Билдәле, былар әйләнештә йөрөгән түгел, яңы ғына баҫыу станогы аша сыҡҡан, етештерелгән тауар менән нығытылмаған буяулы ҡағыҙҙар. Магазинға барһаң ҙур төргәк эш хаҡыңа ҡушустай ғына аҙыҡ-түлек килгәнен күреп аптырап ҡалаһың. Шулай итеп, элекке аҡсаны онота алмай, яңыһына күнегеп китә алмай аңҡы-тиңке килгән осор. Йәнә кибет кәштәләре буп-буш, һыйыр мөгөҙөнә элер әйбер күрмәҫһең. Беҙҙең яңы өйләнешкән саҡ. Ҡатыным менән мәктәптә эшләп йөрөйбөҙ. Тирә-яҡты алһыу күҙлек аша ҡабул иткән ғәмһеҙ сағыбыҙ, шуға юҡлыҡ шыпа ла бошондормай, ике ятып бер төшөбөҙгә инеп сыҡмай, осто-осҡа ялғап йәшәйбеҙ инде шунда. Ярай әле әсәй мәлендә пенсияһын ала, ала ла серванттағы шкатулкаға тулыһы менән һалып ҡуя. Кемебеҙгә кәрәк шунан алып тотонабыҙ.
Әмәлгә баҡҡандай шул йылдарҙың береһендә емерелеп бәшмәк уңды. Ҡайын аҫты бәшмәгенең ояһы - беҙҙең Аҡташ сабынлығындағы сауҡалар араһында, эҙләнеп йонсомай, типкеләп йөрөп һайларға мөмкин. Бесәндән ҡайтышлай шуларҙы әллә күпме итеп йыйып алып ҡайтабыҙ ҙа йылғала йыуып таҙартҡас, саф шишмә һыуы менән сайҡатып оло һыу һауытына һалып тоҙлайбыҙ. Унда һарымһаҡ, лавр япрағы, борсаҡлы ҡара борос, ҡа-рағат, сейә япраҡтарын тәмләткестәр сифатында өҫтәп тә ебәргәс һауытты асты ниһәң, өй эсенә иҫ китмәле хуш еҫ тарала. Бесән аҙағына саҡлы өҫтөнә ҡаҙаяҡ үләненең йоҡа ҡатламын һалып бәләкәйерәк ҡапҡас ябып таш менән баҫтырылған һыу һауыты теүәсәйҙәй ваҡ, ап-аҡ кетерҙәк бәшмәктәр менән лыҡа тулғайны. Бындай затлы табындарға ҡуйыр хан һыйы ҡыш буйы үҙебеҙгә лә, күрше-күләнгә лә , килгән киткәндәргә лә, туғандарға ла етә инде, тип ҡыуанабыҙ.
Бер көнө эштән ҡайтып ингәндә әсәйемең йөҙө ҡәнәғәтләнеүҙән май ҡояшылай балҡый ине. Яҡшы яңылығы телен ҡысыталыр күрәһең, ул өҫтөбөҙҙө алмаштырыуҙы ла көтмәй беҙҙе эргәһенә ултыртып ҡуйып һөйөнөслө хәбәрен дә һалды:
- Балалар, йомош-юлға, оло мәшәҡәткә ярамаһам да бер ҙур, изге эш башҡарып ташланым бит әле!
- Ниндәй эш икән ул, әсәй, риза булып ултырғасың бик һәйбәт шөғөл менән шөғөлләнгәнһеңдер, моғайын.
- Шөғөл генә түгел, йәрминкәгә торошло сауҙа ойошторҙом, ормаһарҙан.
- Сауҙалашырға һуң, тотоноробоҙға бөтөп бара түгелме, бейем? - тип Вәсилә лә һүҙгә ҡушылды.
- Ана шул юҡсыллыҡ мәсьәләһен ыңғай хәл иттем дә инде! Байыныҡ! Насип нәмә, ана шулай теште һындырып инә, ҡайсаҡ. - Яңы ғына иғтибар иттем, ул усына нимәлер йомарлағайны.
- Насип ризыҡты үтә лә мул тапҡанһың түгелме, әсәй?
- Насип ҡына түгел, һинең әүәлге эш хаҡыңдың ҡап яртыһы инеп ятты ғаиләбеҙ бөджөтөнә.
- Әгәр бөгөнгө хаҡ менән иҫәпләгәндәсе?
- Аныһы миңә ҡыҙыҡ та, кәрәк тә түгел, боронғо менән йәшәнем ошоғаса, хәҙер килеп мине үҙгәртеү мөмкин түгел! - Һиҙемләүемсә, ул кисәге менән бөгөнгө хаҡты бутап алданып ултыра ине шикелле. Шулай ҙа аҙаҡҡаса тыңлап бөтөргә йыйынып өндәшмәй ҡалдым.
- Былай йорттан сығарып һатырлыҡ әйберебеҙ юҡ һымаҡ, бейем?
- Ҡартайған көнөмдә мөлкәтте исрафларға, әрәм-шәрәм итергә мине кем тип беләһегеҙ, балалар?! Сауҙалашам, тиһәң ризығы табыла ул, яйын яйларға ғына кәрәк. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына! Сарсап киткәс сәй эстем дә баҡса ултырғысына сығып һағыуым булды, урам буйлап эйәртенешеп ир менән ҡатын үтеп баралар. Бәшмәк һатыусыларҙы эҙләп йөрөйҙәр икән былар!
Мәсьәләнең айышына төшөнә башланым:
- Шунан?
- Шунан, тип шул, тегеләр эргәмә килеп белешергә иткәйнеләр, мин әйтәм, иң шәп тоҙланған бәшмәк беҙҙә инде ул, тим. Алып инеп күрһәткәйнем, тәбиғәттең сифатлы аҙығына юлығыуҙан тегеләрҙең күҙҙәре шаҡмаҡланды. Ир шундуҡ, һатыулашып та аҙапланмай кеҫәһенән кәшелүген килтереп сығарҙы ла былай ти: “Продай полностью нам это добро, пятьдесят рублей дам, если попросишь, можно и больше!” ти. “Какуй пятьдесят, - мәйтәм, - вы наверное детей воспитываете, у вас наверное тоже нет денег, поэтому, давайте, будем держать золотую середину, сорок! ” тип тегенең күҙҙәре сәсрәп китерлек хаҡты ҡуйҙым. Был икәү шаңҡый төшөп бер-береһенә ҡарашып алдылар, әһә, тием эстән генә, саманан аштырҙым, буғай, әгәр риза булмаһалар үҙ ирке менән килеп ингән аңра һатып алыусыларҙы сығарып ебәреү ҡайҙа, утыҙ һумға, хатта егермегә лә төшөргә ризамын. Юҡ, ризалаштылар былар, тиҙ генә, ҡарһалана-ҡарһалана бәшмәктәрҙе һауыттарына бушатырға тотондолар, өймәләм дүрт биҙрә булды. Үҙҙәре асмәйелдәр иҙәнгә төшкәнде шапылдап ашап йөрөгән көндәре. Ҡара хисапҡа шәпмен бит, дөрөҫ күҙаллағанмын - биҙрәһе ун һум була инде! - Әсәйем шулай тип тантаналы тонда тамамланы ла өҫтәлгә усындағын һалды. - Иртәгәге көн Йылайыр баҙарына йыйына инегеҙ бит, мына һеҙгә, иркенләп тотоноғоҙ!
Эш боҙолған, булыры булған, ни әйтәһең инде:
- Оҫта сауҙагәрһең икән, әсәй, - тигән булдым аптыраған көндән.
- Һи, балам, әсәйеңдең йәшерен һәләттәрен һаман да булһа белеп бөтөрмәйһең әле!
- Яҡшы иткәнһең, бейем, - тине Вәсилә лә, - шул һыу һауыты баҙға төшкән һайын аяҡтарға эләгеп аптырата ине, хәҙер иркенерәк булып ҡалғандыр әле?
- Ызнамы шулай, һеҙ эштә йөрөгәс ни өй тирәһең шулайтып таҙартам, тәртипкә килтерәм шул. Тиҙҙән Алла бойорһа картуф өлгөрә, уны ла ялан тарафтарынан килгәндәргә һатыулашып осорормон әле, ул саҡлыһы беҙгә нимәгә?! Бынан бүтән, мин барҙа, аҡсаһыҙлыҡтан интекмәҫһегеҙ!
- Шулайтырһың, әсәй, башҡалар ҙа бит ғаилә аҫрай, уларға ла ашарға кәрәк! - тинем уның әйткәндәрен ҡабатлап.
- Әйтмә лә! Бына беҙ һуғыш осоронда һәр телем икмәкте бүлешеп ҡаба инек, беребеҙ икенсебеҙҙе ҡайғыртып йәшәнек, шуға ла еңдек инде дошманды!
- Иртәгә баҙарҙан һиңә нимә алып ҡайтайыҡ, бейем?
- Минең яратҡан кәнфиттәремде табып апҡайтһағыҙ шу еткән!
Баҙарҙан теге кәнфиттәрҙе таптыҡ тәки, өҫтәп матур яулыҡ та һатып алдыҡ. Шуның менән вәссәләм, башҡа әйбер алырлыҡ аҡса ҡалмағас тиҙ арала кире боролдоҡ.
Әсәйем ике ҡапҡаны ла шар итеп асып ебәреп беҙҙе урамға уҡ сығып көтөп тора ине.
Күстәнәскә, япҡан яулыҡҡа балаларса ҡыуанған әсәйем өсөн шатланып, өсәүләшеп ғаилә табыны артына ултырҙыҡ.
Быйыл да бәшмәк уңған икән. Баҙар тултырып һаталар. Шуларҙы һатып алып ҡайтып эшкә керешкән Вәсилә һүҙ араһында әйтә ҡуйҙы:
- Бәшмәк тоҙлайбыҙ ҙа ул, уны килештереп, ҡиммәт хаҡҡа һатыусы ғына юҡ, эргәбеҙҙә фатирыбыҙҙы йәмләп бейем йөрөп ятһа ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр ине!
-4 °С
Болотло