Тәбиғәт балаһы, Ер улы булды
“Үҙен белгән кеше – әүлиә”, - ти халыҡ. Әүлиәлек үҙеңде тотош белеү, күңел донъяһын аңлау, тормош юлында яңылышмау, аҡыллы кеше булыуҙыр.
Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен ҡулға алып, эске көстәрен уятып ебәреп, уңыштарға ирешеп йәшәйҙәр. Туған тел, моң, йәшәү ҡеүәте биргән, төйәкле иткән һәм ҡанат үҫтергән халҡы алдында бурысын үтәп, киләсәккә яҡты эҙ, нәҫел дауамын ҡалдыралар. Үҙҙәренә яҙған ғүмерҙәрен Ысын Кеше булып үткәрәләр.
Бына шундай кешеләрҙең береһе – Ибраһим ауылында тыуып, киң туғайҙарында гиҙеп, йәшел болондарында тәгәрәп, Ҡыҙылғының сихри һыуында ҡойоноп үҫкән Ильяс Яҡуп улы Садиҡов тураһында булыр һүҙем.
Кеше ғүмерен бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуы менән сағыштыралар йәки ҡаш менән күҙ араһылай арауыҡта йәшәп өлгөрә, тип әйтәләр. Ильяс Яҡуп улы оҙон ғүмерле булды. 90-сы йәше менән барғанда, бик күптәрҙе ауыр ҡайғыға һалып, ҡапыл ғына мәңгелеккә күсте.
Йәшәү – бәхет. Нисек йәшәү, ни рәүешле йәшәү? Бәхетле йәшәне ул, аңлы йәшәне, сәләмәт тормош менән йәшәне. 85 йәшенә тиклем саңғыла йөрөнө, 90 йәше менән барғанда ла машинаһын йөрөттө, рулдән төшмәне. Кешенең уй-фекере уның йәшәү рәүешенә ҡарап ҡалыплаша. Киреһенсә, кешенең йәшәү рәүеше уның аңы, фекерләүе кимәленсә ҡорола.
Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, уйсан, тыңлаусан, уҡыуға ла, эшкә лә тырыш бала булып үҫә. Атай-инәй, ғаилә тәрбиәһе уны ысын кеше иткән. Кешенең ниндәй булыуын тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәтенән аңғарып була. Ильяс Яҡуп улы тәбиғәтте үҙ итеп, уны ҡәҙерләй белде.
Уның хеҙмәт юлы халыҡ менән аралашып үтте. Эштә коллегалары һәм башҡалар менән аралашҡанда һәр ваҡыт асыҡ йөҙ, иғтибарлы ҡараш, ипле әңгәмәләшеү уның холҡон билдәләне.
Ильяс Яҡуп улы йәшәйеше, булмышы менән ергә бәйле булып, Ер ҡеүәтенән, тупраҡ шифаһынан туранан-тура файҙаланып йәшәне. Ергә булған һөйөүе, үҫемлектәр донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуы уны агроном иткәндер. Баҫыу-ҡырҙар буйлап үткәндә, һәр саҡ еренең уңдырышлы булыуы, бойҙайҙың, арыштың, сөгөлдөрҙөң ишелеп үҫеүен иҫкә ала ине.
Йәшләй генә Коммунистар партияһы сафына ҡабул ителеп, ғүмере буйына партия ағзалығынан ваз кисмәне. Байтаҡ йылдар партия ойошмаһының етәксеһе булып эшләне һәм бына әле Һәүәләй ауылы идаралығында һуңғы коммунист донъя ҡуйҙы.
Ғаиләһенең ҡото булған тоғро юлдашы, һөйгән хәләле Зилә Ғизетдин ҡыҙы менән бәхетле, йырлы ғүмер йәшәнеләр. Рухлы, илһөйәр, эшсән, белемле улдар, ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерҙеләр, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш әҙерләнеләр. Садиҡовтар нәҫеле дауам итә, шәжәрә ағасы үҫә бара.
Тәнзилә САДИҠОВА.
Өфө ҡалаһы.