Яралары төҙәлгәнсе, Үтәгән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә хәрби һәм физкультура дәрестәре уҡыта. Хәле яҡшырғас, трудармияға Свердловск ҡалаһына ебәрелә. Һуғыш тамамланғас, атайым ҡайта, өйләнә, беҙ, биш бала тыуабыҙ. Ләкин яралары оҙаҡ йәшәттермәй, 1967 йылда әсәйемде тол, беҙҙе етем ҡалдырып мәңгелеккә ташлап китә.
Нәнәйем менән ҡартатайымдың өс улы, ике кейәүе илебеҙҙе һаҡлап һуғыш яланында ятып ҡала.
Атайымдың әсәһенә (нәнәйемә) һуғыштан ебәрелгән хаттары һаҡлана ине. Үҙемә ул хаттарҙы һандыҡтан алып, бер нисә тапҡыр уҡырға тура килде. Үҫә төшөп, егет булғас, ул хаттарҙы ҡулыма алып шиғыр яҙҙым. 1978 йылда яҙылған шиғырымды һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.
Тереләргә иҫтәлек
Һуғыш яланынан килгән хаттар
Һаҡланалар һандыҡ төбөндә.
Ватан өсөн барған ут-көрәште
Хәтерләтә улар бөгөн дә.
Бөгөн хаттар иң ҡәҙерле ерҙә -
Ал яулыҡҡа төрөп һалынған.
Күпме тапҡыр әсә алып уҡып,
Күҙ йәштәрен хатҡа тамыҙған.
Һуғыш яланынан килгән хаттар -
Тереләргә һуңғы иҫтәлек.
Һаҡлағыҙ тип, донъя именлеген
Тора улар бөгөн иҫкәртеп.
-3 °С
Болотло