Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
26 Ноябрь , 14:17

Изге айҙа - сауаплы эш

2024 йыл - Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ител­гәйне. Ошо уңайҙан БСТ каналы «Ҡурай» каналы менән берлектә мәрхәмәтлек акцияһы ойошторҙо. Улар Ҡыр­мыҫҡалы ауылында йәшәүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән Әхәт Нурышевҡа ноутбук һатып алыу өсөн аҡса йыйырға тәҡдим итте.

Изге айҙа - сауаплы эш
Изге айҙа - сауаплы эш

Изге айҙа - сауаплы эш

2024 йыл - Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ител­гәйне. Ошо уңайҙан БСТ каналы «Ҡурай» каналы менән берлектә мәрхәмәтлек акцияһы ойошторҙо. Улар Ҡыр­мыҫҡалы ауылында йәшәүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән Әхәт Нурышевҡа ноутбук һатып алыу өсөн аҡса йыйырға тәҡдим итте.

Әйткәндәй, аҡса йыйыуҙа бөтә республика халҡы ҡатнашты. Ярҙам итеүселәр тарафынан кәрәкле сумма тиҙ арала йыйылды. Һәм бына бүләк­те БСТ каналы журналисы, "Башҡор­тостан" дәүләт телерадиокомпани­яһының нәфис программалар бүлеге етәксеһе Рәйсә Абдуллина шәхсән ки­леп тапшырып китте. Был ҡыуаныс­лы мәлде уртаҡлашырға Ҡарлыман ауылынан Фәрғәт Ҡотлобаев, "Даирә" гәзите редакцияһы мөхәррире Гөл­сәсәк Аласова, “Кудесник АХ” төр­көмө ағзаһы Люзиә Бикҡужиналар ҙа килде.

- Беҙҙең “Автограф” тапшыры­уы утыҙ йыллап эшләп килә. Унда беҙ төрлө ижад кешеләре - артистар, яҙыусылар, ғалимдар һәм башҡалар тураһында программалар эшләй­беҙ. Быйыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрен­дә кешеләргә ярҙам, иғтибарлылыҡ йөҙөнән ижад менән шөғөлләнгән геройҙар һайларға булдыҡ. Бына шу­ларҙың араһында Әхәт Нурышев ту­раһында белеп ҡалып, “Даирә” гәзите хеҙмәткәрҙәренән телефонын алып, уның менән осрашыуға килдек. Бик оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул беҙгә бөтә күңелен асып һалды. Ауыр­лыҡтар, һынауҙар аша үткән тормошо тураһында бәйән итте. Әхәт Миҙхәт улының ауырлыҡтарға бирешмәйен­сә, әүҙем тормош алып барыуы беҙҙе һоҡландырҙы. Беҙ уның донъя менән нисек бәйләнештә булыуы тураһында белештек. Ул телефон һәм ноутбук аша тине. Әйҙәгеҙ, компьютер аша эшләгә­негеҙҙе төшөрөп алайыҡ, тинек. Ком­пьютерының насар эшләүен күргәс, яңы ноутбук алыу тураһында тәҡдим яһаныҡ. Әлбиттә, күп ваҡытын өйҙә үткәргән кеше өсөн телефон да, ком­пьютер ҙа донъяға тәҙрә булып тора.

 

 “Ҡурай” телеканалының баш мөхәррире Рита Өмөт­баева менән кәңәшләшкән­дән һуң, акция иғлан иттек. Рамаҙан айында бер изгелек эшләп, күмәк көс менән Әхәт Миҙхәт улына яңы ноутбук алып бирергә булдыҡ. Уға ошо хыялын тормошҡа ашыры­рға ярҙам иткән Ҡырмыҫҡа­лы районы халҡына ҙур рәх­мәт белдерәбеҙ. Телевидение хеҙмәткәрҙәре ноутбукка төр­лө кәрәкле программаларҙы урынлаштырып бирҙеләр. Акцияла ҡатнашыусы йөҙҙән ашыу кешенең һәм ҡатна­шырға теләп тә мөмкинлеге булмаған кешеләрҙең иң изге теләктәрен һеҙгә еткерәбеҙ. Һеҙҙең туралағы тапшырыуҙы БСТ каналы аша ҡарап, һеҙҙең яҙмышығыҙҙы күреп, күптәр үҙҙәренә фәһем алыр, күңеле төшкәндәрҙең күңеле күтәре­лер, рухтары нығыр, ихтыяр көстәре артыр, тип ышанабыҙ, - тине Рәйсә Рәйес ҡыҙы.

- Был акция ҡырмыҫҡа­лыларҙы тағы ла ойошторған кеүек булды, сөнки Әхәтте бик күп кешеләр, хатта ре­спубликала ла беләләр. Шуға күрә ошо акция иғлан ителеп социаль селтәрҙәрҙә таралғас, әүҙем күтәреп алдылар. Беҙҙең районда һаулыҡ мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләр байтаҡ инде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Беҙ уларҙың һәр бе­реһенә иғтибар итергә тыры­шабыҙ. Әхәт үҙе лә уникаль кеше. Уның менән һөйләшкән ваҡытта беҙ уның инвалид икәнен онотабыҙ. Ул шулай уҡ башҡа инвалид яҡташтары­быҙ тураһында ла хәстәрлек күрергә тырыша, уларға уңай­лыҡтар тыуҙырыу тураһында тәҡдимдәрен индерә, - тине Фәрғәт Фәрит улы.

“Даирә” гәзите баш мөхәр­рире Гөлсәсәк Аласова Әхәт Миҙхәт улының гәзит менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләүе тураһында бәйән итте.

- Әхәт ағай менән беҙ ун йылдан артыҡ танышбыҙ. Ул шундай ихлас, асыҡ, изге күңелле кеше. Уның менән аралашһаң, донъяны тағы ла нығыраҡ ярата башлайһың. Әхәт ағайҙың мәҡәләләрен, үҙе тураһындағы бала саҡ ма­жаралары, хәтирәләре гәзит биттәрендә баҫылып тора. Бик әүҙем кеше, ул район ваҡиға­ларының уртаһында ҡайнап йәшәй. Район кимәлендә үт­кәрелгән барлыҡ сараларҙа ижадташ дуҫтары менән күр­гәҙмә менән сығыш яһай. Әхәт ағайға ошондай ярҙам бик кәрәк ине. Яңы ноутбук уға тағы ла киңерәк даирәгә сығырға, яңы дуҫтар табырға ярҙам итер, - тине Гөлсәсәк Сәлих ҡыҙы.

- Акцияны ойошторған һәм акцияға ҡушылып, ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ кешеләр­гә лә оло рәхмәтемде бел­дерәм. Изге Рамаҙан айында уларҙың барлыҡ изге ниәттәре ҡабул булып, сәләмәтлектә, ғаиләләре менән шатлыҡ- ҡыуаныста йәшәргә насип итһен. Тормошома, ижадыма иғтибар итеүселәр бик күп. Килеп хәлемде белеп торалар, телефон аша ла шылтыратып һөйләшәбеҙ. Йәмғиәттән генә ярҙам көтөп ултырып булмай бит инде, беҙҙән дә ниндәйҙер ярҙам булырға тейеш,- ти Әхәт Миҙхәт улы.

Әйткәндәй, Башҡортостанда йомортҡа ҡабығынан һындар яһаусы берҙән-бер оҫта Әхәт Миҙхәт улы. Уның шулай уҡ “Кудесник АХ” ти­гән формаль булмаған үҙен­сәлекле ижади төркөмө бар. Ойошмала төрлө өлкәләге оҫталар тупланған. Төркөмдөң төп маҡсаты – ата-бабалары­быҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү, уларҙың кәсептәренә һаҡсыл ҡараш булдырыу һәм киләсәк быуынға еткереү.

Рәйсә Рәйес ҡыҙы Әхәт ағайға шәхсән "Ҡурай" каналы ебәргән бүләктәрҙе һәм мах­сус хәрби операцияла ҡатна­шыусы яугир, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтовтың "Кеше" тигән китабын тапшырҙы. Рәйсә Рәйес ҡыҙы ноутбукты көй­ләп тә бирҙе. Әхәт ағайға яңы ноутбугы оҙаҡ хеҙмәт итһен, Хоҙай Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын. Ә беҙ, кешеләр бер-беребеҙгә иғтибарлы бу­лыуҙы дауам итәйек.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас: