Рухы шат булһын!
Үтәгән ауылы билдәле шәхестәре менән дан тота. Улар араһында Башҡорт АССР-ының Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алған тәүге ҡатын-ҡыҙ – Банат Батырова ла бар.
Ауыл мәктәбендә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, яҙыусы, шағир, журналист, рәссам Риф Йөҙлөкбаев һәм ауылдаштары, туғандары ҡатнашты.
Тәүге һүҙ Банат Хәйрулла ҡыҙының ауылдашы Тимерғәле Рәлис улына бирелде:
- Тыуған ауылым Иҫке Мусала мине бала саҡтан: “Банат әбейегеҙ кеүек тырыш булығыҙ, халыҡ өсөн эшләгеҙ!” – тип, уның миҫалында эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Ошондай матур кисә ойошторғанығыҙ һәм махсус хәрби операцияға оло ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн оло рәхмәт белдерәм. Гуманитар ярҙам алып барған һайын ир-егеттәр сәләмдәрен әйтеп ҡалалар, рәхмәттәрен белдерәләр. Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән бер егетте йөрәк тәңгәлендә, түш кеҫәһендә йөрөткән балалар яҙған бер шәлкем хаттар үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған, - тигән изге һүҙҙәрен еткерҙе һәм Үтәгән мәктәбе директоры Зорина Иҙрисоваға махсус хәрби операцияға оло ярҙам күрһәткәндәре өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм БР Эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Һәр ваҡыт йәмле саралар менән ҡыуандырып торған Үтәгән мәктәбе коллективына, барлыҡ яҡташтарына Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы ла матур теләктәрен юлланы һәм:
- Хәҙерге балалар үҙҙәре сөгөлдөр үҫтереү эшен күрмәһәләр ҙә, ошондай саралар аша Үтәгәнгә килен булып төшкән һәм ауылды данлаған Банат Батырованың исеме уларҙың хәтерҙәренә һеңеп ҡаласаҡ. Үтәгәндәр әле лә тырышып донъя көтә, һәр сарала әүҙем ҡатнаша, - тигән маҡтау һүҙҙәрен әйтте.
Риф Хажиәхмәт улы яҡташыбыҙ тураһында хәтирәләре менән бүлешкәс, үҙенең шәхси архивында һаҡланған боронғо фотолары менән таныштырҙы һәм уларҙы мәктәп музейына тапшырҙы.
Артабан сығыш яһаусы Минифә Батталова Банат Батырова иҫтәлегенә арнап яҙған “Ете ҡыҙ” шиғырын һөйләне.
Банат Батырованың эшен дауам итеүсе ейәнсәре Миңнинур Ҡаһирова иһә нәнәһенең исеменә тап төшөрмәүе, намыҫлы хеҙмәт итеүе хаҡында бәйән итеп, мәктәпкә сәғәт бүләк итте.
Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауыл халҡы әҙерләгән моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡурай моңдары, сәхнәләштереүҙәр, Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерегән китапханалар системаһының күргәҙмәһе лә тамашасылар күңеленә хуш килде
Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе тиерлек: “Банат Хәйрулла ҡыҙының рухы шат булһын!” - тигән һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Ошондай йәмле хәтер кисәһенән һуң ысынлап та уның рухы шатланғандыр, тип ышанғы килә.
Дилара ҠОҘАЙҒОЛОВА, Үтәгән ауылы старостаһы:
- Банат Батырова менән күрше йәшәргә насип булды. Беҙ уны “Банат әбей” тип йөрөтә торғайныҡ. Әлеге көндә ауылда уның звеноһында эшләүсе өс ҡатындың балалары иҫән. Фәтҡиә әбей Байгилдина (Хәсәнова) менән Закирә әбей Искәндәрова (Хөсәйенова) һөйләгәндәр буйынса китап яҙырлыҡ. Улар әсәйҙәренең ауыр эшен күреп үҫкәндәр. “Өфөгә Юғары Советҡа барырға булһа, Банат апайҙы күмәкләшеп әҙерләй торғайнылар. Ауыр ваҡыттар, кейемгә ҡытлыҡ заманы булғас, кемдер күлдәген биреп тора, кемеһелер шәлен, аяҡ кейемен килтерә”, - тигән хәтирәләре менән бүлеште улар. Шәкәр сөгөлдөрөн орлоҡтан үҫтереү беҙҙең яҡта тәүҙә килеп сыҡмаған бит. Шуға күрә тәүге ваҡыттарҙа иртә яҙҙан тәҙрә төптәрендә гөл кеүек үҫентеләр үҫтергәндәр. Шунан уны баҫыуға алып барып ҡул менән ултыртҡандар. Кәсеүәндән һыу ташып ҡойғандар һәм өсәр тапҡыр утап сыҡҡандар. Ҡыш көндәре иһә өй беренсә йөрөп, ашлама өсөн ҡош тиҙәге, көл йыйғандар. Был эште тик ҡатындар ғына башҡарған, сөнки ир-егеттәр һуғышта булған. Оло ярҙам күрһәткән ауыл бабайҙарына сикһеҙ рәхмәтле булған улар. Ошо кешеләр иҫән саҡта радио һәм телевидение сюжет төшөрһә бигерәк шәп булыр ине. Әлеге көндә Банат әбейҙең бүләһе – “Муравей” позывнойлы яугир махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Илмир ИСЛАМҒОЛОВ, Үтәгән мәктәбен тамамлаусы :
- Беҙгә бала саҡтан сөгөлдөр эшләргә тура килде. Сөгөлдөр эшләү – бик ауыр эш, бигерәк тә балалар өсөн. Ауыр ҙа, һыуыҡ һәм бысраҡ булыуға ҡарамаҫтан беҙҙең кеүек мәктәп уҡыусыларына үҙенә күрә ҡыҙыҡ була торғайны, әлбиттә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бала саҡта, ғәҙәттә, уҡығы ла килмәй, мәктәптә лә ултырғы килмәй. Етмәһә, сөгөлдөрҙә эшләгәндәрҙең барыһын да тәмле итеп ашаталар. Балалар өсөн ауырыраҡ булһа ла, был эш беҙҙе сыныҡтырҙы. Эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәндек. Сөгөлдөр эшләү ҙур тормош мәктәбе булды. Банат Батырова кеүек кешеләрҙе оноторға ярамай, һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә булырға тейеш, сөнки улар үҙҙәренең ысын тырыш хеҙмәте менән данға эйә булған кешеләр.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.