

Дөйөм хәл ыңғай билдәләнде
Районыбыҙҙың ведомство-ара комиссияһы ағзалары байрам һәм ял тип торманылар – имен булмаған ғаиләләрҙең хәлдәрен белер өсөн рейдтарға сыҡтылар.
Бер көндө улар күмәкләшеп Ефремкин һәм Ҡамышлы ауылдары биләмәләренә сәйәхәт ҡылдылар. Маҡсаттары – бында йәшәүсе һәм иҫәптә тороусы имен булмаған ғаиләләргә һуғылып, уларҙың хәл-әхүәлдәрен белешеү һәм унда тәрбиәләнгән балаларға күҙ-ҡолаҡ булыу. Һәр йортто иғтибар менән күҙәтеп сыҡҡас, улар ғаиләләр өсөн иң хәүефле булған янғын менән бәйле мәсьәләләрҙе лә ситкә ҡаҡманылар – янғынды киҫәтеүсе приборҙарҙы тикшереп, кәрәк осраҡтарҙа уларҙың батарейкаларын алмаштырҙылар.
Ҡыуанысҡа, был биләмәләрҙә йәшәүсе барлығы 12 ғаилә лә урындарында булды һәм уларҙың дөйөм хәле ыңғай билдәләнде.
- Иң мөһиме – ата-әсәләр иҫерек түгел, балаларға бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, - тип, иркен һулап, тыныс күңел менән таралышты белгестәр был көндө.
Артабанғы рейд Прибельский ауылы биләмәһендә планлаштырылды. Бында барлығы 11 ғаилә иғтибар үҙәгендә тора. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ике ғаилә өйҙә булмай сыға. Дөйөм алғанда бындағы хәл дә комиссия ағзалары тарафынан ыңғай баһалана – балалар ас түгел, ата-әсәләре айыҡ. Шулай ҙа бер йорттағы тәртипһеҙлек уларҙы борсоуға һала. Ҡыҙғанысҡа, был өйҙә, хатта, ябай ғына тәртип урынлаштырыу ҙа булдырылмаған. Ғаилә башлыҡтарына иҫкәртеү яһалды.
Эш сәфәре менән килде
Байрам көндәренең береһендә районға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова килде. Уның эш сәфәре торлаҡ секторында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса хәлде күҙәтеүгә йүнәлтелгән ине.
Эш сәфәре барышында һүҙ тәү сиратта янғынды иҫкәртеү менән бәйле ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы үтәү тураһында барҙы. Был мәсьәлә буйынса урындағы үҙидара органдарына айырым роль бирелә: һәр ауыл биләмәһендә иҫкәртеү төркөмдәре булдырылған. Уларҙың бурысы – яңғыҙ ҡарттарға, шулай уҡ ғаилә ағзаларының өлкәндәре алкоголь эсемлек менән артыҡ мауыҡҡан ғаиләләргә иғтибар бүлеү һәм шулай уҡ янғындан һаҡлау ысулы булып торған автономлы янғын тураһында хәбәр итеүсе приборҙарҙы урынлаштырыу.
Лилиә Ринат ҡыҙы тәүҙә Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә булды. Артабан улар бергәләшеп район үҙәгендә урынлашҡан бер нисә йорттағы хәлде тикшерҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары дөйөм хәлгә ыңғай баһа бирҙе.