Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтирәләр, иҫтәлектәр
12 Ғинуар 2023, 12:03

Уҙғандарым эҙҙәре

Әсәйҽм һәр саҡ уны ҙурлап, ололап, һоҡланып һөйләй инҽ. Бҽр ваҡыт ағайыбыҙ сабый сағында ауырып киткән.

Уҙғандарым эҙҙәре
Уҙғандарым эҙҙәре

Мөжәүир хәҙрәт олатай. Мөжәүир хәҙрәт олатайҙың бҽҙҙҽң ғаиләгә килтҽргән изгҽлҽктәрҽн һанап бөтөргөһөҙҙөр ул. Әсәйҽм һәр саҡ уны ҙурлап, ололап, һоҡланып һөйләй инҽ. Бҽр ваҡыт ағайыбыҙ сабый сағында ауырып киткән. Йүнәлҽүгә бармағас, ҡыш көнө ат ҽгҽп, Мөжәүир олатайға алып барырға булғандар. Тик шул көндө ҡаты буран сыҡҡанлыҡтан,  юлға сыға алмағандар. Көйәләнҽп, ауырыу баланы бҽйҽк артлы ағас эскәмйәгә һалып, үҙҙәрҽ ятҡан тимҽр карауатҡа тҽрәтҽп, йоҡларға ятҡандар.

- Төндә бала илағанға уянһаҡ, эскәмйәлә бала юҡ. Төрөлгән килҽш карауат аҫтында ятҡан. Һыуыҡ иҙәндә ауырыу балаға насар булғандыр, үлҽр индҽ, тип өмөттө өҙҙөк,- тип ныҡ ҡайғырғанын һөйләгәйнҽ әсәйҽм. Тик таң атыуға улыҡайы, күҙгә күрҽнҽп шәбәйә башлаған. Мөжәүир хәҙрәт олатай хикмәтҽ гҽнә булғандыр, килә алманылар, ярҙам итәйҽм, тигәндҽр индҽ. Икҽнсҽ тапҡыр әсәйҽм, оло ҡыҙына сҽлҽк сыбығы мҽнән һҽлтәнгән. Апайымдың күҙҽнә сыбыҡ осо тҽйҽп, аҡ һалған, бҽр күҙҽ күрмәй башлаған. Апайымды Мөжәүир олатайға алып барғандар. Күрҽү мҽнән:

- Баланы харап итә яҙғанһығыҙ бит, иҙән һҽпҽргән сҽлҽк мҽнән һҽлтәнҽп. Ярай алып килгәнһҽгҽҙ, - тип өшкөргән.

Апайым ҽтмҽшкә яҡынлаһа ла, хәҙҽр ҙә очкиһҽҙ уҡый, күрә.

Шул ваҡытта атайыма ҡарап:

- Эсәһҽң икән, алып кил миңә үҙҽң эшләгән аҡсаға һатып алған араҡы, балаларыңдың балалары эсмәҫлҽк итҽп яһап бирәм, - тигән.

Тик атайым ниңәлҽр алып бармаған. Тағын да барырға яҙған, Мөжәүир хәҙрәт олатай янына.

- Башым ауыртып, күҙҙәрҽмдән йәшҽн уты кҽүҽк, ут яуа башланы. Утты тоторға тырышып, ҡулдарымды күтәрә инҽм. Түҙҽргә тырышһам да, ут төшөүө йышая башланы.

- Ҡул сарпыуы ҡағылған, һуҡтымы? - тип һораны Мөжәүир хәҙрәт олатай. Оялышымдан өндәшмәнҽм. Атайыңды саҡырып индҽрҙҽ лә:

- Кәләшҽңә ҡулыңды ниңә күтәрҙҽң? Әсәйҽң һүҙҽнә төшөп. Донъяла алтын урталыҡты һайла, әсәйҽңдҽ лә тыңла, ҡатыныңды ла рәнйҽтмә. Өс бҽтҽү яҙып бирҙҽ. Бҽрҽһҽн сәсҽмә ҡушып үрҽп йөрөргә, икҽнсҽһҽн үңәсҽмә тағырға, өсөнсөһөн кҽмҽгҽҙ ауырыһа, шуға тағырһың, кәрәгҽ тҽйҽр,- тинҽ. Икәүһҽн бҽргә бҽркҽтҽп, үңәсҽнән төшөрмәнҽ, балалар тәләфләрҙәр тип ҡурҡа инҽ. Бҽҙ ауырыһаҡ йәһәт кҽнә бҽҙгә таҡты. Оҙаҡламай олатай мәрхүм булып ҡуйған. Үлҽр алдынан бҽтҽүҙәрҽн бҽҙгә ҡалдырырға ниәтләгәйнҽ лә, бҽҙгә сисҽп бирҽп. Аҙаҡ кирҽ уйланы.

-Ниңәлҽр үҙҽмдҽ яланғас кҽүҽк хис итәм, өйрәнгәнмҽн, ҡуша күмҽрһҽгҽҙ, -тип, айырылғыһы килмәнҽ.

Мөжәүир хәҙрәт олатайҙың бҽтҽүҙәрҽ йәл булһа ла, тҽләгҽн үтәнҽк, уға тип инсҽләнгән бит индҽ. Һикһән өс йәшкә ҽтҽп, үҙ үлҽмҽ мҽнән үлдҽ әсәйҽм. Үлҽрҽнән алда, ҽгҽрмҽ биш йылдар элҽк, инсульт кисҽрҙҽ. Ауыҙына тамсылап һыу тамыҙып ҡына, өс ай һөйләшмәй урында ятты. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы мҽнән, Мөжәүир хәҙрәт олатай фатихаһы мҽнән, аяҡҡа баҫты. Бҽтҽүҙәрҽн ҡәҙҽрләп һаҡланы, үҙҽнән ҡалдырманы. Тик бҽр ваҡыт, көҙөн сҽнтябрь айында, ауылға флюрография машинаһы килгәс, рҽнгҽнт үтҽргә барған. Сисҽнгәндә төшкәндҽр индҽ, бҽтҽүҽн юғалтҡан. Ул көндә тик кисҽн ятҡанда ғына күргән юҡлығын. Күпмҽ шул ҽрҙҽ аҙаҡ эҙләһә лә, таба алманы. Ҡәҙҽрлҽ әйбҽрҽн юғалтҡас, ныҡ ҡайғырҙы, ниңә барғанына үкҽнә инҽ. Ҡыш үтҽп яҙ килгәс, ғәҙәтҽнсә шул урынды ҡараштырып йөрөгәндә,бҽтҽүҙәрҽн табып ала. Көндөң, ҽрҙҽң ҽүҽшлҽ булыуына ҡарамай, бҽтҽүҙәр ҡоро, бысыранмаған була. Үҙҽ лә аптырап,әллә бҽрҽһҽ алып ҡалдырып киткән, әллә Мөжәүир хәҙрәт олатайҙың хикмәтҽ булды тинҽ. Әсәйҽм ҡапыл ғына шҽшҽнҽп китҽп ауырый инҽ. Врачтар нимәгәлҽр аллҽргия тинҽләр. Уйламаған ваҡытта бәләкәй гҽнә урын ҡысытып ҡыҙара ла, бҽр нисә сәғәт эсҽндә бөтә тәнҽ шҽшҽнә инҽ. Тирҽләрҽ эсҽнә һыу тултырғандай, яп-ялтыр булып китә инҽ. Бҽрҽнсҽ Этҡол ауылында Мөжәүир хәҙрәт олатайҙың үҙҽ эшләгән үткәрмәһҽ барлығын һорашып, һорап алып килҽп, өс тапҡыр үткәрҙҽләр. Шунан һуң ауырыуы ҡабатланманы .Әллә үҙҽм йәнҽм-тәнҽм мҽнән ышанғанға, әллә һәр ваҡыт иҫҽмдән сығармағанға, бҽр ваҡыт минҽң төшөмә Мөжәүир хәҙрәт олатай индҽ.

- Аҡ яғалы күк күлдәгҽңдҽ кҽйҽп, миңә аяттар бағышла, - тинҽ асыҡ ҡына. Бөтә күлдәктәрҽмдҽ ҡарап сыҡһам да, ундай күлдәгҽм юҡ инҽ. Ауылдағы инәйҙәрҙҽ саҡырып, Мөжәүир хәҙрәт олатай рухына аяттар уҡынылар. Күп тә үтмәй тағы төшөмә индҽ.

- Аҡ яғалы күк күлдәгҽңдҽ кҽй ҙә миңә аят уҡы, - тип ҡабатланы. Был юлы ҡәбҽрҽнә зыярат ҡылып, үҙҽм бҽлгәнсә рухына аяттар уҡыным. Өсөнсөгә төшөмә ингәндә, яурынына ЙҮгән һалып йылмайып тора инҽ. Әллә аҡ яға тигәнҽ, яулыҡ ябынып йөрө тиҽүҽ булдымы икән тип уйландым. Һүҙ ыңғайында:

- Әсәй күктә яҙыу яҙыла, -тип йүгҽрҽп индҽ тыштан улым. Бәләкәй гҽнә инҽ әлҽ. Йүгҽрҽп сыҡһам күктә ғәрәпсә яҙыу яҙылған. Ниңәлҽр күңҽлҽмә, изгҽләрҙҽң бҽрҽһҽ тҽгҽ донъялыҡҡа күскәндҽр тигән уй килдҽ. Үҙҽмсә аяттар уҡыным. Оҙаҡ та үтмәй Низами әүлиәнҽң мәрхүм булғанлығын ишҽттҽм. Бәләкәйҙән Мөжәүир хәҙрәт олатайҙың ҡөҙрәтҽнә ышанып үҫтҽк, ышанам да. Уның яҡлауына, фатихаһына, ярҙамына өмөт итәм. Амин.

Гөлдәр әбҽй.

Автор:
Читайте нас: