Әле республикала “Бурыслы” оператив-иҫкәртеү операцияһы үтә. Уның барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре штраф түләмәүселәрҙе аулауҙы дауам итә.
Кисә Дүртөйлө районында М7 “Волга” автомобиль юлының 1224-се саҡрымында Бвшҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте айырым махсус батальоны хеҙмәткәрҙәре “Паутина” ведомство системаһы ярҙамында 43 йәшлек ҡатын идара иткән “Hyundai Solaris”ты туҡтата.
Дәүләт автоинспекцияһының федераль базаһы мәғлүмәттәре буйынса, автомобиль хужаһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә 90 тапҡыр административ хоҡуҡ боҙған һәм 99 500 һумлыҡ штраф йыйған.
Материалдар артабанғы тикшереү өсөн суд приставтарына тапшырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, штрафтар хаҡында ЮХХДИ-ның рәсми сайтында, шулай уҡ порталда белергә мөмкин.
Уйлап ҡараһаң, 90 тапҡыр административ хоҡуҡ боҙған тип яҙыуы анһат кеүек... Әммә ошондай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәгән водителдәр арҡаһында күпме кешенең ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйыла?!
Фото сығанағы: https://t.me/bash_gibdd/6004