Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
1 Октябрь , 22:35

Уйнаш итмәйем, эшләйем. Булған хәл

Был тема табу һымаҡ. Яҙыр инең уңайһыҙ, аңламаҫтар кеүек, яҙмаҫ инең, тема акуталь, беҙҙең ҡарашҡа. Һүҙ фәхишәлек хаҡында.     

Уйнаш итмәйем, эшләйем. Булған хәл
Уйнаш итмәйем, эшләйем. Булған хәл

Яңыраҡ, гәзит эштәре менән йөрөгәндә, бер ҡатын менән таныштыҡ, нисектер редакция эшен яҡын күрҙеме, әллә күңеленең шундай мәле булдымы - беҙгә асылды был. Райондың бер ауылында йәшәй, Себергә эшкә йөрөй. Ҡыҙы бар, ире юҡ. Себергә йөрөй тигәс, ҡыҙыҡ булды, хәлдәрен белештек: нисек унда, аҡса, йәшәү яғы... Бына шунда нилектәндер асылды был. Тәүҙә магазинда һатыу итәм тине лә, аҙағыраҡ фәхишә булып эшләйем тип һалды. Был тема нескә, оят та, шулай ҙа журналислыҡ үҙен белгертте, ныҡлап һораша башланыҡ ҡатындан. Күптән эшләйем, тәжрибә мул, ти был, беләм, һеҙ миңә ерәнеп тә ҡарайһығыҙҙыр, бәлки, шулай ҙа һеҙҙең һымаҡ бер зарплатаға ҡарап ятмайым, бына әле Күмертауҙа фатир һатып алдым ипотекаһыҙ, һеҙ бюджетниктар шулай булдыра алаһығыҙмы? Һорауы асыулы яңғыраны бының. Беҙ өнһөҙ. Ҡарағыҙ, нисәмә ҡыҙ ҡалала ла, ауылда ла уйнаш тормош алып бара, бер көн бер ир, икенсе көн икенсеһе - шуларҙан мин хатта өҫтөнөрәкмен - ғаиләмде ҡарайым (ҡыҙҙы уҡытырға кәрәк), табыш алам. Ә теге уйнаштар - алйот. Әллә мин һеҙҙең кеүек ниндәйҙер эштә тинлек эш хаҡы алып, йылдар буйы нужа күреп, фатирһыҙ, кейемһеҙ, ас-яланғас йөрөһәм яҡшыраҡ булыр инеме? Ярар, аптырамағыҙ, Күмертауҙа ла етерлек минең һымаҡтар, әсәләренә уҡыйым, эшләйем тип алдап сығып китәләр, ә үҙҙәре тән менән һатыу итә. Заманаһы шул, әҙәмсә йәшәге килә. Беҙ һаман өнһөҙ, нимә әйтергә белмәйбеҙ. Тик бер генә һорау бирергә ҡыйыулыҡ етте: ҡыҙың үҫеп килә тиһең, ул да һинең юлды һайлаһа, риза булыр инеңме? Яуап тиҙ булды: юҡ, ул шулай булмаһын өсөн дә мин фәхишә тормошон һайланым. Хөкөм итергә, тағы ла нимәлер эшләргә хаҡыбыҙ юҡ, тик ҡыйын булды был ҡатын китеп барғас, алйот хәлендә ҡалғандай тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Хатта кемдеңдер алдында нимәгәлер ғәйепле төҫлө хис ҡалды. Кемделер әрләге лә килә ныҡ итеп иң алама һүҙҙәрҙе ҡушып, тик кемде?

 

https://youshatir.ru/news/y-sh-yesh/2024-09-01/uynash-itm-yem-eshl-yem-3906983 

Автор:
Читайте нас: