Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

ХЫЯНАТ ӨҘГӘН ҒҮМЕРҘӘР (хикәйә)

Әлисә бала саҡтан йырларға ярата торғайны. Көҙгө алдына баҫып ала ла Пугачева, Ротару булып ҡылана. Микрофон урынына ағас ҡалаҡ тотоп ала, сәстәрен ялбыратып ебәрә, әсәһенең буяҡтарын мул итеп һөртә, ҙур булһа ла, ылыҡтырғыс күренгән туфлиҙарын да кейә. Атаһы менән әсәһе бер бөртөк ҡыҙҙарының әртисләнгәнен яратып ҡарай. Һөйөп туя алмаған Әлисәгә барыһы ла рөхсәт ителә, теләгәне алдына килә. 

ХЫЯНАТ ӨҘГӘН ҒҮМЕРҘӘР (хикәйә)
ХЫЯНАТ ӨҘГӘН ҒҮМЕРҘӘР (хикәйә)
Бәхетле ҡыҙыҡай атаһы менән әсәһенең, ике яҡтан да өләсәй-олатаһының һөйөүенә төрөнөп йәшәй. Өйҙә ҡунаҡ йыйылған саҡта Әлисәне ултырғысҡа баҫтыралар. Атаһының: “Ҡыҙым, йә әле йырлап күрһәт”, – тип әйтеүе була, ҡыҙсыҡ эстрада йондоҙҙары булып ҡылана ла башлай. Бәләкәстең наҙлы тауышы, борғоланып бейеүе ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдыра, уның аяғы аҫтына аҡса ташлайҙар...

Ғүмеренең шул сағын ғына хәтерләргә ярата ул, сөнки ул мәлдәр хәҙер ҙә Әлисәнең төштәренә инә. Бына әсәһе иртәнсәк ҡоймаҡ ҡоя, атаһы менән шыбырлап, көлөшөп һөйләшәләр. Шунан атаһы уны уятырға килә. Әлисә, күптән уяу ятһа ла, йоҡлаған булып ҡылана. Атаһы ҡыҙын һөйә, берәй күңелле генә шиғырҙы һөйләгән була. Әлисә тыңлап ята-ята ла, ҡапыл атаһының муйынынан ҡосаҡлап ала. Унан улар өсәүләшеп тәмләп сәй эсәләр. Атаһы эшкә китә. Әсәһе Әлисәне ҡурсаҡ кеүек кейендереп, балалар баҡсаһына юллана. Урамдан китеп барғанда, юлда осраған кешеләр, айырыуса ир-егет әсәһенә әйләнеп ҡарап ҡала. Эйе, бигерәк матур шул әсәһе! Бөҙрәләнеп төшкән оҙон сәстәр, ҙур ҡара күҙҙәр, һомғол буй-һын күптәргә тынғы бирмәй торғайны. Әлисә әсәһенең шундай матур булғанына һоҡланып, уға оҡшарға тырышты. Ә атаһы өҙөлөп яратҡан ҡатынына кешелә булмаған кейемде тапты, ҡиммәтле биҙәүестәр, хушбыйҙар бүләк итте. Их, һәр саҡ шулай булһа ине ул!

Тик тиҙҙән бәләкәй Әлисә һәр саҡ салт аяҙ булған күк йөҙөнә ҡара шәүлә ятҡанын тойҙо. Атаһы иртәнсәк уны күңелһеҙ генә уятты, тәмле ҡоймаҡ еҫе лә аңҡыманы. Әсәһе улар өйҙән сығып киткәндә лә түшәктән тормай ятып ҡала башланы. Атаһы Әлисәгә ҡулына нимә эләкһә, шуны кейҙереп баҡсаға алып китә. Ҡыҙыҡай илай, тартыша. “Әсәйем менән барам!” – тип ҡысҡыра. Шулай бер көн атаһы балаһының мыжыуына сыҙай алмай, уға һуғып ебәрҙе. Кескәй Әлисә ҡурҡышынан тымып ҡалды һәм уның бәләкәй йөрәге йорттарына имәнес, ҡот осмалы нимәлер килеп ингәнен аңланы. Ҡыҙының ярһып илағанын ишетеп тә тормай ятҡан әсәһенә хәҙер ҙә аптырай ул. Бер кис бала атаһы менән әсәһенең талашҡанын ишетеп уянып китте. Атаһының: “Исмаһам, кешенән оялыр инең!” – тигән һүҙҙәрен аңламаны. Ни өсөн әсәһе оялырға тейеш икән? Бер мәртәбә ул шкафтан кәнфитте рөхсәтһеҙ алған саҡта атаһы менән әсәһе бының оят булыуын, аҡыллы ҡыҙҙар урлашмауын аңлатҡайны. Эй, улай ғына булһа! Әлисә бышылдап ҡына: “Әсәй! Ғәфү ит, – тип кенә әйт тә ҡуй! Мин шулайтып әйткәс, барыһы ла яҡшы булғайны”, – тип теләй башланы. Тик әсәһе ғәфү үтенмәне. Бер көн баҡсанан ҡайтҡанда ҡәҙерле әсәкәйе лә, уның хушбый аңҡытып торған әйберҙәре лә юҡ ине. Атаһы өндәшмәй генә ҡыҙы алдына бутҡа ҡуйғайны, бала уны ситкә этте, әсәһен таптырҙы. Шул саҡ өләсәһе килеп инде, ҡыҙыҡай йүгереп барып уға һыйынды. “Үҙ балам булһа ла, күп иҫкәрттем, кейәү. Үҙең шаштырҙың! Баланы ни хәлгә төшөрҙөгөҙ!” – тип илап ебәрҙе әбей.

Өләсәһе күпмелер ваҡытҡа ейәнсәрен алып ҡайтырға булды. Тәү мәртәбә ата-әсәһенән, тыуған йортонан айырылған бала төнөн һаташып йоҡланы, бер туҡтауһыҙ әсәһен саҡырҙы. Беренсе класҡа барырға булғас, атаһы уны алып ҡайтты. Ҡыҙыҡай, әсәһе һәр ваҡыттағыса ҡоймаҡ бешереп торалыр, тип ашҡынып өйгә инде. Тик бүлмәләр буш һәм ҡотһоҙ ине.

Мәктәпкә атаһын да, әсәһен дә етәкләп барған балаларға көнләшеп ҡараны ул. Шуға күрә: “Һинең әсәйең юҡмы әллә?” – тип һораған бер ҡыҙыҡайҙың танауын ҡаната һуҡты ла ҡуйҙы. Беренсе көндән мәктәптә класташтарынан ситкә тибелеп йөрөнө ул. Атаһы Әлисәнең хәлен аңламаны, хәйер, белергә лә маташманы.

Мыҡты кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө ир ҡатыны ташлап киткәндән һуң бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде. Ул ҡыҙына башҡаса иғтибар ҙа бирмәне шикелле. Әлисәне күберәк өләсәһе ҡараны. Ҡыҙыҡай уға һыйынып, иркәләнеп кенә йөрәген ял иттерә торғайны. Өлкәндәрҙең өҙөк-йыртыҡ һүҙҙәрен ишетеп йөрөгәндән һуң, ул әсәһенең “ниндәйҙер ирҙең ғаиләһен болғап, шуның менән сығып киткән оятһыҙ икәнлеген белде. Ҡыҙыҡай барыбер әсәһен өҙөлөп көттө. Бына ул ҡайтыр ҙа барыһы ла элеккесә булыр, тип уйланы, атаһының йөҙөнә ятҡан ҡайғылы шәүләне алып ташлағыһы килде.

Әлисә ҙурая килә атаһын нығыраҡ аңланы, уны йәлләне. Өйҙәге эштәрҙе үҙе башҡара башлағас, ял көндәрендә өләсәһенә барыуҙан баш тартты. Атаһының янында булырға, уның күңелен иретергә теләне. Яҡшы уҡый башланы, тиҫтерҙәре, уҡытыусылары менән уртаҡ тел тапты. Бер көн атаһы, ата-әсәләр йыйылышында Әлисәне тик маҡтап телгә алғастар, ҡыҙын етәкләп магазинға алып китте. Күп итеп тәмлекәс алдылар. Өйгә ҡот йүгергәндәй булды. Өләсәһе килеп, һүнеп барған йорттоң ҡабаттан терелә башлауына һөйөндө.

Атаһын өйләнергә димләүселәр ҙә булды. Тик ул: “Минең ҡыҙыма үгәй әсә кәрәкмәй!” – тип ҡырт киҫте...

***

Тик бер-береһенә һыйынып, һәүетемсә генә донъя көткән атай менән ҡыҙҙың тормошо ҡабаттан емерелде. Ә бит өшөгән йөрәктәр йылынып, йортҡа ҡот ҡайтҡайны. Бер көн атаһына яңы рецепт буйынса бәлеш бешереп өлгөрәм тип атлығып ҡайтҡан Әлисәне... әсәһе ҡаршы алды. Хәйер, ул уны тәүҙә таныманы. Таушалып бөткән, алама кейемдәге ҡатынды элекке сибәр тип әйтеүе бик ауыр ине. “Һаумы, ҡыҙым, бәләкәсем!” – тип ҡосаҡларға ынтылған ҡулдар ситкә этелде. Әлисә атаһының да өйҙә булыуын күреп аптыраны. Ҡыҙының һораулы ҡарашын күргән атаһы, ғәйепле генә итеп: “Бына, ҡыҙым, әсәйең ҡайтты. Элекке кеүек бергә йәшәрбеҙ инде”, – тине. Әлисә үҙенең: “Юҡ!” – тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әсәһе, мыҫҡыллы йылмайып: “Һинән һорарға ғына ҡалғайны шул. Башың йәш әле, ир менән ҡатын араһына ҡыҫылырға!” – тине. Унан, атаһына боролоп: “Ә һин нимә унан һорап тораһың?!” – тип екерҙе.

Ҡыҙының ҡайтҡанын ишеткән өләсәһе лә килеп етте. Әсә кеше балаһының... сығып китеүен талап итте. “Бер мәртәбә уларҙың тормошон боҙҙоң, ҡара ҡайғыға һалдың бит!” – тип ярһыны ул. Ир кешенең: “Ул бер ҡайҙа ла китмәй!” – тип ҡысҡырып ебәргәне Әлисәне лә, өләсәһен дә хайран ҡалдырҙы. Ҡәйнә кеше: “Үҙеңә ҡарап үпкәлә, кейәү, кәкрене ҡәбер генә төҙәтә ул. Балаңды уйлар инең, исмаһам”, – тип сығып китте.

Әлисә өсөн мәхшәр башланды. Әсәһе мөхәббәт тигән бөйөк тойғоға һылтанып, артынан эйәреп сығып киткән ир эскесе булып сыҡҡан икән. Тиҙҙән ҡатын да эскегә һабышҡан. Улар Әлисәнең атаһы бүләк иткән ҡиммәтле биҙәүестәрҙе лә, кейемдәрҙе лә хәмергә алмаштырып бөткән. Ир бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Быға тиклем өйҙә бала ҡарап ҡына ултырған ҡатынға бысраҡ подъездарҙы йыуырға тура килгән. Шешәгә етерлек аҡса эшләй алмаған һайын иренән туҡмалған. Йорттарында йыш ҡына шешәләштәре йыйылған. Ир уларға хәмер өсөн ҡатынын тәҡдим итергә лә тартынмаған. Шундай мәжлестәрҙең береһендә уны үлтергәндәр, Әлисәнең әсәһен фатирҙан ҡыуып сығарғандар. “Шуға ғына ҡайттым, былай булһа, ҡалыр ҙа инем”, – тине әсәһе.

Атаһы ҡатынының ниндәй бысраҡҡа болғанып ҡайтҡанын белһә лә, уға кешеләрҙән һүҙ тейҙертмәне. Тик ҡатынына ҡушылып үҙе лә эсә башланы. Әлисә лә хәмерҙе 14 йәшендә үк тәмләп ҡараны. Унда ла... әсәһе ҡойоп бирҙе. Шунан башланғандыр инде тотош ғаиләнең упҡынға тәгәрәүе.

...Утыҙ йәшлек ҡатын яратҡан көйөн һуҙып ултыра бирҙе. Эйе, ҡасандыр уның тауышы иҫ киткес моңло ине. “Моңло бала бәхетһеҙ була” тигәндәре ысынмы икән әллә? Хәйер, ул тауыштан хәҙер бер нәмә лә ҡалманы тиерлек. Ата-әсәһенең эсеүенән ялҡҡан ҡыҙ урам тормошон алып барҙы. Өләсәһе үлгәс, уны хәстәрләүсе түгел, иҫкә алыусы ла булманы. Әлисә үҙе кеүек тиҫтерҙәре менән урам ҡыҙырҙы, һыра һемерҙе, тәмәке тартты. 16 йәшендә ул инде әсәһенең һыраһын да тартып алып эсә ине. 17 йәшендә, кейәүгә сыҡмайынса, тәүге балаһын тапты. Аборт яһатыр ине лә, ауырға ҡалғанын бик һуң белеп ҡалды. Сабыйҙы ҡасандыр балҡып торған, хәҙер инде ергә сүгеп барған йортҡа алып ҡайттылар. Аҙғын тормош алып барған Әлисә өс йылдан икенсегә бәпәйләне. Игеҙәктәрен нисек тапҡанын иҫләмәй ҙә, сөнки... лаяҡыл иҫерек булған.

Варис менән танышҡанда ул инде дүрт бала әсәһе ине. Улар ирҙең йортонда йәшәй башланы. Ире менән икәүләшеп эсеп ятып балаларын өшөтә яҙғандары ла булды. Ҡайһы саҡта һәүетемсә, матур итеп йәшәп алып киттеләр, тик был оҙаҡҡа барманы. Варис та, Әлисә лә бер ҡайҙа ла эшләмәне. Шуға күрә балаларҙың пособиеһы килеүен түҙемһеҙләнеп көттөләр.

Сатлама һыуыҡ ҡыш көнөндә Әлисәнең әсәһе урамда туңып үлде. Ире йоҡлағас, урамға сығып киткән дә ҡайҙалыр барып ҡунаҡ булған, аҙаҡ өйөнә ҡайтып етә алмаған. Ошо хәлдән һуң күп тә үтмәй, атаһы аҫылынып үлде. Ауыл халҡы көләс, уңған, өҙә баҫып йөрөгән ирҙең “ниндәйҙер бисә арҡаһында үҙен әрәм итеүен аңламауы хаҡында оҙаҡ һөйләне. Әлисә атаһының ҡәберенә ятып иланы, әммә әсәһен ғәфү итә алманы. Хәҙер үҙе лә әсә булып, алмалай балаларын ыҙа сиктереп йәшәтеүен дә аңларға теләмәне.

Әлисә менән Варис Яңы йылды үҙҙәренсә “бик күңелле” итеп ҡаршы алды. Балаларының аслыҡтан тилмереп ултырыуҙары хаҡында ғына оноттолар. Әлисәнең өлкән улы бәләкәй туғандарын хәстәрләмәһә, нисек ҡыш сығырҙар ине – билдәһеҙ. Үҫмер мәктәптә лә тырышып уҡый, ашханала бирелгән аҙыҡты кескәй туғандарына алып ҡайтып ашата, сөнки әсәһе лә, үгәй атаһы ла улар хаҡында уйлап та бирмәй. Мин мәктәптә саҡта ҡусты-һеңлеләремә бер-бер хәл булмаһын, тип өйөнә көн дә йүгерә.

Яңы йылды ғинуар аҙағына тиклем байрам итте Әлисә менән Варис. Бер көндө уларҙы шешәләш дуҫтары ҡунаҡҡа саҡырҙы. Балалары хаҡында ла онотоп, әсә кеше сит йортта ике көн эсеп ятты. Бер төндә уянып киткәйне, Варистың хужабикә менән бер түшәктә икәнлеген күрҙе. Әлисә янъял ҡуптарҙы. Бәхетле бала сағы, унан әсәһенең уйнашлыҡ ҡылыуы, ошо хыянат арҡаһында ғүмерлеккә бәхетһеҙ булып ҡалыуҙары күҙ алдынан үтте. Ул, аш бүлмәһенә инеп, иң ҙур бысаҡты һайлап алды ла, бар нәфрәтен һалып, Варисҡа сәнсте...

Әлисә тикшереү барышында уҡ үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны. Хоҡуҡ һаҡсыларына хәлдең нисек булыуын һөйләп бирҙе. Суд залында иһә үҙенең ғәйебен тулыһынса танып, күрһәтмә биреүҙән баш тартты. Хөкөм ҡарарын ниндәйҙер битарафлыҡ менән тыңланы, ҡасандыр осҡон сәскән ҡара күҙҙәре күптән һүнгәйне инде.

Ә был ваҡытта донъялағы иң ғәзиз кешеһенең хыянатын кисергән дүрт бала үҙҙәренең артабанғы тормошо нисек хәл ителәсәген тилмереп көтә, Хоҙайҙан әсәйҙәренән айырмауҙы ялбара, үҙҙәренә кәрәкле ғәҙеллекте һорай ине...
Гүзәл Иҫәнгилдина.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: