Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтирәләр, иҫтәлектәр
6 Февраль 2022, 20:31

"БАШ АУЫРТЫУЫНАН ҠОТОЛДОМ"

Благовар районынан Гөлфинә Саттарова гәзит уҡыусыларға үҙенең кәңәштәрен еткерҙе: был күптән һыналған рецептар уны баш ауыртыуынан һәм ангинанан ҡотҡарған.  

"БАШ АУЫРТЫУЫНАН ҠОТОЛДОМ"
"БАШ АУЫРТЫУЫНАН ҠОТОЛДОМ"
“Бер ваҡытта ла дарыу ҡулланмайым, үләндәргә өҫтөнлөк бирәм. Баш ауыртыуынан сыҙай алмай китһәм, дарыухананан элеутерококк төнәтмәһен алам – был бик яҡшы ярҙам итә. Иртән бар тамсы төнәтмәне бер аш ҡалағы һыуға һалып эсегеҙ, ә кисен – ике тамсыны. Шулай итеп, 14 тамсыға тиклем еткерегеҙ. Унан ике аҙна дауамында 14-әр тамсы һалып эсегеҙ.
 
 
 
Был организмға бик яҡшы тәьҫир итә. Хатта йәш сағынан баш ауыртыуынан яфаланған, услап дарыуҙар ашаған ҡәйнәм дә был бәләнән ҡотолдо. Бер нисә аҙнанан ул үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя башланы.
Ангинанан иһә йод менән дауаланам. Мамыҡты ҡалаҡ һабына бәйләйем дә, тамаҡ төбөнә һөртәм. Файҙаһы тейә. Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ. Башҡа был ауырыу менән ике йыл самаһы сирләгәнем юҡ”, – тип яҙған ул беҙгә.
Фото: good-tips.pro
 
 
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Автор:
Читайте нас: