Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хыянат (хикәйә)

«Судҡа ғариза бирһәм?!» «Бөгөндән берәй яҡҡа сығып китергә! Өс йәшлек сабый менән, ай-һай...» «Әсәйемә ҡайтам. Аҙмы ни ирҙән уңмай ата-әсәһенә һыйынғандар?» «Нисек тәне тартҡан?! Яратмайса...»  

Хыянат (хикәйә)
Хыянат (хикәйә)

Ҡырҡ төрлө уй сыуалды Зәлифәнең башында. Нәфрәтенән тешләнде, асыуҙан талағы ташты. Күңелен ҡара болоттар ҡаплағайны уның, тик ара-тирә яҡты хәтирәләр генә шул болоттарҙы таратырға, көйөнөстәрен кәметергә тырышты. Исмаһам, илай ҙа белмәй бит, бәғер төбөндәге зәһәр юшҡын, бәлки, күҙ йәше менән иреп ағыр ине.

Моңға-зарға быуылған әҙәм балаһы тәҙрәгә ҡапланыусан. Ниңә икән?

Ә тышта ямғыр быҫҡаҡлай. Кистән елһерәп тора ине шул Әй буйҙары.

* * *

«Хөрмәтле Зәлифә! Мин һеҙҙең менән ныҡлап танышырға теләйем». Бына әкәмәт! Әллә башына тай типкән инде был Радиктың? Белмәһә, күрмәһә – бер асыу. Белә, һәйбәт кенә белә уны Зәлифә. Поселоктың арғы осонда йәшәйҙәр. Буйсан ғына, сәсе бөҙрәләнеп, танау осо саҡ ҡына төйөрләнеп, кәксәйеберәк тора. Мәктәпте бер класҡа алдан бөттө, армияға алынғансы, гаражда эшләне. Слесарь ине шикелле. Гитарала уйнай, хатта Зәлифә уны сәхнәлә күргеләне. Ҡарап тороуға асҡаҡ тойолһа ла, егет-елән менән үҙ-ара сәкәләшеп, милицияға эләккәнен дә ишеткәйне. Былағайыраҡ, үҙе ҡыйыу ғына... Ә бөгөн килеп тартынып ҡына: «Танышайыҡ», – ти. Яҙғы бер көндә, урам йәшелләндереү өмәһендә, йәнәш эшләнеләр. Радик соҡор ҡаҙҙы, Зәлифә шунда ҡайын үҫентеләре төбөнә һыу ташып ҡойҙо. Башҡалар менән һөйләшкәндәге ише бер ҙә әрһеҙләнмәне бит әле үҙе. Исмаһам, анау саҡта ултыртҡан сауҡалар үҫәме, тип һораһа, ҡолаҡҡа яғыр ине.

Хат алмаҡ – яуап яҙмаҡ. Зәлифә тәүҙә «яҡындан танышырға» теләүсенән зәһәр көлөп, арлы-бирле генә сәләм күндерергә самалағайны ла, килешеп бөтмәҫ, хәтере ҡалыр йә, тип уйланы. Һалдат халҡының ҡыҙҙарға шулайыраҡ яҙа торған йолаһы барҙыр. Бәлки, ул ихлас күңелдән, Зәлифәне оҡшатып «танышалыр» – ни ғәйеп. Үҙе лә күҙ һалмаҫлыҡ түгел дәһә. Һын тиһәң – һыны, төҫ тиһәң – төҫө. Ит ҡунып, яурындарын киңәйтеп ҡайтыр. Бөҙрәләнеберәк торған ҡара сәсен ҡайсылап әрәм иткәндәрҙер әле. Фотоһын һорап яҙһа, килешер микән? Ҡуй, бигерәк ыңғайға тора, тиер.

«Һаумы, Радик! һинең менән танышыуға ҡаршы түгелмен. Ауыл китапханаһында эшләйем. Быйыл ситтән тороп техникумға индем...»

Тағы нимә яҙырға? Клуб хәлдәрен, мәктәпкә ниндәй яңы уҡытыусылар килгәнен, дискотека ойошторолоуын, ҡыштың йомшаҡ тороуын яҙырға мөмкин.

Армияға киткәнеңде белмәнем шул, оҙатып ҡуйыр инем, тиһә?! Ҡуй, оҡшамағанды. Башта «Исемем – Зәлифә», тип юҡҡа яҙҙы, буғай. Үпкәләһә ни, үҙенең хатын иҫләһен.

Егет үпкәләмәне. Дөрөҫ, үҙенең балаларса «танышыуына» башын төйгөләп көлдө лә был хаҡта бөтөнләйгә оноторға тырышты. Радиктан, һалдат форсатына ҡарап, берсә оҙон, берсә ҡыҫҡа хаттар килгеләне: шуныһы оҡшаны – өмәлә бергәләп ултыртҡан ағастарҙы ла онотмаған икән. Ҡыҙ иһә хатҡа хат менән теүәл яуап бирҙе. Хисһеҙ, кисерешһеҙ генә хаттарҙың береһендә «тиҙҙән отпуск» тигән сәләм Зәлифәне елкендереп ҡуйғайны.

Ҡайтты ул отпускыға. Кистәрен китапханала осраштылар, йә кино ҡаранылар, йә урам ҡыҙырҙылар... Әхирәттәренең көнсөллөк ҡатыш ҡыҙығыулы ҡараштарын да тойҙо Зәлифә.

Тәүләп ҡар яуған мәл ине. Ауыл ситендә, ағастарын үҙҙәре ултыртҡан паркка, ыңғайланылар.

– Һи, мин ҡайтыуға былар беҙҙән аша ҡарап торасаҡ, – тине Радик, бер сауҡаның ҡарағусҡыл осон һыйпап.

– Ҡара әле, минеке менән типә-тиң. – Зәлифә ҡапыл ғына йәнәштәгеһенә «хужа» булды. – И, былар ҡайын булғансы...

– Күр ҙә тор, егерме-утыҙ йылдан урман булыр. Икәүләп ейән-ейәнсәрҙәрҙе етәкләп ошонда килербеҙ. – Зәлифәнең күңелен рәхәт бер тойғо иләҫ-миләҫ килтергәйне шул саҡ.

Хеҙмәттән ҡайтҡас, Радик эшкә урынлашты. Яҙға Зәлифәне кәләшлеккә һоратты. Йәш ғаиләнең донъяһы тиҙ үк яйға һалынғандай булды: яңы урамдағы таш йорттан, Зәлифәнең әсәһе Фатима апай әйтмешләй, «хөкүмәт фатиры» бушағайны – туптай малайҙары тыуыуға шуны бирҙеләр. Бер генә бүлмә, ярай әле, кухняһы айырым. Ҡыҫынҡыраҡ, һалҡынсараҡ инде, уның ҡарауы, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә. Фатима әбейҙең,– уны әбей тип әйтергә тел дә әйләнмәй, төҫкә-башҡа иллене генә бирергә мөмкин – миңә, яңғыҙ башыма, кәзә лә етә, һыйырымды алығыҙ, бәләкәсегеҙгә аҡ кәрәк, тигән теләге генә үтәлмәне. Сөнки йәштәр урамында аҙбар һирәк, һыйырҙы әсәләрендә уртаҡ ҡарарға килештеләр.

Йәшәргә лә йәшәргә... Зәлифә, бәләкәйҙән әсәһенән күрмәксе, бәйләмгә, тегенеүгә, аш-һыуға оҫтара, өйөн ал да гөл тота. Радик та арыу ғына хужа булмаҡсы. Аҙ-маҙ йыйынтыҡтарына осһоҙло мотоцикл алып ебәрҙеләр – әҙәм һоҡландырып, аяҙлауҙа бесәнлеккә, һирәкләп еләк, бәшмәк уңған сәхрәләргә елдерәләр. Йософ менән Зөләйха кеүек икән, тип хәбәр таратҡан, ти, хатта Радик затынан бер бабай. Юҡ-юҡ та хәл белешеп, сәй эсеп киткеләй ул. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа... Аҡыллы ла, хәүефле лә боронғо һынамыш инһә, бары тик көнсөлдәрҙең генә ҡара уйына ингәндер...

Эше генә мәшәҡәтлерәк Радиктың, төшөмө лә «һай-һай» түгел. Кирбес, шифер тейәп, әле тегендә, әле бында саба. Колхоздарҙа ферма-маҙарҙы ипкә-һапҡа килтерәләр, сенаж соҡорҙары йөҙләйҙәр, юлдарҙы рәтләйҙәр. Колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһының кәсебе шул инде, нихәл итәһең. Район үҙәге ҡасандыр ошо ауылда булған, аҙаҡ ҡеүәтлерәк ергә күсенгән, ә әлеге контора урынында ҡалған. Бер уйлаһа, Радик һымаҡ машина ене ҡағылғандарға Һарыярҙа бүтәнсә морон төртөр урын да юҡ. Кем-кем, әммә Радик «кеше» ташыуҙы ниңәлер кәмһенә. «Кеше» тигәне – Радикты еңел машинаға димләгән үҙҙәренең начальнигы булыр. Колхоз председателе лә ҡармаҡлағайны, һылтауын да эҙләмәй кире ҡаҡты. Йылғыр, үткер, Радик менән айыуға барып була, тип уйлайҙармы, әллә һөймәлекле күреүҙәреме, белмәҫһең.

Көндәр үтә, тормош дауам итә, ҡайһы саҡ көтөлмәгән һөйөнөс-көйөнөстәрен татыта торҙо. Ир ҡатындарына үҙ ояларын башҡаларҙыҡына сағыштырырға Хоҙай ҡуштымы икән, әллә... юҡлыҡ талаштыра, тигәндәре дөрөҫтәрме, Зәлифәнең дә ауыҙынан «бүтәндәр шулай ҙа былай» тигәнерәк һүҙ сыҡҡыланы. Үҙенең дә хеҙмәт хаҡы ташҡа үлсәйем генә шул.

Аҡса тип тыртайыуына үкенгеләй ҙә ине Зәлифә. Ә Радик эшен күтәреп һуҡты ла «шабашка»ға ҡайырылды. Хәҙер ни ҡайҙа ла кәсеп күп: ипләйҙәр ҙә һипләйҙәр, йә теҙәләр, йә һүтәләр, ә һөнәрле ҡулдарға ҡытлыҡ. Тик иренең шикле әҙәмдәр араһына ғына ҡыҫылыуы эсен бошорҙо. Хәйер, күрҙе башлыҡтарын, Прораб ҡушаматлы. Заманында хатта райкомда эшләгән, тиҙәр. Эсеүе арҡаһында партиянан ҡыуылған, өйөнән дә һөрөлгән. Ҡарамаҡҡа ир аламаһы ла түгел. Эшкә әрһеҙ, сыҙам, тиҙәр үҙен. Көрәп алған аҡсаһын ирәүән туҙҙыра ла, теләгәнсә «ял иткәс», яңы объектҡа тотоналар, имеш. Хәйләһеҙ, тиҙ эшләйҙәр, ти былай. Ҡара кистән һары таңғаса. Кәсепте эҙләп тә йонсомай «бригадалары», унан да, бынан да заказдар яуа. Бер ҡараһаң, законды ла боҙмайҙар. Һәүетемсә, договор нигеҙендә тир түгәләр.

Бер тапҡыр «бригада» Зәлифәнесң өйөндә мәжлес ҡорҙо... Өндәшмәне хужабикә, Радигы меңдән ашыу алып ҡайтҡанғамы икән. Ике ай эсендә кергән мал! Мәгәр ҡолаҡтарына киртеп ҡуйҙы: ҡабат шешә менән өйгә индермәйәсәген әйтте. Тора-бара Зәлифә иренең йүнле-башлы өйҙә ҡунмауына, баланы үҙе генә тәрбиәләүенә зарланды, кире элекке эшеңә булһа ла ҡайт, тип инәлде. Тегеһе һуҙҙы, көҙгә тиклем генә йөрөргә вәғәҙә бирҙе. Хәҙер мин ташсы ла, бетонсы ла, кәрәк икән, крансы ла, тип маһайҙы.

Инде сентябрь етте. Берсә әбейҙәр сыуағы балҡый, берсә бар тәбиғәт иламһырай...

* * *

Ишек шаҡынылар. Әсәһелер, кисә улын өйөнә илтеп ҡалдырғайны. Шул килгән. Бер үҙе, ейәнен иртүк яслегә оҙатҡан, моғайын.

– Атаҡ-атаҡ, ҡыҙым, көпә-көндөҙ һуйҙайып ятаһыңмы? – Тик тороу төшөнә лә инмәгән әсәһе ысынлап ғәжәпләнде. – Аяҡһығанһыңдыр, кисә төҫөң ҡасҡайны. Әйтмәй-нитмәй әллә ҡайҙа ашыҡтыңсы... Ҡайҙа барҙың?

Ҡайҙа барҙы һуң әле? Кисә бит әле...

Эйе, китапханаһын асып, күбеһенсә бала-сағаны хеҙмәтләндерә ине. Бер мәл Юлай килеп инде. Фырт ҡына кейенгән. Элекке класташы, ул – буйҙаҡ. Хәҙер машинала – элекке Радиктыҡында.

Бынан, китапхана тәҙрәһенән, баҡса күренә. Ҡасандыр үҙҙәре ултыртҡан сибек кенә үҫентеләр аҡ билле сауҡаларға әйләнгән. Уны-быны һөйләштеләр. Мәктәптә лә хәбәргә аптырай торғандарҙан түгел ине Юлай, холҡон ташламағанға оҡшай. Беләген ҡаймыҡтырып, өс көнгә справка алдым, ти. Хәҙер, йәнәһе, китап уҡыуҙан башҡаға эшкинмәй. Быларҙы көлдөрә-көлдөрә һөйләне, яңы китап һайланы.

– Ниңә һаман өйләнмәйһең? – тип иптәштәрсә һорап ҡуйҙы Зәлифә егеттән.

– Ҡурҡыта бит әле.

– Нимә ҡурҡыта? – Китапханасы ихлас көлөмһөрәне. – Әҙме ни ҡыҙҙар, тот та өйлән.

– Анһат! Мин күҙ һалғандарын башҡалар тарта ла ала. – Егет ҡатынға сәйер ҡараштарын төбәне.

– Үҙегеҙ нисек кенә? Радикович йүгереп йөрөйҙөр.

– Бер көйө... – Зәлифә лә нисектер моңһоуланды, уйсанланды. Юлай быны үҙенсә aңлaп, хәленә «инмәксе» булды, ахырыһы.

– Икегеҙҙе лә дуҫ күреп әйтәм: бер барып ҡотон алыр инең шул... донъя бутағыстың. Үткән аҙнала Прораб менән бәрәңгеһен ҡаҙыша ине әле...

Зәлифәнең йөрәгенә ут ҡабынды. Яҙа-йоҙа ғына бер хәбәр еткәйне лә баһа ҡолағына. Иғтибарға алманы шул, ошаҡ-мошаҡтыр әле, тине лә тынысланды.

– Мәрйәмдекенме? Кит бушты!

– Белмәмешкә һалышма, – тине Юлай етди генә. Шунан ул, аңына килгәндәй, сәғәтенә ҡараны ла медпункт яғына ыңғайланы. «Әйтәм, һуңғы арала һирәгерәк ҡайта. Арый, имеш. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, ҡунып ҡала... Бөгөн дә ҡайтмаһа?..»

Зәлифәнең кәйефе боҙолдо, ҡулына эш барманы. Китапхананы бикләп, ясленән малайын алып сыҡты. Ғәҙәттәгесә, ҡайтышлай йәшлек яҙында ултыртылған сауҡалар эргәһенән үттеләр. «Радик-3әлифә»нең ҡурыша төшкән япраҡтары уҫал шыршы энәләрендәй тойолдо улын етәкләгән әсәгә.

Ҡайтты, малайын ашатты, ә үҙенең тамағына барманы. Йәне көйҙө, йөрәге өҙгөләнде. Түҙмәне, улын әсәһенә индерҙе лә оло юлға сыҡты. Машина-фәлән юҡ, берәйһенә инәлергә оялды. Егерме саҡрымға кешене ризалаштырыуы ла ҡыйын инде. Үткәндәге яуын юлдарҙы ла боҙғайны.

Тураға китте. Боронғо һуҡмаҡтан хәҙер кеше һирәк йөрөй, күп тигәндә дүрт саҡрым булыр. Белә, ялтас ҡалҡыулыҡ аръяғында йылға йәйҙәрен кисеү бирә. Билдән була, тиҙәр. Аҡһа, ағыр, аҡмаһа, ҡалыр, кисеү тапмаһа, йөҙөп сығыр.

Көнбайыштан һиҙҙермәй генә эңер ҡараңғылығы ябырылды. Бер бөгөлөп ағартып, икенсеһен дөмһәйтеп, Әй һыуҙары ҡабаланмай ғына ярһыҙ даръяларға ҡарай аға. Зәлифә яғына аптыраулы ҡаранып, шаптыр-шоптор ике балыҡсы уҙып китте.

Бына ул һыбай, йәйәү генә кисерлек урын. Ике яҡлап та текә генә яр. Тулҡындар сайпыла. Һыуы артыҡ һалҡын түгел һымаҡ. Зәлифә, итәген теҙҙән өҫкә күтәреп, туфлиҙарын ҡултыҡтарына ҡыҫтырып, йылғаға инде. Эх, бая кеды кейгән булһасы. Ярай ҙа йылға төбө тайғаҡ ташлы түгел. Был ни хәл – ыжламай ҙа. Серле йылғанан да, шомло ҡараңғылыҡтан да. Бына һыу балтырына, тубығына етте. Әлдә ағым тыныс. Тәне өшөр ҙә йылыныр, ә бына еүеште кейһә, һыуыҡ алдырыуы ихтимал. Этем дә юҡ был тирәлә: Зәлифә оялыуһыҙ күлдәген систе лә уға туфлиҙарын төрҙө, һыу инәһе тип шаҡ ҡатырһың! Арғы яҡлап тәрәнерәк икән – кендегенә етә яҙҙы.

Утһыҙ төтөн борҡомаҫ... Мәрйәмдә ул, шуның ҡосағында. Бына тигән ирен әҙәмгә һанламай ҡыуып сығарған, тиҙәр. Хәҙер кеше йәре танһыҡ икән берәүгә. Күрмәгәнен күрһәтер. Өйөн үртәр, үртәмәһә, тәҙрәләрен зыңлатып онтар, сәсен йолҡор!

Зәлифә игене урылған баҫыу юлынан байтаҡ атланы. Ҡыҙыу барҙы, тиҙҙән дерелдәүе лә бөттө. Сәғәт беренселер инде, циферблаты шәйләнмәй. Ауыл уттары һирәкләнгән, эттәре лауылдаша, клубтарынан ҡолаҡҡа музыка сағыла. Ярһыуы баҫылғайны уның. Бында милиционер юҡ. Берәй депутатты уятһа? Килешерме? Әгәр ғәйбәт... ысындыр, ике ауыҙҙай ишеткәндең берәүһе хаҡтыр. Тәү мәртәбә кем әйткәнен дә иҫләмәй. Ышанмауҙан, әһәмиәт бирмәүҙән инде.

Бәй, өйҙәрен онотҡан түгелме? Онотмаған. Мәрхүм атаһы өйөндә йәшәй, әсәһен ағаһы Һарыярға күсергән шикелле.

Бына ул төпкө урамдағы иҫке генә йорт. Ҡапҡаһы хәтәр бит. Ярай әле ихатанан эт тауышы тойолмай.

Бер ерҙән дә эскә үтә алмағас, Зәлифә йән асыуына ҡапҡаны дөбөрләтте, типкесләне, алмаш-тилмәш йомшаҡ яурындары менән этәрҙе. Әһә, асмайҙар, хәҙер, хәҙер, ҡайҙа берәй таяҡ менән икеһен дә... Тиҙҙән ҡурҡа-ҡурҡа Мәрйәм килде, теләр-теләмәҫ кенә ҡапҡаны асты; Зәлифә ҡапыл өйгә йүгерҙе, әммә унда берәүҙе лә тап итмәне. Төнгө ҡунағы ҡапҡа дөбөрләү менән һыҙғандыр. Ләкин... түшәктә мендәр икәү ине. Уныһы ла бүстәк. Ә һуң яғылмаған мейес алдындағы папирос төпсөгө?! Ике бөкләнгән, Радикса... Ғүмере әйтмәгән һүҙҙәрен әйтте Зәлифә, тегеһенең өндәшмәүе, бары тик йөҙөн ҡаплап иламһырауы асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартты. «Ярай, ал, бирәм мин һиңә Радикты...» Талсығып, ярһыуынан бышлығып әйткән һуңғы һүҙҙәре ошо булды.

* * *

Иң яҡын серҙәше, иң ғәзиз әхирәте – әсәһе бит. Зәлифә һөйләгәндәргә һиҫкәнеп, баш ҡағып ултырҙы Фатима апай.

– Юллатып барҙым. Буш өйҙә ваҡытлыса торалар икән. Бер ни булмағандай, Прораб эргәһендә йоҡлап ятҡан була, ғәләмәт. Бөттө хәҙер, тамағына ла бешермәйем, керен дә йыумайым. Китһен әйҙә шайкаһына.

– Ҡатын ҡыҙғанмаған – ҡалтаҡ, ир ҡыҙғанмаған – ишәк, тигән боронғолар. – Фатима апай үҙен дә, ҡыҙын да йыуатырға тырышҡан төҫлө ине. – Ояғыҙҙы туҙҙырмағыҙ, балағыҙҙы етем итмәгеҙ. Баштан үтте – атайһыҙ үҫеүҙән дә ҡыйын нәмә юҡ донъяла. Ыштан-мыштанын йыумаһаң йыума, тик тамағынан өҙөргә ярамай. Ҡуй инде, төшөмдә һинең менән ҡара муйыл тиргәйнем, ҡайғы-хәсрәткә булған икән. Һөйөклө кейәүемдән күрәһем барҙыр инде...

Бына шулай ҡара бесәй үтте араларынан. Радик, хыянат иттем дә, тип сиселмәне, итмәнем дә, тип танманы. Ул нисектер аҙ һүҙлегә, уйсаныраҡҡа әйләнде.

Ярай әле, күңелһеҙ ваҡиға хаҡында әллә ни ләстит таралманы. Шулай ҙа бер көн бабайы килеп китте, «Йософ»то аулаҡлап оҙаҡ ҡына беште.

Шабашканаи китте Радик, ҡабат гаражға слесарь булып урынлашты. Тора-бара Зәлифәнең күңел яраһы ла бөтәшкәндәй булды, тик ул ваҡыт-ваҡыт һулҡылдап, әрнеп үҙен һиҙҙертә ине әле. Ғүмергә ҡалыр, ахырыһы.

Ләкин йәш ғаиләгә тормош тағы ла ҡатыраҡ һынауын ҡуйҙы: Радик бөйөр ауырыуына һабышты. Бик яман, төҙәлмәҫлек сир. Өфөгә ебәрҙеләр. Больниңала аҙнанан ашыу Зәлифә менән бер палатала йәшәнеләр. Операцияға ятыр алдынан Радик ҡатынын яратыуын, мәңге яратасағын белдерҙе, яҙмыштан уҙмыш юҡ – ғәфү үтенде, бәхилләште. Зәлифә йәшкәҙәп эйәген ҡаҡты, йәнәһе, ғәфү итә... Иренең ябыҡ яңаҡтарынан һыйпап һөйҙө, ҡаҡ маңлайынан үпте. Ә ул... оиерациянан һуң күп тә йәшәмәне.

Бына тағы күкрәп яҙ килде. Зәлифә ҡайғынан һығылды, шулай ҙа бөгөлөп төшмәне. Бер көн Һарыяр универмагында Мәрйәмде тап итте, уны өйөнә саҡырып, алып ҡайтты. Сөкөрләшеп сәй эстеләр, бергәләп балауыҙ һыҡтылар. Мәрйәмдең хәҙер Прорабҡа сығырға уйы юҡ түгел икән.

Юлай – фырт буйҙаҡ – инде китапханаға йышыраҡ йөрөй, үҙенең Зәлифәгә әүрәүен һис тә йәшермәй. Бер көн хатта китабы менән хат та ҡалдырып китте. Ризалығын һорамаҡсы... Имеш, әсәләрен күндергән, шулар ғына ошоғаса тызып маташҡан, юғиһә, күптән тәҡдим яһар икән.

Оҙаҡ уйланы тол ҡатын. «Бәхетем хаттандыр инде. Радик та, мәрхүмкәй, хат аша «танышҡайны...» Ҡапыл ғына бәғерҙәрен көйҙөрөп, мажаралар иҫенә төштө. Изге теләктәндерме, яуыз ниәттәндерме, Радиктың хыянаты хаҡында ныҡлап Юлай иҫкәртте ләһә. Беҙ ҡапсыҡта ятмай. Радиктың аҙғынлығын иртәме, һуңмы – барыбер еткерерҙәр ине. Ишеткәйне лә бит, әһәмиәт кенә бирмәне, ышанманы. Бәлки, Юлай үҙенең фашлауы менән Зәлифәгә яҡшатланырға теләгәндер. Хөсөтләнеүе лә ихтимал. Бисәләр шикелле ни... Нисек кенә булмаһын, хәҙер бит Зәлифә Радигын ғәфү иткән. Ай-һай, ғәфү, итер өсөн дә күп көс кәрәк. Үлгәндәргә рәнйеүҙән ни фәтүә?!

«Яҡын күреп әйтәм: дуҫын һатҡан кешегә ышаныуы ауыр. Бушҡа өмөтләнмә. 3.» Юлайҙың ғишыҡ хатына ошондай юлдар өҫтәлде. Ә үҙе аҙап ҡалды, тиҙҙән яҙғандарын сыймаҡлай башланы. Нисек еткерер һуң егеткә Зәлифә был аяуһыҙ фекерен?

Сабир ШӘРИПОВ.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: