Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетһеҙлек ... тыумаған ҡыҙыңдан киләсәк (СУД ЗАЛЫНАН)

Заремаға ете йәш тулып, мәктәпкә йыйынғанда әсәһе ҡапыл яҡты донъяларҙы ҡалдырып китте. Уны тыуған ауылына ерләнеләр. Был олоғайған әсәһенең талабы, хатта бойороғо булды. “Әрәм иттең баламды! Исмаһам, үлгәс моңо түгелгән тыуған тупрағы ҡосағында ятһын. Өйөңдә бикләп, һарғайтып үлтерҙең баламды! Туғай тултырып йырлап, һәр ҡояш нурына, ямғыр тамсыһына, ҡар-буранға шатланып, иркенлекте яратҡан ҡыҙымды һин генә үлтерҙең”,-тип иланы өләсәһе...  

Бәхетһеҙлек ... тыумаған ҡыҙыңдан киләсәк (СУД ЗАЛЫНАН)
Бәхетһеҙлек ... тыумаған ҡыҙыңдан киләсәк (СУД ЗАЛЫНАН)

Суд залынан

Бәхетһеҙлек ... тыумаған ҡыҙыңдан киләсәк”

Ғаилә низағтары, иң яҡын кешеләрҙең үҙ-ара талашыуы, мөлкәт, донъя бүлешә алмауы, ә ҡайһы саҡта бер-береһенә ҡул күтәреүе хөкөм залына алып килеп еткерә. Сетерекле хәлдәр, аяныслы яҙмыштар – бындағы диуарҙарға ла күптән һеңеп бөткән инде. Шулай ҙа һәр әҙәм балаһының тормошонда үргә менгән баҫҡыстар ҙа, тайып китеп йығылыуҙар ҙа булыуын, иң мөһиме, күтәрелергә көс табырға кәрәк булыуын оноторға ярамай.

Зарема үҙ әсәһен яҡшы хәтерләй. Ҡыҙын-бәләкәсен һөйөп туя алмай ине ул. Атаһы ҡатынына баланы артыҡ иркәләтергә ярамауын белдереп, йыш асыуланһа ла, “мөхәббәт емешебеҙ бит, һөйөүҙән тыуған сабыйыбыҙ бит” тиер ине. Әммә атаһы барыбер ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, аҡырып алып китер ине. Зарема бының сәсәбен һуңынан, үҫә төшкәс кенә белде. Атаһы өҙөлөп малай тыуырын көткән икән. Улай ғына түгел, армияла хеҙмәт иткән сағында уға бер сиған ҡатыны, ҡулына ҡарап күрәҙәлек иткән. “Һинең беренсе балаң мотлаҡ малай булырға тейеш. Әгәр ҡыҙ тыуһа – яҙмышың селпәрәмә киләсәк. Һиңә бар бәхетһеҙлекте беренсе булып тыуған ҡыҙың алып киләсәк”,-тигән.

Әле саҡ армияла хеҙмәт итеп йөрөгән йәш егет ни өсөн сиғандың һүҙҙәренә ул тиклем әһәмиәт биргәндер инде? Быныһын Зарема әле лә аңлай алмай. Ундай йәштә егеттәр бөтөнләй икенсе – үҙ донъяһында йәшәй бит. Тыңлауын – тыңлағас , нисек барыһын да хәтеренә һеңдереп ҡалдырғандыр? Ярай, күңеленә ныҡ үтеп инһен ти был һүҙҙәр, ә ниңә уны бар ауылға таратырға? Юҡ, Зарема атаһын аҡларлыҡ һүҙҙәр эҙләп-эҙләп ҡарай ҙа, барыбер таба алмай.

Сәстәре ҡара болоттай булып, бөҙрәләнеп, бөгәренә тиклем төшөп торған Зареманың әсәһе - Әҡлимәгә йәш сағында бар ауыл егеттәре күҙ ата. Үҙе бик тә моңло тауышлы, ә бейергә төшһә, уның буй-һынына ҡарап барыһы ла тел шартлата. Ҙур ҡара күҙҙәрен тултырып ҡараһа, йәшәрен йәшәгән бабайҙар ҙа: “Кемдең бәхетенә яҙған был һыу һөлөгө?”-тип ҡуйыр булған. Хатта Өфөнән килгән әртистәр бер нисә мәртәбә Әҡлимәне бергә баш ҡалаға китергә өгөтләй. “Тәбиғәт һиңә шундай һәләт биргән. Бындай гүзәллек сәхнәлә йәшәргә, йондоҙ булып янырға тейеш”,-тип өгөтләй сәнғәт кешеләре. Ҡыҙҙың күңеле елкенеп-елкенеп ҡуя ла, тик ҡайҙан инде? Ғаиләлә – баш бала. Өҫтәүенә әсәһе йыш ауырый. Аталары урманға барғанда ҡазаланып, фажиғәле үлеп ҡуйҙы. Ҡыҙ үҙенән кесе ике ҡустыһы, ике һеңлеһенә атай ҙа, әсәй ҙә урынына. Шуға күрә ауылдағы сараларҙа ғына сығыш яһап йөрөнө. “Бөгөнгө кисәлә Әҡлимә йырлай!”-тигән хәбәр таралыу менән ауыл клубы шығырым тулыр ине.

Ошондай кисәләрҙең береһенә Әхсән дә килә. Яңыраҡ ҡына әрме сафынан ҡайтҡан егет Әҡлимәне күреп шунда уҡ ғашиҡ була. Тик ҡыҙҙың янына барырлыҡ түгел: уҫал да, ғорур ҙа, башҡа егеттәр ҙә күп йөрөй артынан. Ул ипләп кенә Әҡлимә тураһында һораша башлай. Әсәһе ауырығанға был ғаиләгә ут-бесән алыу ҙур ҡыйынлыҡҡа әүерелгәнен белеп, ошо мөмкинселеккә йәбешә. Атаһының йөк машинаһын һорап алып, Әҡлимәгә ярҙамға ашыға. Шулай итеп ныҡлап танышып китә йәштәр. Тик Әхсәндең атаһы эш нимәлә икәнен белгәс улына: “Һиңә шул тиклем һылыу кәләш нимәгә кәрәк ул? Ғүмерең буйы ҡыҙғанып ыҙалаясаҡһың бит!”-тип ҡаршы төшөп ҡарай. Әммә ғашиҡ егетте бер ниндәй көс тә туҡтатырлыҡ булмай.

Ҡыҙғаныуға килгәндә, Әхсән Әҡлимәгә өйләнмәҫ борон үҙ шарттарын теҙә башлай. “Сәхнәгә менеп йырламайһың-бейемәйһең! Йорт тирәһендә ир көсө кәрәк булһа, тик мине генә саҡыраһың, башҡалар ураланып йөрөмәһен!”-тип ныҡыта ул.

Ә Әҡлимәгә быларҙың барыһы ла ҡыҙыҡ булып тойола. Быға тиклем бер кем менән осрашмаған, һөйөү утында янмаған ҡыҙ Әхсәндең үҙен көнләшеүен, тиҙ генә үсегеп китеүен көлә-көлә әсәһенә лә һөйләй. Ҡәҙерле кешеһе баш сайҡап: “Эй, ҡыҙым, өйләнмәйенсә шулай ҡылана. Законлы ҡатыны иткәс ни эшләтер? Ҡуй, ҡыҙым, йөрөмәһен ул беҙҙең тирәлә, китһен. Үҙең дә ныҡ эҫенмәҫ элек кире бор”,-тип кәңәш итә.

Бер кис Әҡлимә әхирәттәре менән клубҡа китә. Дискотекала бейеп йөрөгән ҡыҙ үҙен кемдер елтерәтеп әйләндереүенән ҡурҡып китә. Алдында ярһыған Әхсән баҫып тора. “Мин һиңә нимә тип әйттем?! Ни өсөн минһеҙ бында килдең?!”-тип ҡыҙҙы сығыу юлына һөйрәкләй башлай. Сит ауыл егетенең үҙҙәренең иң һылыу ҡыҙҙарына шулай ташланыуын ауылдаштары, әлбиттә, өнәп етмәй. Һуғыш китә. Әхсән бер егеткә ныҡ эләктереп, тегеһе дауаханаға эләгә. Әхсәнде ҡулға алалар. Уның ата-әсәһе дауаханала ятҡан егет менән һөйләшеп, ғаризаһын алдыралар. Шул уҡ кисте улар Әҡлимәнең әсәһенә лә киләләр. “Беҙҙең улыбыҙ ҡыҙыңды ныҡ ярата. Әллә ниндәй йүләрлектәр ҡыла башланы. Үҙенә бер-бер хәл итмәһен тип ҡурҡабыҙ. Әйҙә, өйләндерәйек балаларҙы. Ҡыҙың бер мохтажлыҡ күрмәҫ. Улыбыҙға тигән өй ҙә һалып бөтөлгән, хужабикә генә кәрәк”,-ти улар. Әҡлимәнең әсәһе: “Юҡтан ыҙғыш сығарған һуғыш суҡмарына бирерлек балам юҡ, бирмәйем”,-тип ризалашмай.

Ә тышта Әхсән Әҡлимә алдында тубыҡланып тора. “Ғәфү ит мине. Ныҡ яратам һине! Шуға көнләшәм дә. Хатта сәстәреңә ҡағылған елгә лә, һинең ҡарашың төшкән һәр нәмәнән ҡыҙғанам. Яратам бит! Әгәр миңә кейәүгә сығыуҙан баш тартһаң, аҫылынам да ҡуям”,-ти егет.

Әҡлимә Әхсәндең күҙҙәренән йәштәр атылып сығыуын күреп әллә нимә эшләп китә. “Ошо түгелме һуң һөйөү?! Ул бит минең өсөн донъянан ваз кисергә әҙер! Мин дә ул килмәй торһа юҡһынам бит”,-тип уйлана ҡыҙ. Өйҙән килеп сыҡҡан Әхсәндең атаһы-әсәһенең: “Улым, ҡайттыҡ, Әҡлимәнең әсәһе риза түгел”,-тигән һүҙҙәре аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тойола йәштәргә.

Ҡыҙ әсәһен борсоу, хафалы уйҙара һалып, Әхсәнгә тормошҡа сыға. “Эй, балам, үҙеңде әрәм итәһең бит. Ҡараштары яман бит ул егеттең, бәхетле итә алмаҫ һине”,-тип илай ул.

Әҡлимә яңы, матур ҙур йортҡа килен түгел, ә хужабикә булып килеп инә. Тик әсәһенең һүҙҙәре хаҡ булып сыға. Әхсән уны ҡыҙғана, бер ҡайҙа ла эшләтмәй. Өйҙәренә ситтәрҙең түгел, әсәһенең, бер туғандарының да килеүен яратмай. Әҡлимә яҡындарынан айырылып яңғыҙы тороп ҡала. Әхсән ҡатынының һәр аҙымын күҙәтә, уның хаҡында хәбәр йыйырға әүәҫләнеп китә. Әҡлимә ауырға ҡалғас: “Малай табырға тейешһең!”-тип туҡтауһыҙ тылҡый. Ҡатыны: “Беренсе бәпесебеҙ бит - малай булһа ла, ҡыҙ булһа ла”,-ти. Шул саҡ Әхсән сиған ҡатынының күрәҙәлеген еткерә. Әҡлимә уны буш һүҙҙәргә ышанмаҫҡа, тыумаған сабыйҙың яҙмышын ағыуламаҫҡа өндәп ҡарай. Ҡайҙан инде, ир үҙенекен һөйләй. Хәҙер инде Әҡлимә лә кем тыуасағын уйлап, зарығып-һарғайып, кибә башлай. Бер көн саҡырыуһыҙ килеп ингән әсәһе кейәүен: “Һыу һөлөгөндәй баламды күләгәгә әйләндерҙең!”-тип илап сығып китә.

Әҡлимә ҡыҙ таба. Был хаҡта ишеткән Әхсән бала табыу йортона килмәй эсеп йөрөй. Сиған ҡатынының ҡыҙ тыуһа үҙен алама яҙмыш көтәсәген күрәҙәләүен барыһына ла тарата. Хатта уны йәлләүселәр табыла. Шулай ҙа ҡәйнәһенең Әҡлимәне һәм бәпесте үҙенә алып ҡайтырға уйлайын ишетеп, йәһәтләп бала табыу йортона килеп етә. Әсәһе ҡыҙына: “Ҡайттыҡ үҙебеҙгә! Яңы тыуған балаһының яҙмышын аламалыҡҡа юрап, ғәйбәт һөйләп йөрөгән ир яҡшы атай булыр тейһеңме?!”-тип ялбарһа ла, Әҡлимә Әхсәндең машинаһына ултыра. Бәпестәре тыуғас, тулы ғаиләбеҙ хәҙер, барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнә ул. Таң менән тыуған сабыйға Әҡлимә үҙе Зарема тип исем ҡуша. Әхсән “миңә барыбер” тип ҡул һелтәй. Йәш әсә сабыйына бар һөйөүен-наҙын бирә. Быны күргән-тойған Әхсән ҡатынын бәпескә лә ҡыҙғана башлай. Бар асыуын Әҡлимәгә, хатта сабыйға төшөрә. Төнөн илаған Зарема янына ҡатынын ебрәмәй ыҙалата. Туҡтауһыҙ мыжыған, һәр саҡ ризаһыҙ булған ире һәм бала араһында йүгергеләгән Әҡлимә ныҡ ауырып китә. Уны дауаханаға һалалар. Әхсән Зареманы ҡарарға теләмәй. Ҡыҙыҡайҙы өләсәһе алып ҡайтып китә. Шулай Әҡлимәнең дауахана юлын тапауы йышая. Әсәһе ҡыҙының күп нәмәне һөйләмәүен, иренең уны ныҡ ыҙалатыуын һиҙә, аңлай, әммә бер нимә эшләй алмай. Өҫтәүенә үҙе лә олоғая, йыш ауырый. Әҡлимә өйҙә саҡта ҡыҙын һөйөп туя алмай, иркәләтә, уны ҡурсаҡтай кейендерә. Аш-һыуға оҫта әсәһе ниндәй генә тәмлекәстәр бешермәй! Ә өйҙәре һәр саҡ шул тиклем матур, гөл-сәскәгә күмелгән була. Атаһы, киреһенсә, Заремаға бер ниндәй йылы тойғоларын һиҙҙермәй. Дауахананан сығып та өлгөрмәгән ҡатынын: “Беҙгә малай табырға кәрәк”,-тип ыҙалата.

Әсәһенең янып торған ҡарашы тоноҡлана, һүлпәнәйә генә бара. Бер кем дә хәҙер унда бар кешеләрҙең ҡарашын үҙенә тартҡан һылыуҡайҙы танымаҫ ине. Тиҙҙән иренең яңғыҙ ҡатын менән йөрөүен дә ишеттерҙеләр Әҡлимәгә. Заремаға ете йәш тулып, мәктәпкә йыйынғанда әсәһе ҡапыл яҡты донъяларҙы ҡалдырып китте. Уны тыуған ауылына ерләнеләр. Был олоғайған әсәһенең талабы, хатта бойороғо булды. “Әрәм иттең баламды! Исмаһам, үлгәс моңо түгелгән тыуған тупрағы ҡосағында ятһын. Өйөңдә бикләп, һарғайтып үлтерҙең баламды! Туғай тултырып йырлап, һәр ҡояш нурына, ямғыр тамсыһына, ҡар-буранға шатланып, иркенлекте яратҡан ҡыҙымды һин генә үлтерҙең”,-тип иланы өләсәһе.

Зарема кескәй генә булһа ла өлкән кешенең был һүҙҙәре йөрәгендә уйылып ҡалды. Өләсәһе ҡыҙыҡайҙы үҙенә алырға булды. Атаһы ла быға ҡаршы түгел ине. Әммә уйламаған кеше – Әхсәндең йөрөгән ҡатыны ҡаршы төштө. “Ниңә ҡыҙыңды ситкә ебәрергә? Минең улым менән уйнап үҫерҙәр. Иптәш булырҙар бер-береһенә. Әсәһе өсөн пенсияһы ла килеп торасаҡ. Артыҡ аҡса буламы ни?”-тине ул.

Әхсән Сәғиләне ҡатынының ҡырҡы ла тулмаҫ элек тейәп алып ҡайтты. “Зарема, кил, яңы әсәйең менән таныш!”-тип ҡысҡырҙы ул. Тик ҡыҙыҡай: “Ул минең әсәйем түгел! Минең әсәйем үлде, ул хәҙер ожмахта”,-тип ҡысҡырҙы. Һәм шунда уҡ атаһының битенә сәпәп ебәреүенән өнһөҙ ҡалды. Сәғилә янында торған ун йәш тирәһендәге малай шарҡылдап көлә башланы. Ҡыҙыҡай тиҙерәк өләсәһенең килеп алыуын теләне. Тик берҙән-бер яҡын кешеһе тиҙҙән түшәккә ятты ла ҡуйҙы. Ыжғыр һыуыҡ ҡыш көнөндә өләсәһе лә мәрхүмә булды. Әхсәнгә хәбәр итһәләр ҙә, ул элекке ҡәйнәһен ерләшергә барманы. Зарема ла өләсәһе менән хушлаша алмай ҡалды.

Үгәй әсәнең әкиәттәрҙә генә түгел, ә ысынбарлыҡта ла яуызлығын белеп-татып үҫте ҡыҙ. Ағайың була тигән Сабир аҡылға бер төрлөрәк булып сыҡты. Шуға күрә уны өйҙә уҡыттылар. Зарема тырышып уҡыны. Бар теләге – мәктәпте тамамлау һәм ситкә сығып китеү. Тик үгәй әсәнең үҙенә ҡарата булған ҡара уйҙарын белмәне шул ҡыҙ. Туғыҙҙан училищеға китәм тигән Зареманың бар документтары йәшерелгән ине. “Улай булғас унынсы класҡа барайым”,-тине ул атаһына август еткәс. Атаһы: “Өйҙә эш бөтмәгән, ана, өҫтәп мал алдым, умарта, әсәйеңә булыш”,-тип кенә ҡуйҙы. Бала сағынан баҫылып, ҡағылып, һуғылып йәшәгән ҡыҙ атаһына ҡаршы әйтә алманы.

Ҡыҙға ун һигеҙ йәш тулғас, үгәй әсә Әхсәнгә: “Зарема менән Сабирҙы өйләндерер кәрәк”,-тип ныҡыта башлай. Ҡыҙ егермене үткән Сабирҙың үҙенә текләп, һөҙөп ҡарауын тойоп йөрөй. Унан бик ҡурҡа, уның менән яңғыҙы ҡалмаҫҡа тырыша. Аҡылға бер төрлө егет Зареманан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөй. Бер төн йоҡлап ятҡанда Сабирҙың янына килеп ятҡанын һиҙеп, ныҡ итеп ҡысҡырып ебәрә. Әмәлгә, был көндө уларға атаһының ике туған ҡустыһы ҡунаҡҡа килеп, йоҡларға ҡалған була. Ул йүгереп барып Сабирҙы ҡыҙҙың янынан ҡыуып ебәрә. Зарема илап үҙен был өйҙән алып китеүҙәрен ялбара. Тик ир кеше ғаилә эшенә ҡыҫылырға теләмәй.

Өгөтләй торғас Сәғилә Әхсәнде “балаларҙы ҡушырға” күндерә. Өҫтәлгә һый-хөрмәт әҙерләнә. Атаһы Заремаға: “Һин буй еткерҙең инде. Сабирға кейәүгә сығаһың. Артабан да бер ғаилә булып йәшәрбеҙ”,-ти.

Шул саҡ Зареманың кескәй сағынан йыйылып килгән бар өҙгөлөнөүҙәре, ҡайғы-хәсрәттәре, кисергән михнәттәре ташҡын булып урғылып, зиһенен томалай. Ул өҫтәлдә ултырған шешәне алып атаһының башын яра һуға. Үҙенә ташланған Сабирҙы быяла ярсығы менән яралай, ҡото осоп туҡтауһыҙ ҡысҡырған үгәй әсәһенең өҫтөнә өҫтәлде алып ташлай. Ярһыуын баҫа алмаған Зарема бүлмәләге ҡулына килеп эләккән бар нәмәне онтай-емерә...

Шау-шыуҙы ишеткән күршеләре полиция саҡырта. Өйөнән сыҡмаған, тыйнаҡ, баҫалҡы Зарема хөкөм алдына баҫты. Мировой судьяның үҙенә штраф һалыу ҡарарын да еңел ҡабул итте ул. Сөнки Зарема бар йәне-тәне менән күрә алмаған йорттан һәм үҙенә бер ҡасан да атай булмаған шөҡәтһеҙ кешенән дә ҡотолдо. Әхсән судта уҡ: “Башҡа минең йортома аяғыңды ла баҫаһы булма! Һин минең өсөн үлдең!”-тип екерҙе.

Зарема урамға сыҡты. Ябалаҡлап-ябалаҡлап ҡар яуа. Алда – билдәһеҙлек. Тик унда ҡоллоҡ та, кәмһетелеүҙәр ҙә, туҡмалыуҙар ҙа булмаясаҡ. Сөнки ул башҡа бер ҡасан да үҙен рәнйетеүгә юл ҡуймаясаҡ. Быға тиклем таныш булмаған рәхәтлек, иркенлек тойғоларынан Зареманың күңеле ҡайҙалыр ашҡына-талпына ине.

Әсәһе кеүек һомғол буйлы, сая ҡарашлы, һылыу ҡыҙ буран эсенә инеп юғалды...

Тағы бер әҙәм балаһының яҙмышы киҫкен боролош алды. Тик был һуҡмаҡта башҡаса бер һикәлтә лә булмаһын ине...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исем-шәрифтәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова.
https://hakmar.ru/articles/sud-zalynan/2022-04-02/b-het-e-lek-tyuma-an-y-y-dan-kil-s-k-sud-zalynan-2753964?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: