңы китап сыҡтыҺөйөнсө! Яңы китап сыҡты
Һөйөнсө! Яңы китап сыҡты

Ул яңы ғына буяу еҫтәре аңҡып торған китабын беҙгә бүләк итеп: - Мин был китапты изге китап тип әйтер инем, сөнки йылдар үткән һайын беҙҙең арабыҙҙа һуғыш юлы үткән яугирҙәребеҙ кәмей бара. Унда бар район буйынса 1979-1989-сы йылдарҙағы афған һуғышында хеҙмәт иткән, батырлыҡтар күрһәткән, ә ҡайһы берәүҙәренә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмаған яугирҙәр хаҡында мәҡәләләр тупланған. Мин был китапты яугир-интернационалистар менән ғорурланыу, һәр ваҡыт иҫкә алыу һәм хәтерҙә тотоу өсөн сығарҙым, - тине Таһир Йәғәфәр улы.

Эйе, был китап авторҙың башҡа китаптарына оҡшамаған. Бында айырым герой юҡ. Афғанстан юлын үткән һалдаттарҙың һәр береһенең яҙмыштары үҙенсәлекле. Шуныһы күҙгә ташлана, улар һуғыш утын күрһәләр ҙә, береһендә лә маҡтаныу, ғорурланыу, маһайыу кеүек сифаттар күренмәй. Егеттәр тыуған яҡтарына ҡайтып ябай һалдаттар менән бер рәттән ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләп, тыныс тормошта хеҙмәт иттеләр.

Был китап өҫтөндә эшләү ижадташыма ауыр булды һәм күп ваҡыт талап итте. Ул Афғанстанда хеҙмәт иткән егеттәрҙең ата-әсәләре, тормош иптәштәре, туғандары, класташтары һәм дуҫтарынан иҫтәлектәрҙе, хәтирәләрҙе һәм фотоһүрәттәрҙе берәмләп йыйҙы. Шуға ла ул бик ҡәҙерле китап, - тип яҙа редактор һүҙендә китаптың мөхәррире Риф Йөҙлөкбаев.

Китаптың авторы Таһир Вилданов шулай уҡ китапты донъяға сығарыуҙа ярҙам иткән барыһына ла ҙур рәхмәт белдерә.

“Афған һалдаттары һуғышы” китабы үҙ уҡыусыларын мотлаҡ табыр, тип ышанабыҙ. Ә Таһир Йәғәфәр улынан тағы ла яңы китаптар көтөп ҡалабыҙ.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас