Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
13 Июнь , 12:59

Ваҡ ришүәтселек өсөн яуаплылыҡ

Район покуратураһы ваҡ ришүәтселек өсөн енәйәт яуаплылығы хаҡында аңлата.

Ваҡ ришүәтселек өсөн яуаплылыҡ

Район покуратураһы ваҡ ришүәтселек өсөн енәйәт яуаплылығы хаҡында аңлата.

РФ Енәйәт кодексының 291.2-се статьяһы ваҡ ришүәтселек, йәғни ришүәт алған, шәхсән үҙең йәки кемдер аша 10 мең һум күләмендә ришүәт биргән өсөн енәйәт яуаплылығын билдәләй. Ваҡ ришүәтселек башҡа төр ришүәтсе­лектән тик күләме буйынса ғына айырыла. 10 мең һумдан артмаған ришүәт ваҡ ришүәтселеккә инә. Башҡа сәбәптәрҙең барыһы ла бер иш ҡарала.

Ваҡ ришүәтселек өсөн төрлө яза төрҙәре ҡаралған, атап әйткәндә 200 мең һум штраф һалына йәки ғәйепленең өс айлыҡ эш хаҡы (башҡа төр ки­лемдәре) тотола, шулай уҡ ике йылға иркенән сикләү ҙә мөмкин. Иң ҡаты яза – бер йылға иркенән мәхрүм итеү.

Район прокуратураһы тарафынан үткән йылда РФ Енәйәт кодексы­ның 291.2-се статьяһының 30-сы статьяһының 3-сө бүлегенә ярашлы (ваҡ ришүәтлек ҡылырға маташыу) дүрт енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләнеүе асыҡланды. Мәҫәлән, районда йәшәүсе кеше ошо статья буйынса суд аша ғәйепле танылды. 2023 йылдың сентябрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2112 маркалы ВАЗ автомобилен туҡтата. Тикшереү барышында водителдең иҫе­рек икәне асыҡлана. Административ протокол яҙған саҡта үҙенең танышын тейешле яуаплылыҡҡа тарттырмаҫ өсөн пассажир ЮХХДИ хеҙмәткәренең кеҫәһенә 10 мең һум аҡса һала. Полиция хеҙмәткәре был турала етәкселеккә хәбәр итә.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Уға 25 мең һум күләмендә штраф һалына.

Анастасия ТИМЕРБАЕВА,
прокурор ярҙамсыһы.

Автор:
Читайте нас: