МИНЕҢ ЙӘШӘҮ ҠАНУНЫМ
*Тормошомда ни күрһәм дә, улар минеке тип ҡабул итәм.
*Шатлығыма шатланмайынса ҡалмайым, ҡайғыларымда йәшемде тыймайым. Әлбиттә һәр ҡайһыһында сама белеү, урын ерен белеү мөһим. Сөнки кемдер һинең шатланғаныңды ла, ҡайығыңды ла икенсе төрлө ҡабул итеүе бар.
* Кеше йәре миңә йәр түгел. Кеше йәренә күҙ һалмайым. Ниндәй генә булһа ла үҙ йәремә ҡарайым. Кеше йәренә оҡшарға тырышмайым.
* Яңғыҙ тиеп мине әйтһәләр ҙә, күңелем ҡанаттары парлы. Күңелем ҡанатлы булыуы миңә ауыр юлдарҙы үтергә, елдәрҙе ҡайырырға көс бирә.
* Ғәйбәт һөйләмәйем. Ғәйбәт тыңларға яратмайым. Һөйләй ҡалһалар, һүҙ ялғап. ғәйбәтсенең хәбәрен күтәрмәйем.
* Кеше тикшермәйем. Һәр кем үҙенсә йәшәй, эшләй, фекер йөрөтә икәнлеген белеп уға ҡаҙалмайым. Кешегә аҡыл биреп тә, яман булып ҡалыуың ихтимал.
* Күпме йәшәүем мине ҡыҙыҡһындырмай. Миңә иртән күҙем асҡан һәр көнөм үҙе бер оҙон ғүмер .
* Миңә көн дә яңы тормош башлана кеүек....Бәлки мин тормоштан иҫәпһеҙ-һанһыҙ мөғжизә табып йәшәгәнгәлер. Мөғжизәләр мине йәшәтә, йәшәртә лә.
* Мин кемгәлер бойһоноп йәшәүҙән, унан ҡурҡып йәшәүҙән ҡасам.
* Мине яратмағандарҙың янынан йыраҡ булам. Уларҙан үҙемде яраттырырға тырышмайым. Еткән берәү мине яратҡан һәм минең уны яратыуым
* Мөхәббәт эҙләмәйем. Мөхәббәтте данлайым. Яҙам мөхәббәт тураһында. Мөхәббәтте яҙып та, йырлап та бөтә алмаҫмын.
* Мөхәббәт менән шаярмайым. Уға ҡарата һаҡмын.
* Кеше мине ни тип кенә һөйләһә лә, иҫем китмәй. Үҙемдең кем икәнлегемде белгәс тынысмын.
* Минеңсә ни ул бәхет?
-Тыныс йәшәү.
- Һаулығың булыу. Ә ҡалған башҡа бәхеттәр ошо ике мөһим нәмәгә бәйле.
*- Ни ул байлыҡ?
- Һаулыҡ. Һаулығың булһа ғына һиңә ни кәрәк барыһын да табып була.
* Дан артынан ҡыумайым. Данлы булам тип башымды ҡатырмайым.
* Ябайлыҡты үҙ итәм.
*Ике йөҙлөләрҙе, ҡойроҡ болғаусыларҙы яратмайым.
* Ҡалай бармын, шулай ҡаламын. Битлек кеймәйем.
Үткәрмә Йәсин