Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
13 Июнь , 12:35

Ғәйепле асыҡланды

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный.

Ғәйепле асыҡланды

Район прокуратураһы тарафынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы кешеһенә ҡарата енәйәт эшенең дәүләт ғәйепләнеүе асыҡланды.

Ул РФ Енәйәт кодек­сының 228.1-се статьяһы­ның “г” пунктының 4-се статьяһы - 30-сы статьяның 3-сө бүлеге (ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә һатыу) буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды.

Тикшереү версияһы буй­ынса, үткән йылдың сен­тябрендә ир кеше йәшерен урындар аша Кушнарен һәм Шишмә райондарынан ун моҡсайға һалынған бер ки­лограмға яҡын наркотик матдәләр ҡабул итеп ала. Тыйылған әйберҙәрҙе ул автомобилдә Стәрлетамаҡ ҡалаһына алып барып һат­маҡсы була. Юлда уны хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Улар автомобилдең багажнигы тышлығы аҫтына йәшерел­гән наркотиктарҙы таба.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү ко­лонияһында ун бер йылға иркенән мәхрүм итеү ҡара­ры сығара.

Айҙар ИСЛАМОВ,

район прокуроры.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: