Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
20 Декабрь 2023, 11:25

Әгәр ҡыйын булып китһә...

Тик ул ғына аңлар, ярҙам итер!

Әгәр ҡыйын булып китһә...
Әгәр ҡыйын булып китһә...

Ҡыйын булып китһә, “Йә Хоҙай, миңә ҡыйын, ярҙам итсе!” – тип Аллаһҡа өндәш.
Рәхәт булһа ла уға әйт: “Был ҡыуаныс өсөн рәхмәт һиңә, Хоҙайым!” – тиген.
Аптыранған саҡтарыңда ла: “Мин белмәйем был эштең ахыры нисек булырын, һин генә беләһең, һиңә генә ышанам, минең өсөн нисек яҡшы була – шулай тамамла инде, Аллаһым”, - тип уға тапшыр. Яҡшы килеп сыҡһа – ҡыуан, сыҡмаһа – ҡайғырма, тимәк, һинең өсөн шулай яҡшы булған. Уныһын аҙаҡ, бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙең дә күрерһең.

Балаң йә кемдер өсөн борсолһаң да: “Мин фәлән кеше өсөн хафаланам, Аллаһым, уға ярҙам итеп кенә ебәр инде”, - тип һора. Шулай көнөңдө тотош доғаға әйләндер. Был кемгәлер буш хәбәр һөйләп ултырыуға ҡарағанда күпкә яҡшы. Ҡайғылы кеше шатлығыңды, бәхетле кеше борсолоуҙарыңды аңламаҫ. Хоҙай аңлар, ярҙам да итер. Уға ғына таян.

Рәхимә Мусина.

 

https://vk.com/beauty_blog19?w=wall-59192618_18805 

Автор:
Читайте нас: