Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы Йоғошло булмаған сирҙәрҙе иҫкәртеү аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Тап ошо сирҙәр Рәсәй халҡының инвалидлығы һәм ваҡытынан алда үлеменең төп сәбәбе булып тора. Хроник йоғошло булмаған сирҙәрҙән үлем өлөшөнә бөтә осраҡтарҙың 70 проценты тап килә, шуларҙың 40 проценты ваҡытһыҙ.
Хроник сирҙәрҙең төп тибына ҡан әйләнеше системаһы, яман шеш, тын алыу ағзалары һәм шәкәр диабеты сирҙәре инә. Уларҙың үҫешенә ете төрлө хәүеф факторы ҡурҡыныс менән янай: тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау, түбән кимәлдәге физик әүҙемлек, алкоголь ҡулланыу, юғары артериаль баҫым, холестерин кимәле юғарылығы, һимереү. Иң тәьҫирле иҫкәртеү сараһы – сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәһен күҙәтеү, физик әүҙемлек һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу. Сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә сәләмәтлекте даими хәстәрләү, медицина тикшереүҙәрен һәм диспансерлаштырыуҙы үтеү бик мөһим.
Сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн төп кәңәштәр:
Сәләмәтлегеңде һүрәтләгән күрһәткестәрҙе (холестерин кимәле, артериаль ҡан баҫымы, глюкоза кимәле, тән массаһы индексы, бил әйләнәһе) белеү кәрәк.
Медицина тикшеренеүҙәрен һәм диспансерлаштырыуҙы даими үтергә;
дөрөҫ туҡланырға;
тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә;
йәшелсә һәм еләк-емеш ҡулланыуҙы арттырырға (көнөнә кәм тигәндә 400-500 грамм);
организмды күҙәнәкле туҡыма менән тәьмин итеү өсөн рационда сәтләүек, ҡуҙаҡлыларҙы арттырырға;
туйындырылған майҙарҙы ҡуланыуҙы кәметергә. Рационда үҫемлек майҙары етерлек булырға тейеш;
шәкәр өҫтәлгән аҙыҡтар ҡулланыуҙы сикләргә;
тәмәке тартмаҫҡа;
спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланыуҙан баш тартырға;
физик яҡтан әүҙем булырға: өлкәндәр аҙнаһына кәм тигәндә 150 минут шөғөлләнергә тейеш.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-01-22/ete-t-rl-h-ef-bar-4093234