Һайлау - 2024
Йорттар буйлап йөрөйбөҙ
17 февралдән алып Башҡортостанда Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының “ИнформУИК” проекты буйынса беҙ, йәғни һайлау комиссиялары ағзалары, халыҡҡа Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында мәғлүмәт биреү өсөн йорттар буйлап йөрөй башланыҡ.
Һайлау алдынан бындай «иҫәп алыу»ҙың төп бурысы – йәшәү урындарында теркәлеүселәр исемлегенә аныҡлыҡ индереү, һайлаусыларыбыҙға ниндәй ысулдар менән тауыш биреү мөмкинлеге хаҡында һөйләү, өйҙә тауыш биреүгә ғариза ҡабул итеү һәм һорауҙарға яуап биреү.
2279-сы һанлы һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары булараҡ, беҙ ошо көндәрҙә Малай ауылында йорттар буйлап йөрөнөк.
Ауылдың иң әүҙем һайлаусы ғаиләләренең береһе булған Юламановтарҙың өйөнә лә килдек. Йорт хужаларының икеһе лә хаҡлы ялда, 70 йәштән уҙғандар. 37 йыл механизатор булып эшләгән Сәлих Ибәтулла улы һәм шулай уҡ 30 йылдан артыҡ стаж менән хаҡлы ялға сыҡҡан Рәйсә Әхтәм ҡыҙы дүрт ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Уларҙың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре ял көндәрендә тыуған йорттарына ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙам итә.
Һайлау комиссияһы ағзаһы Хәниә Тәлғәт ҡыҙы Ҡоҙаҡаева менән бергәләшеп, Юламановтарға һәм шулай уҡ башҡа ғаиләләргә Рәсәй Президентын һайлау тураһында һөйләнек, баҫма мәғлүмәт материалдары таратып сыҡтыҡ.
Бар һайлаусыларыбыҙҙы ла һайлау көнөндә һайлау участкаларында көтөп ҡалабыҙ!
Нәркәс ҠОҘАҠАЕВА.
Малай ауылы.