Һау-сәләмәт кешегә ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә, бер туҡтауһыҙ һыу кеүек аға. Тағы ла яҙ миҙгелен күрергә яҙҙы, әлхәмдүллиллаһ. Әле генә Яңы йыл байрамын ҡаршылаған һымаҡ инек, һиҙҙермәй генә май барамдары ла килеп етте.
Ҡала кешеһенә әүерелһәк тә, оло йәшкә еткән һайын тыуған еребеҙ үҙенә тарта барыбер. Бигерәк тә ир-аттар һағыныу хис-тойғоһона сыҙай алмай тиҙ бирешә икән. Үҙен туҡландырып үҫтергән тыуған ере, саңлы урамдары, яланаяҡ йүгереп үткән болон-туғайҙары, урмандары ир-егетте тыуған ояһына бигерәк ныҡ тарта.
Мин дә ошо хистәремә баш була алмай, май байрамдарын тыным менән тартып алырҙай булдым, мөмкинлек сығыу менән тыуған яҡтарыма ашыҡтым. Әммә тыуған өйөмдә, ата-әсәм йортонда көтөп торған яҡын кешеләрем юҡ инде, йәғни ғәзиздәрем күптән мәрхүм. Яҡын туғандарыбыҙ сафтары ла һирәкләнде ауылда, бармаҡ менән генә һанарлыҡ оло кешеләр ҡалды. Шулай ҙа буш торған атай йортона һәм дә бөтөп барған ауылыма әле лә һағынып ҡайтам...
Ҡайтып кереү менән йортто йыуып сығам, бесәнлеккә әүерелгән ишек алдындағы үләндәрҙе сабырға керешәм. Бер ыңғай әле генә сабылған яңы үлән еҫен туйғансы ескәйем. Һағындырған бит...
Тыуған ауылым, уның ихлас кешеләре, урамдары, болон-туғайҙары, тәмле ҡоҙоҡ һыуы, үҙемдең ҡылған ғәмәлдәрем... Барыһы ла үҙәккә үтеп һағындырған икән, барыһы ла йөрәккә яҡын, бер нимә лә онотолмаған кеүек. Тик бергә үҫкән малайҙар ғына күренмәй, әле урта йәштәрҙә тип һаналһаҡ та, күҙгә күренеп сафтарыбыҙ һирәгәйә башланы. Сәбәптәрен һанап үтеү кәрәкмәй, сөнки был яҙмам улар хаҡында түгел. Яйы сыҡҡанда хәтирәләремде яйлап ултырып яҙырмын, тик сәләмәтлектән, иҫәнлектән айырмаһын Аллаһ Тәғәлә...
Йорт, ишек алдын таҙалап бөткәс, мунсаны тиҙ генә йышып йыуғас, һыу ташып, мейесен тоҡандырып ебәрермен, Аллаһ бирһә! Май миндеген әҙерләргә ялан яҡтарында һирәк кенә үҫкән ҡайынлыҡҡа йүнәләм. Әммә тейешле ергә килеп еткәс, һәр йылдағыса күңелем болоҡһой, эсем боша... Тирә-яҡты селек баҫып алған, ҡайындар араһына үтеү – үҙе бер һынау. Оҙаҡ ҡына был күренешкә ҡарап торам да, бер һығымта яһап ҡуям.
Баҡтиһәң, бөгөн селек бер кемгә лә кәрәкмәй. Ысын-ысын... Үҙем дә һиҙмәҫтән бала сағыма әйләнеп ҡайтам. Ул ваҡыттарҙа кеше селеккә ныҡ мохтаж булған икән. Иң тәү сиратта ишек алдын таҙаларға һепертке әҙерләр өсөн махсус рәүештә селек ҡырҡырға йөрөнөк. Көс етмәҫлек бәйләм йыйып, иңебеҙгә йөкмәп алып ҡайта торғайныҡ. Селек сәнскәктәренә ҡулдар сәнселеп-һыҙырылып бөтә, әммә атай-әсәй һүҙе закон! Тыңламаһаң, ҡасандыр алып ҡайтҡан, түбә урҙаһына беркетеп ҡуйылған шыйыҡ селек арт һыныңа эләгә. Беҙҙең “тылсымлы ҡулдар” ярҙамында был аҡыл сыбығы юҡҡа сыҡһа, йәнә селек үҙ урынын ала...
Алып ҡайтҡан селектәрҙе һепертке итеп бәйләйбеҙ, өс бала аҙна һайын ишек алдын һеперәбеҙ. Башта ошо һеперткене һыулы биҙрәгә тығып, саң борҡомаһын өсөн ишек алдын һыулап сығабыҙ. Селектәребеҙ йәй уртаһына тиклем етә. Туҙған, эшлектән сыҡҡан һеперткене ташламайбыҙ, ул мунса, усаҡлыҡ мейестәрен тоҡандырып ебәрер өсөн һәйбәт ҡоро ботаҡтарға әүерелә. Хатта самауыр тоҡандырыр өсөн ҡуллана инек.
Йортобоҙға селек ташыуыбыҙ етмәгән, мәктәп, ырҙын табағы, фермалар өсөн дә һеперткел әҙерләргә өмәләр ойошторҙолар. Беребеҙ ҙә юҡ тимәне, бармайбыҙ тип әрепләшмәне - атай-әсәй, уҡытыусылар әйткән һүҙҙәр үтәлергә тейеш. Яңғыҙ йәшәгән, ялан-ҡырҙарға йөрөргә хәле булмаған оло кешеләргә лә селек ташыныҡ...
Барлыҡ миҙгелдәр мәлендә селек һепертке бик кәрәк әйбер булған икән. Ҡыш айҙарында тупһа һеперҙек, шунан кейемдәребеҙҙән, быймаларыбыҙҙан ҡарҙы һыпырып төшөрҙөк. Хатта яһаған ҡар бабайға тоттороп ҡуя инек тәбиғәт бүләген...
Тағы ла бер хәтирә һаҡланған. Ялан яҡтарында йәшәгән халыҡ ағасҡа ныҡ мохтажлыҡ кисерә. Хатта ҡайһы бер кешеләрҙең йорттары самандан һалынған ине. Саман – ул һары балсыҡ һәм һаламдан әҙерләнгән иҙелмәне махсус формаға ҡойоп һуғылған кирбес. Инде егет ҡорона еткәс, атай менән донъя яңыртырға булып киттек. Атайым минең ғүмер буйы тракторсы булып эшләне. Иң ҡеүәтле К–700, Т–150 тракторҙарын йөрөттө, ауыл халҡына йыл әйләнәһенә урмандан ағас ташыны, өйлөк ҡарағай бураларға, мейескә яғырлыҡ ҡайын утындарына тиклем килтерҙе. Шуға күрә беҙ ағас тип йонсоп йәшәмәнек.
Донъя яңыртыу тураһында һүҙ башлағайным... Мин ҡартатай һалған келәтте, мунсаны, усаҡлыҡты емерә башланым һәм үҙем өсөн асыш яһаным – үрҙә һаналып үтелгәндәр барыһы ла селектән “төҙөлгән” икән. Башта селектән ситән үргәндәр, эсле – тышлы һаламлы балсыҡ иҙмәһе менән һылағандар һәм кәрәкле бина ҡороп та ҡуйғандар. Түбәһен дә бик ябай яһағандар - йоҡа уҫаҡ, ҡайын, ҡарағай һайғауҙарҙы бер-береһенә беркетеп һалып сыҡҡандар, өҫтөнә рубероид йә һалам түшәгәндәр, шунан һары балсыҡ ҡойғандар. Йыбанмағандар, күпселек кешеләр шул уҡ балсыҡ-һалам иҙмәһен һылаған. Һары балсыҡ бик тығыҙ, һыу үткәрмәй. Тәҙрә-ишек яңаҡтары өсөн генә ҡарағай, уҫаҡ ағастары кәрәк булған. Онотҡанмын, мал өсөн һарайҙар ҙа ошондай уҡ өлгө менән эшләнгән.
Ҡаҙ-өйрәктәрҙе көтөр өсөн дә, мал-тыуарҙы иртән көтөүгә ҡыуғанда, кисен ҡаршы алғанда, бала тыңлашмай, артыҡ шашып киткәндә аҡыл сыбығы ролен дә үтәне селек. Ҡош-ҡортҡа йомортҡа баҫыу өсөн оялар, кәрзиндәр, балыҡ тоторға мурҙалар һәм башҡалар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Заманында бит ҡала халҡы ла, асфальт һеперер өсөн селек артынан ауылға йөк машиналары менән килә торғайны. Бөтә ойошмалар селеккә мохтаж ине...
Бала сағымда сәнселеп-һыҙырылып бөткән ҡулдарымды, битемде, тәнемде йәлләп илаһам, бөгөн шул мәлдәремде һағынам. Атай-әсәйҙәр, ҡартатай-өләсәйҙәр бер ҙә үҙҙәрен йәлләмәгән, селектән ситәнен дә үргән, мунса, келәт, усаҡлыҡ, һарай-ҡураларына тиклем төҙөп ултыртҡан.
Бала сағымда бер ваҡыт миңә тимерәү (лишай) йоҡто, йәш тана малдарына атланып йөрөргә бик ярата инем шул. Аяҡтарымды, бурбай тирәһен, эсемде таҙ-тимерәү баҫты. Табиптарҙың атай-әсәйгә әйткән бер кәңәше хәтерҙә ҡалған: селек майы тапһағыҙ, йә эшләй белһәгеҙ, шуны һөртөгөҙ. Нисек дауалағандарҙыр, хәҙер иҫләмәйем. Әммә селек майы эҙләгәндәре бөгөн дә күҙ алдымда. Селек майы ла була икән!
Ә бөгөн селек барлыҡ болон-туғайҙарҙы баҫып алған ҡыуаҡлыҡтарға әүерелде. Сейәлектәр, муйыллыҡтар, еләклектәр юҡҡа сыға. Үҙенең кәрәклеген беҙгә хәтеребеҙгә төшөрә селек.
Фото һәм сығанаҡ: Имран Таһир сәхифәһенән.
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-05-06/r-tle-selek-3754990