Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәғирә Шәрәфетдинова Бала ХИКӘЙӘ

Зәйнәп йәшле күҙҙәрен юлдаштарына күрһәтмәҫ өсөн юл оҙоно ситкә ҡарап тик килде. Эргәһенә ҡунаҡлаған ҡатындар берен-бере бүлеп, сәфәрҙәре хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Хәйер, икәү-ара гәп менән айҡалашҡан юлдаштары Зәйнәпкә иғтибар ҙа итмәгән һымаҡ. Шулай ҙа водитель менән йәнәш креслоға ҡунаҡлаған Шәрғиә Зәйнәпкә һүҙ ҡатмауҙы урынһыҙ тип һананы шикелле.

Ул хан заманғы “Москвич” машинаһының пружиналы ултырғысының йәнен алғандай дәү кәүҙәһе менән шығырлата боролоп:

- Һиңә нимә тип әйтте әй? – тип һораны.

- Бер һынын да тапманым.

Яуап ҡыҫҡа булды.

Һорауына үҙен ҡәнәғәтләндергән яуап алалмаған Шәрғиә берғауым шымып барҙы ла, йәнә һүҙ башланы.

- Әлләсе. Миңә вис дөрөҫөн һөйҙәне. Атаҡ, атаҡ, хатта һыйырымды һүгенеп әрҙәп таштағанды ла белде бит. Аҡ биргән малдың ҡоһоро төшөр ти. Һарыҡтарыңды ла һарайға матур итеп ҡыуып индер, типкеләмә тисе. Аяҡһыҙ ҡалырһың ти. Тәүбә, әстәғәфирулла! Шуларҙы белмәй тип нисек әйтмәк кәрәк, ә? – Шәрғиәнең һыу буйы хәбәрен тыңламаны Зәйнәп. Юлдаштары уның ниндәй хәсрәттәргә батып ҡайтып барғандарын белһәләр икән дә...

Күрәҙәсегә иң һуңғы булып инде Зәйнәп. Өйҙөң буйынан-буйына һуҙылған ағас урындыҡҡа аяғын тартып ултырған урта йәштәрҙәге ҡара күлдәкле ҡатынҡай Зәйнәптең йөҙөнә ҡарамай ғына түрҙәге урынға ҡулын иҙәне.

Алдында ятҡан йәшелдән бәрхәт Ҡөръән китабынан башын алмайынса:

- Ҡоймаң аша ыуаҡ таш һибелгән. Бөртөгөн дә ҡалдырмай, кире йылғаға бырға. Кеше аяғы һилле саҡта дүрт юл сатына дүрт энә ташла. Ҡыҙыл эңерендә ағын һыуға ете яулыҡты төйнәп ағыҙырһың. Ҡара, һыу эсендәге тал ботаҡтарына эленеп тороп ҡалмаһын. Күҙҙәрең күрә алғансы ҡарап ҡал.

Күрәҙәсе Зәйнәпкә бер тынала хәбәрен һөйләп бөттө лә, ана бара юлың тигәндәй, ҡул сығының һырты менән сығыу яғына һелтәне. Ишек тотҡаһына үрелдем тигәндә генә ҡатындың зәһеү тауышы яңғыраны:

- Бала килер!..

Бынан ары ашағаны-аш, йоҡоһо йоҡо булманы Зәйнәптең. Бисәләр ыңғайына күрәҙәгә барғанына йөҙ ятып, йөҙ үкенде. Бер бәләнең сеймәлгән башын тағаттырырға барған ерҙән, икенсе мөбәталаға тарып ҡайтырын белһә, ике аяғының береһен дә атламаҫ ине.

Өйөнә инмәҫ борон ихатанан ыуаҡ таш эҙләргә тотондо. Дөрөҫөрәге, уныһын эҙләргә лә кәрәкмәне. Баҡһаң, кәртә-ере ыуаҡ таш менән тулы икәндәһә. Бына шуны ла күрмәй йөрөүөн әйтсәле. Күрәҙә әйткәнсә, был ғорло ташты йыйып бөтөрөрһөң, бөтмәй ни. Етмәһә, ҡайһыһы рәнйеүле һибелгән, ҡайһыһы урында әүәлдән ятҡан таш икәнен ҡайҙан беләһең? Әллә юҡты сурытты теге ҡара бисә? Һыны һын инеме ни? Ултырышынан мәңге тормағандай лапшайған да, ултыра юҡ-барҙы лығырҙап.

Әйләнгән-тулғанған һайын, күрәҙәсенең үҙен тиргәне Зәйнәп.

- Эйе, хәҙер аның ыңғайына дүрт юл сатының киҫешкән ерен эҙләп китеп ултырмаһа икән. Әллә ҡайҙа ятҡан Иҙелгә барып яулыҡ ағыҙып йөрөргә шыр тиле түгел әле Зәйнәп...

Күреп-күреп тултырып, сүплеккә ауҙарһаң да бөтмәҫ ул күрәҙәселәр. Шәп булғастар, ана, илдәге боланы баҫырһындар, ямғырын яуҙырһындар, кесерткәнгә тиклем ҡороп бөттө, янғындан аяһындар...

Туҡта, бала тинеме? Зәйнәптең әре хәүефкә әйләнде. Күҙенән ике бөрсөк йәш тәгәрәп төштө. Уларын һөртөргә онотто. Эштән ҡайтып ингән иренә күңел ҡуҙғыуын һиҙҙермәҫ өсөн йылмайырға тырышты. Килеп сыҡманы. Йөҙөнөң ҡомһарыуын ире һиҙмәй ҡалманы.

- Әллә ҡунағың күңелеңде күрмәй ҡайтарҙымы, кәйефеңдең рәте-сираты юҡ, - тине.

- Ниндәй ҡунаҡ?

- Бәй, Нурия ҡарындашыңа ҡунаҡҡа киткәйнең түгелме ни?

- Эйе, барып килдем. Нурия ауырыңҡырап тора.

- Улай ҙа була икән?

Ир менән ҡатындың бүтәнсә һүҙҙәре берекмәне. Шымытып ҡына киске ашты ашанылар. Уңарсы баш ауырыуы һылтауы менән Зәйнәп йоҡо бүлмәһенә инеп ятты.

Уйылыр уйҙарын икенсе юҫыҡҡа төшөрөргә күпме ынтылмаһын, күрәҙә әйткәнлеге әленән-әле иҫенә төшөп тик торҙо. Ун тинлек ҡуяндан йөҙ тинлек зыян күреп ятыуына үҙен-үҙе тиргәп бер булды.

Теш-тырнағы менән теге ҡатындың әйткән ике-өс ауыҙ һүҙен инҡар итһә лә, күңеленә ингән шөбһә үҙенекен итте: төндө Зәйнәп керпек ҡаҡмай уҙғарҙы. Иртәнсаҡҡа башы тубалдай ҡатҡайны, күҙ-йөҙ тирәһе һиҙелерлек шешмәкләнгәйне. Хәленең рәтле булмауын һиҙһә лә эшенә ашыҡты. Башланғыс класта әлдә дәресе аҙаҡҡа һуҙылманы. Мәктәп директорынан рөхсәт һорап, өйөнә ҡайтты. Магазин тәңгәленә еткәс, туҡтап ҡалды. Икеләнеүен еңеп,шулай ҙа кибеткә ҡайырылды.

Бер иштән ете яулыҡ һатып алды. Энәгә ҡалһа, өйҙә табылыр.

Бөгөнгө көн ғәҙәттәгенән оҙон тойолдо Зәйнәпкә. Тау өҫтөнә ҡояш күптән ултырырға тейеш, ә ул һаман урынынан ҡуҙғалмаған да һымаҡ күренде...

Зәйнәп күрәҙәсенең әйткәндәрен теүәл генә үтәп ҡайтып ингәндә ярты төн ауышҡайны. Үҙе яңғыҙ ғына ситтә йөрөү түгел, ирен дә бер үҙен йомош-юлға сығарып йөрөтөргә күнекмәгән ҡатынына ихлас аптырап ҡараны Хисмәт. Шулай ҙа әллә ни илтифат күрһәтмәне, вайымһыҙ ғына телевизор ҡарауын дауам итте.

Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы. Күрше бүлмәләге иңрәгес ауаз ирҙе урынынан ҡубарылырға мәжбүр итте. Унан ғәйәр, аяҡ-ҡулдарын сатай-ботай ташлап, салҡатан ятҡан Зәйнәптең йөҙөнә ҡарап шаҡ ҡатты Хисмәт.

Күҙҙәрен быялаландырып, түшәмгә ҡарап ҡысҡырынған ҡатынына ҡарап ни ҡылырға ла белмәне ул. Әүәлерәк, ҡыры килмәһә, теләһә нәмә ҡыландырыуына күнекһә лә, был юлы хәлдең киҫкен төҫ ала барыуы ирҙе хәүефләндерҙе.

Ҡатынына һыу эсерҙе. Бер төймә дарыу ҡаптырҙы. Эргәһенә ятты. Үҙ яғына тартып, сәстәренән һыйпаны. Зәйнәпте һағалап ята торғас, таңға табан ойоғайны ғына, ҡатынының бөтөн тәнен дерелдәтеп, уҙалдына бер туҡтауһыҙ шыбырлауы уятты.

- Ниндәй бала? Ниңә килә? Миңә ул кәрәкмәй. Кәрәкмәй миңә бала-а-а-а... - Шыбырлау шыңшыуға күсте.

- Зәйнәп, ни һөйләйһең, тыныслан. Насар төш күрҙеңме? Баҫлыҡтың мәллә?

Ятҡан еренән тороп ултырған ҡатын иренә аптырап ҡараны ла, ауыҙынан аҡҡан шайығын ҡул һырты менән һөртөп, кире карауатҡа тәгәрәне...

Яр аҫтынан сыҡҡан яу һымаҡ, ҡапыл хасил булған иңрәткес көндәр артта ҡалғандай тойолдо. Инәрле-сығарлы хәленән һуң байтаҡ тынысланған Зәйнәп ҡәҙимге тормошона ҡайтты. Күңелендә шик-шөбһәләр бөтөнләйгә юҡҡа сыҡмаһа ла әүәлегеләй үҙен сәйер тотманы. Эшкә йөрөнө.

Унда ниңә барҙың, бында ниңә һуғылдың тип иренә лә элеккеләй артыҡ бәйләнмәне. Көнсөллөгө менән даны сыҡҡан ҡатын йыуашайып ҡалды. Күберәк үҙ эсенә бикләнде...

Көҙҙөң көндәре оҙайлы торһа ла, ҡырпағай тыуыу менән үҙенекен итте: бер төндә сумыра ҡар яуып, таңға шыҡыйып туңыҙып та ҡуйҙы.

Көн алышыныу ғәләмәте булдымы, һин дә мин йоҡларға ятҡан Зәйнәп төндә баҫлыҡты... Ҡолағы төбөндә йән өҙгөс бала илаған тауышы уны иләүерәтте.

Шалҡан кеүек ап-аҡ тәнле бала, асырғанып иланы ла иланы. Зәйнәп ҡулын балаға һонайым тиһә, буйы етмәй ҙә ҡуя. Ҡатын ни ҡылырға белмәй, өҫтөндәге бер ҡат кейемен һыпырып бирмәксе булғайны, уныһы энәнән-ептән тирелеп төштө.

- Илама, бәпкәм, әйҙә кил миңә, ҡуйыныма алып йылытайым. И-и, аяҡтарың, һуң аяҡтарың сепейләнеп туңып бөткәнсе. Ҡулғыналарың...

Һы, шәпкәң дә юҡ икән... Зәйнәп балаға яҡынайғандан-яҡынайҙы. Инде ҡулына алдым тигәндә генә сабый зымзыя булды. Йән әрнеткес илау тоноҡланғандан-тоноҡланды,бүлмәне хахылдап көлөү тултырҙы.

- Ниңә ҡасаһың минән? Мин бит һине бары йылытайым тигәйнем. Ха-ха-ха...

Ҡатынының сираттағы ҡылығы ҡобараһын осорған Хисмәт ни ҡылырға белмәне, шулай ҙа үҙен ҡулға алып ҡапылғара ҡаты итеп бәрелмәне, һаҡ ҡына уятырға тырышты. Зәйнәп, ниңә мине уятаһың тигән һымаҡ иренә вайымһыҙ ҡараш ташланы ла, һул яҡ ҡабырғаһына әйләнеп ятты. Иртәнсаҡ шым ғына тамаҡ ялғанылар. Һәр кем үҙ эше менән булышты.

Зәйнәп класында контроль эшенә әҙерләнергә кәрәген иҫенә төшөрөп ваҡытынан иртәрәк мәктәпкә ҡуҙғалды. Әммә ҡулына эш барманы, башында

йүнле фекер яралманы. Ул таңғы төшөнән арына алмай ине. Шау-гөр килеп ингән балаларҙың тауышына ла иғтибар итмәне. Хәйер, һуңғы ваҡытта уҡыусылары Зәйнәптең үҙҙәренә ҡарата дилбегәне бушатыуын тойомлағайны. Бүтән саҡта ике күҙҙәрен мөлдөрәтеп шигәйеп класта йөрөгән балалар үҙҙәрен хәҙер иркен тота. Уларға уҡытыусыларының тәнәфестә көн буйы уҙалдына нимәлер яҙып, йә бер көйө тәҙрәгә текәлеп ултырыуы оҡшай. Теләгәнсе шаяралар, ҡысҡыралар, малайҙар ҡыҙҙарҙы сәрелдәтә.

Әле лә Зәйнәп контроль эште йәһәтерәк аңлатты ла, үҙ уйҙарына сумды. Уны таңғы төшө бимазаланы. Ғәҙәттә ул элегерәк күргән төштәренә әллә ни әһәмиәт бирмәйсә, көндөҙгө хәл-ваҡиғаларҙың сағылышына япһара торғайны. Йә, онота бөтөнләй. Бөгөн таңғы төшөнөң осмытына ҡәҙәр хәтерендә тороуо ғәжәп итте.

Ул эске хәүеф менән кис етеүен көттө.

- Әйҙә, дөнмәйекме?- иренең гөрөлдәк тауышы Зәйнәпте тертләтте.

- Юҡ, әлегә йоҡо килмәй, бар һин ят!

Ҡатындың уйы - бөгөн йоҡламай төн сығыу. Ултырып ҡына. Ут яҡтыһында.

Йоҡо үлем менән бер, үҙенекен итә, Зәйнәп тә күпме анталашмаһын, ойоно.

- Әннә, ән-нә, - тип илаған бала тауышы уны йәнә һаташтырҙы. Зәйнәп ҡулдарын балаға һуҙа, бәпес унан янтая. Бала үҙәк өҙгөс итеп илай ҙа илай.

- Нисек тамағың ҡарлыҡмай, нисек хәлең бөтмәй һинең, - тип ҡысҡыра Зәйнәп, ике ҡолағын шытырҙата баҫып. Тик тауышы үҙенән үтмәгән кеүек. Сабыйҙың зәһеү илауы теңкәһенә тейҙе, ҡанын ҡайнатты. Ул ҡулына эләккән мендәрҙе балаға бәрҙе...

Был мәлдә ҡатынының ике ҡулын шаҡара тотҡан Хисмәттең йыш-йыш тын алыуҙан күҙ алды ҡараңғыланып китте.

- Иламаймы? - күҙҙәре аларған Зәйнәп ире ҡулынан ысҡынырға тырышты. -Ул бит миңә ҡарап илай. Күҙҙәремдең ҡоросон һурып алғандай миңә генә ҡарай.

- Берәү ҙә иламай. Кем иларға тейеш һуң?

- Теге бала. Тағы килде. Илай, илай. Нәһәремде ҡоротто бит. Мин мендәр менән ҫалдым бит аға, шуға шымғандыр...

Ҡатынының холҡондағы ҡапылғара үҙгәреште, унан ғәйәр төнгө һаташыуҙарының төшкә генә ҡайтарып ҡалыуҙың ярамағанлығын аңғарғайны

Хисмәт. Ул Зәйнәптә етди психик тайпылыш барлығын докторҙарҙан башҡа берәү ҙә асыҡлай алмаҫын аңлағайны. Хисмәт кисекмәҫтән уны дауаханаға һалыр кәрәк тип ҡарар итте.

Доктор менән башта үҙе генә һөйләшергә булды Хисмәт.

- Һеҙҙең һөйләгәндәрҙән сығып шуны әйтә алам. Ҡабатланған төштәрҙе күреү бөтөн кешегә хас булмаһа ла, һәр икенсе кеше уны күрергә һәләтле. Ҡатынығыҙҙың бер үк төштәр менән һаташыуын психологик травма менән бәйләргә була. Был, әлбиттә, ҡасандыр кисергән ҡурҡыу тойғоһонан да ҡалыуы мөмкин. Депрессия хәлендә икән, башта амбулатор юл менән дауалап ҡарайыҡ. Аҙаҡ иһә, дауаланыу процесынан сығып эш итербеҙ. Бәлки, үҙен саҡырырбыҙ, ә? – доктор Зәйнәпте күрергә теләүен белдерҙе.

Ир менән ҡатын ҡайтыр юлдың ҡап яртыһын һөйләшмәй уҙҙылар.

Хисмәттең бары бер уй мейеһен игәне: әгәр йүнәлмәһә? Былай ҙа бер-береһен күпмегәлер бәйләп өҙөлөргә лә, өҙөлмәҫкә лә белмәгән еп саҡҡа ҡына торған саҡта. Һуңғы мәлдә ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғолар ваҡыты-ваҡыты менән биләп ала күңелен. Әле килеп Зәйнәптең бәйеленән аҙыуы...

- Тапатаһың бит! – Зәйнәп кинәт зәһеү тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, машина руленә сытырман йәбеште.

Хисмәт аҙап ҡалманы - аяғын газдан бушатты ла тормозға баҫты.

Ҡаршыға килгән йөк машинаһына төкөлмәҫ өсөн автомобилен ситкә тартты. Машина, хужаһының хәленә ингәндәй, яйлап ҡына юл аҫтына шыуып төштө...

- Юл уртаһында торған бала һынлы баланы тапата яҙҙың бит, - тип тиргәшкән ҡатынын был минуттарҙа ботарлап ташларға әҙер Хисмәт уртын ҡанатҡансы тешләне.

Дарыуҙарҙың файҙаһы тейеүе булдымы, юлдағы ваҡиғанан һуң Зәйнәп тынысланып ҡалды. Йөҙөнә нур ҡунғандай булды. Өҫ-башын ҡараны. Һирәк-һаяҡ булһа ла улы менән ҡыҙына шылтыратып, һөйләште. Хисмәт тә йөҙ ҡабынып, йөҙ һүнде. Ары былай йәшәү мөмкин дә түгел тип ҡат-ҡат үҙенә тәҡрарлаһа ла, аныҡ ҡына ҡарар ҡабул итергә ҡыйманы. Бындай хәлдә ҡатынын ташлап китә алырына выжданы ла ҡушмай. Ни тиһәң дә ун йыл бергә бер ҡыйыҡ аҫтында көн күрәләр.

Ҡушылғандарында икәү арала мөхәббәт тә бар һымаҡ ине. Ә хәҙер ниндәйҙер вайымһыҙлыҡ. Эске аңлашылмаусанлыҡ. Билдәһеҙлек. Тағы килеп Зәйнәптең ауырыуы. Ауырыуы? Ысынлап, ҡатыны бит күңел сиренә дусар булған! Туҡта, доктор ҙа бит, Зәйнәптең тотороҡһоҙ хәлен төштә һаташыуға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай тигәйне түгелме? Кисекмәҫтән Зәйнәптең улы менән һөйләшергә кәрәк. Ә ул берәҙәктән ни фәтеүә? Ҡомарлы уйындан башы сыҡмаған “уйнар”ҙан нимә өмөт итәһең? Әсәһенең алтын алҡа-йөҙөктәрен урлап ҡасҡаны бире, Хисмәттәргә баш-күҙ күрһәткәне юҡ. Ике йыллап. Әлфиәһе тыңлармы? Уныһы ла туҙғаҡ ҡына. Атаһынан ҡалған ҙур ике ҡатлы йортто һаттырып, әсәһенән мул ғына өлөш алмаҡсы булғайны бер мәл. Зәйнәпте инде ризалатып бөткәс-икәс, араға Хисмәт төштө. Онға төшкән тараҡандай бутаның беҙҙең тормошто тип бөгәсә Әлфиә Хисмәтте бәреһе һымаҡ күрә. Шунлыҡтан әсәһенә аяҡ һыуытыуына әллә күпме ғүмер уҙҙы. Зәйнәп шылтыратһа, тырт-мырт һөйләшә лә, шуның менән вәссәләм...

- Шулаймы ни? Ҡасандыр, һиңә хан һарайындай йорт та, аҡсалы ла, мал-тыуарлы ла әсәйем кәрәк ине. Ҡатыныңды илерттең дә, хәҙер миңә тағаһыңмы? Килеп сыҡмаҫ! Ана, апарып “һары йорт”ҡа тыҡ! Ә үҙең өйҙән эҙеңде һыуыт!

- Ниндәй “һары йорт”? - Хисмәт аңламаны.

- Дурдом! – Әлфиә зәһәрләнеп телефонды һүндерҙе.

Ниндәй балалар үҫтергән һуң Зәйнәп? Уҫаллыҡ ҡына түгел, яһиллыҡтары хаттин ашҡан. Нишләп тәрбиә бирә белмәгән? Атайһыҙ үҫкәнлектән алдарынан алып шаштырғанмы? Ғүмер буйы кеше балаларына һабаҡ биреп, үҙенекеләргә тәрбиә етмәгәнме? Улайға ҡалһа, үҙ балаларының быуынға ултырған мәлендә Хисмәт ғаиләһен ташланы. Балалары терәкһеҙ үҫтек тимәнеләр, көллөһө лә арыу донъя көтә. Малайҙары ир ҡорона тулғас, Хисмәтте лә ғәфү иттеләр. Хәҙер, ана, һин дә – мин аралашып йәшәйҙәр. Ул-был эштәрендә аталары менән ҡулғамыш иткеләйҙәр...

Йәй аҙағының һил төнөндә Зәйнәп төшөнә йәнә бала инде. Был юлы ул тып-тыныс ине, иламаны ла, һеүҙәмәне лә. Шәрә лә түгел. Өҫтөндә кеше тынынан да елберҙәп китер ап-аҡ ебәк туҡыма. Бала күҙҙәре, зәңгәр һауанан да асығыраҡ күренде Зәйнәпкә. Бигерәк һөймәлекле икәндәһә. Тик ҡайһы енестән

булғанлығын аңғара алмай. Ысынында, быларҙың барыһын да ҡатын күрмәй. Йөрәге менән тоя. Күңеле менән һиҙә. Ана, бәпестең шәкәрәнә кейемдә карауаты ҡырына терәлгәнен дә тоя. Йылы бөркөү йөҙөнә бәрелә. Аһ, ҡайһылай тәмле бала тыны. Бәпестән һирпелгән ипкенде Зәйнәп күкрәген тултырып туялмаҫтай тәрән итеп һулап ала. Сабый еҫе бөтөн тәненә таралып, рәхәтләндерә. Ары бала тыныуы йөҙ тәңгәленә күсә. Һәм ул нурға әйләнә лә ҡатындың йөҙөн яҡтыртып уйнай башлай. Зәйнәптең йөрәге елкенә, күңеле һөйөнә. Бөгөн ул баланың килеүенә биҙа шат. Күңелендә ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ. Зәйнәп йөҙөндә уйнаған нурға иләмһерәп, ултырҙы ла ултырҙы...

Хаҡлы ялда булһа ла, һаман башланғыс кластарҙы уҡытҡан Зәйнәптең сәйер ҡылығы ауыл өҫтөнә таралмай ҡалманы. Зәйнәпкә бәйле ул-былды ишеткеләгән мәктәп директоры өлкән уҡытыусыны кабинетына саҡыртты. Сөсөләнеп бар ихтирамын күрһәтергә тырышты, ә үҙе Зәйнәптең йөҙөндәге һәр күҙәнәкте тоторға теләгәндәй тәфсирләп күҙәтте. Коллективты “йәшәртергә” теләүен белдерҙе.

Аҙаҡ Зәйнәптең ҡатҡыл ҡарашынан күҙҙәрен ситкә алып:

- Ҡыҫҡаһы, Зәйнәп Шәриповна һеҙҙең өсөнсөнө туғанығыҙ Әҡлимә Зәйетовнаға бирәбеҙ.

Мәктәп директоры Зәйнәптең туҙына башлауын көттө, әммә ҡатындың өнһөҙ генә ишеккә ыңғайлағанын күреп иркен тын алды.
Читайте нас: