Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтирәләр, иҫтәлектәр
7 Декабрь 2022, 12:28

ҺАРТ-ШИШМӘ ТАМЪЯНДАРЫ

Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Шишмә ауылы күп ырыулы башҡорттарҙан тора.

ҺАРТ-ШИШМӘ ТАМЪЯНДАРЫ
ҺАРТ-ШИШМӘ ТАМЪЯНДАРЫ

Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Шишмә ауылы күп ырыулы башҡорттарҙан тора. Шулар араһында тамъяндар ҙа бар.
1860 йылда хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районына инеүсе Тыңламаҫ ауылынан Һарт-Шишмәгә 10 ғаилә – 46 йән, Тамъян ҡәбиләһе башҡорттары, килеп ҡушылған. Фамилиялары Әбделмәнов, Абдрахманов, Мөхәррәмов, Ғәйнуллин, Шаһиҙуллин, Абдуллин, Биктимеров һәм Мөхәмәтдиновтар булыр. Улар араһынан Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021), төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, М. Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты Йәмил Әбделмәнов сыҡҡан.

Тамъян ырыуы төркөмөнән

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: