Ләйлә апа уның исеме
Оло ваҡиғаның шаһиты булырға яҙҙы миңә. Үрге Төкөн ауылында мәғариф уҙаманы Ләйлә Ғилметдин ҡыҙы Фәизованың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе һәм ул йәшәгән йортҡа ҡуйылған таҡтаташты асыу тантанаһы уҙҙы. Изге сарала ярты ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған уҡытыусының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, уҡыусылары һәм уның менән бер осорҙа эшләгән хеҙмәттәштәре килде.
Ауыл клубы был көндө йәше-ҡарты менән шығырым тулы ине. Ә был инде барлыҡ ауыл халҡының тиерлек тәүге уҡытыусыһы булған Ләйлә апаға хөрмәт билдәһе итеп ҡабул ителә.
Бына сараны алып барыусылар – клуб мөдире Айгөл Хәмитова менән уҡытыусы Сажиҙә Байғусҡарова хәтер кисәһен тантаналы рәүештә асып ебәрҙеләр һәм иң тәүге сиратта Ләйлә апаның яҡты иҫтәлегенә бер минутҡа тын ҡалдылар. Артабан “Мәләш” фольклор коллективы барлыҡ уҡытыусыларға арнап, “Уҡытыусыма” йырын башҡарғас, һүҙ Ҡамышлы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгиз Бикҡужинға бирелде.
- Ләйлә Ғилметдин ҡыҙы 40 йылдан артыҡ ғүмерен уҡытыу эшенә биргән һәм һәр саҡ үҙен яҡшы уҡытыусы итеп күрһәткән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул һәр йыл һайын мәктәптә уҙған “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына килеп, үҙенең уҡыусыларына изге теләктәрен әйтеп, оло юлға оҙата торғайны. Ләйлә апаны уҡыусылары гелән яҡшы һүҙҙәр менән генә хәтергә ала, рәхмәттәрен белдерә. Бик күптәре уның юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Ә был инде Ләйлә апаның уҡытыусыға булған ихтирамды яулай алыуы тураһында күпте һөйләй. Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙгә белем һәм тәрбиә биргән остаздарыбыҙға мең-мең рәхмәтлебеҙ, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе Илгиз Вәкил улы.
- Ләйлә Ғилметдин ҡыҙы менән күрше йәшәнек. Уның ябайлығы, ихласлығы, кешегә ярҙамсыл булыуы күңелгә һеңеп ҡалған. Иҫән булһа, быйыл уға 95 йәш булыр ине. Үтәймулла ауылында ете класс белем алғас, уҡыу теләге көслө булыу сәбәпле, ул Бурлы ауылында һигеҙенсе класты тамамлай һәм Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алған белгес төрлө ауылдарҙа уҡыта. 1956 йылда ул Үрге Төкөн мәктәбенә уҡытырға килә һәм ошонда үҙенең яҙмышын, ауылдың аҫыл егете Мортаза ағайҙы осратып, матур ғаилә ҡоралар. Ләйлә апай үҙе ле зәп-зәңгәр күҙле, үксәһенә тиклем төшөп торған оҙон сәсле сибәр була. Ошо ауыл балаларын белемле итеүҙә Ләйлә апаның роле ҙур, - тип, Ләйлә апайҙың тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте хаҡлы ялдағы педагог, хеҙмәт уҙаманы Раҡыя Байгилдина.
- Мин белгән ул осор уҡытыусыларының барыһы ла балаларға бөтә күңелен, йөрәген биреп эшләгән кешеләр булды. Уҡытыусыларыбыҙ дәрестә бер ҡасан ҡысҡырманылар, уларҙың күҙ ҡарашынан барыһын да аңлап тора инек. Бөтәһе лә үрнәк булырҙай матур ғаилә ҡороп йәшәнеләр. Элек-электән уҡытыусылар кейемдәре менән дә, һөйләшеүҙәре менән дә бар кешегә өлгө була белгәндәр. Үрге Төкөн ауылында үҙҙәренең беренсе уҡытыусыларын иҫкә алып, ошондай ҙур сара ойоштороусыларға мең рәхмәт. Ләйлә апаның балалары тураһында ла әйтеп китке килә. Иң оло ҡыҙҙары Светлана Вәлиуллина районда иң абруйлы иҡтисадсыларҙың береһе булды. Улдары Фәнис Көҫәпҡолов үҙенең эше менән дә, тылсымлы гармуны менән дә бар кешенең күңелен арбай. Бәләкәй улдары Фоат Көҫәпҡолов та матур ғаилә ҡорған, - тигән хәтирәләре менән бүлеште кисәнең ҡунағы – матбуғат уҙаманы Эльза Саттарова.
- Башланғыс класс уҡытыусыһы – ул һәр бала өсөн икенсе әсәй булып тора. Улар баланың әсәһе белмәгән таланттарын да, холоҡтарын һәм уңыштарын да белә. Уҡытыусылар һәр балаға үҙ балаһына кеүек аң-белем һәм тәрбиә бирә, тормошҡа ҡараш формалаштыра. Хатта, ҡайһы берҙә үҙ балаң ситтә тороп тора әле ул, - тигән уҡытыусы һөнәре тураһындағы фекерҙәрен белдерҙе Малай ауылынан килгән ҡунаҡ – хаҡлы ялдағы уҡытыусы Флүзә Йәлилова.
Матур хәтирәләргә, рәхмәт һүҙҙәренә, йылы хистәргә бай булды хәтер кисәһе. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе тәүге уҡытыусыларын тик изге һүҙҙәр менән генә иҫкә алды. Яҡты хәтирәләре менән шулай уҡ Ләйлә апаның яҡташтары Әлфиә Бикҡужина, Финә Хөснөтдинова, Миңнислам Моратов, Эльвира Үтәкова, Фирҙәүсә Көҫәпҡолова, Миңнира Зәйнуллина уртаҡлашты һәм ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Уның тыныс холоҡло, әҙәпле булыуы, һәр уҡыусыға тигеҙ ҡарауы, шуҡлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүенә баҫым яһалды. Ләйлә Фәизованың элекке уҡыусылары – Гөлсиә Бикҡужина һәм Римма Санъярова тәүге уҡытыусыларына арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Ләйлә Ғилметдин ҡыҙының балалары ауылдаштарына, килгән ҡунаҡтарға, кисәне ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе һәм:
- Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән барығыҙға ла изге хәтирәләрегеҙ, рәхмәт һүҙҙәрегеҙ, матур сара ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт. Әсәй-атайыбыҙ әле һаман иҫән, әле һаман беҙҙең яныбыҙҙа ғына кеүек булып китте, - тинеләр.
Зал тулы тамашасы ауылдаштары әҙерләгән концерт номерҙарын дәррәү алҡыштарға күмде. Өҙҙөрөп гармунда уйнаған һәм үҙе лә көйҙәр ижад иткән, Ләйлә апаның улы Фәнис Көҫәпҡолов үҙенең ижадташ дуҫтары менән ауылдаштарына моңло йырҙар бүләк итте. Вәзих Бикҡужин, Эльвира Хәлимова, Миңнира Зәйнуллина һәм “Мәләш”төркөмө йырсылары дәртле һәм моңло йырҙары менән арбаһа, Имза Биктимеровтың ҡурай моңдары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнап йырлаған башҡорт халыҡ йырҙары, Гөлсиә Бикҡужина һөйләгән М.Кәримдең шиғырҙары тәрән уйға һалды.
Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә кисәгә килгән барлыҡ уҡытыусыларҙы гөлләмәләр, ә оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгәндәрҙе бүләктәр менән ҡыуандырырға ла онотманылар.
Артабан сара ҡасандыр Ләйлә апа гөрләтеп донъя көткән йорт алдында дауам итте. Уҡытыусы рухына ауыл имамы Урал Ғүмәров аят бағышлағандан һуң ҡунаҡтар йорт алдында әҙерләнгән бай табында самауыр сәйҙәре һәм тәмле былау менән һыйланды.
Уҡыусылары, ауылдаштары күрһәткән оло хөрмәткә Ләйлә Ғилметдин ҡыҙының яҡты рухы ҡыуанғандыр, тип ышанабыҙ.
Розалия БИКТИМЕРОВА.
Автор фотолары.