Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Хәниә Фәрхиҙең ҡулъяҙмаһы табылған

Был хаҡта Үрге Тәтешлеләге музей мөдире, йырсының бер туған һең­леһе Фирүзә Ибәтуллина хәбәр иткән.    

Хәниә Фәрхиҙең ҡулъяҙмаһы табылған
Хәниә Фәрхиҙең ҡулъяҙмаһы табылған

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы - Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең (Хәниә Фәрхлислам ҡыҙы Биктаһирова) йырҙарын әле лә һағынып тыңлайҙар, уның ижадын өйрәнәләр. Быға бигерәк тә уның бер туған һеңлеһе, Үрге Тәтешлелә Хәниә Фәрхи музейын асҡан Фирүзә Ибәтуллинаның тырышлығы ҙур. Күптән түгел ул үҙенең мәктәп йылдарында алып барған яҙмалары араһында апаһының ҡулъяҙмаһына юлыҡҡан.

"Йыр Афғанстан ваҡиғаларына бағышланған. Баҡтиһәң, Хәниә тыуған ауылдан афған яуында ҡатнашҡан егет тә булған. Ринат Ғәбделхәев йырсының бер туған ағаһы Салауат менән бер көндә әрме хеҙмәтенә алынған. Икеһе ике урында хеҙмәт иткәндән һуң, бер үк ваҡытта ауылдарына ҡайтҡан. Афған яуынан ҡайтҡан Ринат барыһы менән дә фотоға төшкән. Хәниәнең дә егеттәр менән төшкән фотоһы һаҡланған. Шул йылдарҙың иҫтәлеге итеп бөгөн был фотолар,  йыр юлдары һаҡлана", - ти Фирүзә Ибәтуллина.

Әйткәндәй, быйыл Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығыуына 35 йыл тула. Хәниә Фәрхиҙең афған яуына арналған йырының табылыуы ла юҡҡа түгелдер...

Фото: Фирүзә Ибәтуллина.

 

Автор:Карима Усманова
 
 
 
Хәниә Фәрхиҙең ҡулъяҙмаһы табылған
Хәниә Фәрхиҙең ҡулъяҙмаһы табылған
Хәниә Фәрхиҙең ҡулъяҙмаһы табылған
Автор:
Читайте нас: