Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡартлығы бәхетле уның

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Клара апай Нафиҡованы (Байгилдина) белмәгән кеше юҡтыр. Байтаҡ йылдар инде ул дин юлында – биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота, мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатырға, төнәтергә йөрөй. Хаҡлы ялға туҡтағансы ул 40 йылдан артыҡ төҙөлөш тармағында эшләгән. Уның менән күрешеп һөйләшергә тип ул йәшәгән фатир ишеген ҡағып, эскә үттем.

Ҡартлығы бәхетле уның
Ҡартлығы бәхетле уның

Бала һәм үҫмер саҡтары
Уның тураһында яҙырға тип килгәнде әйткәс, Клара апай хәтирәләргә бирелде.
- Атайым Зөлфәр тыумышы менән – Үтәгән, әсәйем Мәрзиә Ҡарлыман ауылынан булғандар. Юҡлыҡ ваҡыт, өйләнешеп, тыуған ауылдарынан Ташкент тарафтарына сығып китәләр. Көтмәгәндә яуыз дошман илебеҙгә баҫып инә һәм атайым һуғыштың беренсе көнөнән үк илде һаҡларға фронтҡа юллана. 1941 йылдың сентябрендә мин һәм Тамара исемле игеҙәк ҡыҙҙары тыуа. Ләкин Тамара ике йәшендә сирләп үлеп китә, - тип һүҙ башланы әңгәмәләшеүсем.
Бер нисә айҙан һуң атаһының һәләк булыуы тураһында хәбәр килә, әсәһе Мәрзиә кес­кенә ҡыҙы менән яңғыҙы тороп ҡала. Сит ерҙә яфаланып йәшәгәнсе тип кире Башҡортостанға ҡайталар һәм әсәһенең тыуған ауылында – Ҡарлыманда йәшәй башлайҙар.
- Һуғыш алып килгән ауырлыҡтар әле лә онотолмай. Барлыҡ хәтирәләр иҫкә төшә лә: “Эй, Аллаһым ниндәй көндә йәшәгәнбеҙ. Нисек түҙгәнбеҙ, ҡайҙан сабырлыҡтар алғанбыҙ”, тип уйлап ҡуям. Ауыр ваҡыттар ине, юҡлыҡ заман. Ашарға икмәк, кейергә кейем, яғырға утын, лампа яндырырға керосин юҡ. “Атайым юҡ” тип илап ултырырға тура килмәне, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәнем, тырыштым, ғүмер буйына эшләнем. Аслыҡ-ялан­ғаслыҡты күп күрһәк тә, әсәйем мине ысын кеше итеп үҫтерә алды. Мәктәптә һигеҙ класс белем алдым, - ти ул, һүҙен дауам итеп.
Хеҙмәт йылдары
онотолмай
1959 йылда 17 йәше тулғас, ҡыҙ Резида Кәримова менән Ҡарлымандан Ҡырмыҫҡалыға килеп штукатур-маляр булып урынлашалар. Магомед Магомедов уларҙы эшкә ала. Ҡыҙҙар бар тырышлығын һалып эштең нескәлектәренә өйрәнәләр. Хатта эштән һуң ҡалып бетон ҡоялар. Бының өсөн уларға йөҙәр һум аҡса түләйҙәр.
- Эшләгән сағымда һәр саҡ маҡтап торҙолар, төрлө бүләктәр биреп ҙурланылар, - ти ул тыйнаҡ ҡына.
1965 йылда үҙе кеүек үк тырыш Үтәгән ауылы егете Венер Миңлеғәлим улына кейәүгә сығып, татыу ғүмер итәләр, ике бала үҫтерәләр. Венер ағай ғүмер буйы шофер булып эшләгән, прокурор ҙа йөрөткән, Мәҙәниәт һарайында ла, китапханала ла эшләгән, штукатур-маляр ҙа булған.
Ә Клара апай барлыҡ ғүмерен Механикалаштырылған күсмә колоннала эшләүгә бағышлаған. Шул осорҙа район ғына түгел, республика буйынса бик күп объекттар төҙөүҙә ҡатнаша ул.
- Барлыҡ эштәр ҡул көсө менән башҡарылды. Эҫеме йәки сатлама һыуыҡмы, ҡойоп ямғыр яуамы – эш туҡтап торманы. Ләкин был һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенгәнем булманы. Эшемде бик яратып башҡарҙым. Бәлки шуғалыр ҙа мине бригадир итеп һайлап ҡуйҙылар. Төҙөүсе хеҙмәте ни тиклем ауыр булыуы тураһында һөйләп торорға кәрәкмәйҙер. Әҙер иҙмәне машина менән алып киләләр, ә беҙ уны “носилкалар” менән ташый һәм стеналарға һылап, тигеҙләй инек. Эш еңел түгел, әлбиттә, физик көс талап ителә. Кис арып-талып ҡайтып, йығыла инек. Уның ҡарауы, эшебеҙҙең һөҙөмтәһен – матур һәм таҙа бүлмәләрҙе, тигеҙ стеналарҙы күргәс, барлыҡ арыуҙар ҡул менән йыуып төшөргән кеүек була. Бригадала барыһы ла йәш булыуына ҡарамаҫтан, улар үтә лә тырыш инеләр. Оҙаҡ йылдар Сәкинә Шәрәфетдинова, мастер Римма Хәмитова, Нурия Исхаҡова, Рәсилә Гәрәева, Альмидан Ғүмәрова, Гүзәл Ғилманова, Зөлминә Илмурзина, Зәйтүнә Низаметдиновалар менән бер ғаилә кеүек, бик татыу эшләнек. “Ҡарлыман” совхозында, “Урал” колхозындағы комплекстар, райондың хәрби комиссариаты, Бишауыл-Уңғар, Шайморатов, Боҙаяҙ, Иҫке Шәрәй, Ҡамышлы, Николаевка, Булгак ауылдарында мәктәптәр, Илтуған ауылындағы клуб, район үҙәгендәге 2-се һанлы мәктәп, балар баҡсалары, Ҡарлыман һәм Ҡырмыҫҡалы ауылдарында йорттар һәм башҡа объекттар төҙөлөшөндә беҙҙең өлөш ҙур. Ял һәм байрам көндәрендә лә сығып эшләгән ваҡыттар күп булды. Беребеҙ ҙә зарланманы, сөнки объектты тиҙерәк тапшырырға кәрәклеген һәр кем аңлай ине. Үҙебеҙҙең генә түгел, күрше Иглин районында, Шакшала эшләргә тура килде, ти ул.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн етәкселек тарафынан төрлө дәрәжәләге Маҡтау грамоталары, дип­ломдар, Социалистик ярыш алдынғыһы билдәләре менән бүләкләнгән, СССР-ҙың хеҙ­мәт ветераны исеменә эйә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 50 йыл бергә тормош йөгөн тартҡан тормош иптәше Венер ағай ғына бөгөн беҙҙең арала юҡ инде.
- Бик яҡшы кеше ине, иртәрәк китте шул беҙҙең аранан, - ти Клара апай, бер аҙ һағышланып.
Халыҡҡа нур өләшә
Бөгөн Клара апай ауылдың ихтирамлы кешеһе. Мөмкин булғанса мосолман дини ҡанундарын тотоп, әҙәплеккә Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәндәргә эйәрергә тырышыусыларҙан. Бынан ун йыл элек мәсеткә йөрөй башлаған, доғалар уҡырға өйрәнгән. Аҙна һайын йома намаҙын ҡалдырмай.
- Һәр намаҙымды ваҡытында уҡыйым, бер Аллаһымдан илдәргә-көндәргә тыныслыҡ, балаларға, бар кешегә именлек-тәүфиҡ, бәхет теләп доғалар ҡылам. Оло йәшкә етеүемдең сере лә булғанына шөкөр итеп йәшәй белеүҙәлер, минеңсә. Бер ҙә зарланмайым, зарлана белмәйем мин, нисек булһа, шуға риза булып йәшәнем.
Тормош иптәшем менән 50 йыл бергә ғүмер иттек. Бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙек. Улым Марат Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында физкультура уҡытыусыһы, тормош иптәше Зинәйҙә һатыусы булып эшләй. Ринат һәм Регина исемле игеҙәк балалар үҫтерҙеләр, инде улар ҙа ғаиләле.
Ҡыҙым Әминә лә һатыусы. Тормош иптәше генә иртәрәк вафат булды. Ҡыҙы Лилиә кейәүҙә, малай үҫтерә. Йәштәргә кәңәшем шул: сабыр булыр­ға, бер-береңде хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк, - ти ул һүҙен йомғаҡлап.
Ауыр һынауҙар сыныҡтыра, йәшәүҙең, хәҙерге мул тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә. Клара Зөлфәр ҡыҙы бөгөнгө көнгә шөкөр итеп, ихлас рәхмәттәрен уҡый. Оҙон ғүмеренең һәр миҙгелен ҡәҙерләп иҫкә ала ул. Мине лә “Аллаһтың рәхмәте яуһын, балаларығыҙҙың игелеген күреп, тигеҙлектә ҡартайырға яҙһын”, тип теләктәр теләп оҙатып ҡалды.
Венера ҒАФАРОВА.

Автор:
Читайте нас: