Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
23 Октябрь 2023, 21:17

Бер машинала – өс ҡорбан...

Урында авария-тәфтиш төркөмө хеҙмәткәрҙәре эшләй...    

Бер машинала – өс ҡорбан...
Бер машинала – өс ҡорбан...

Бөгөн Кушнаренко районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был хаҡта ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

“Волга” М-7 автотрассаһының 1252 километрында, Сәйет ауылы эргәһендә, өс йөк фураһы һәм еңел автомобиль бер юлы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның ике пассажиры һәләк булған.  Ваҡиға урынына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ етәкселәре, Баш тәфтиш идаралығының юл-транспорт ваҡиғаларын тикшереү буйынса махсус бүлек хеҙмәткәре һәм Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәге эксперт-механигы килгән. Урында авария-тәфтиш төркөмө эшләй. Күп ҡорбандарға килтергән авария сәбәптәре асыҡлана.

Ел-ямғырлы, ҡарлы-боҙло көҙгө юлдарҙа йөрөү ауырлашыуы көтөлә. Водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе, башҡа машина хужаларын хөрмәт итеүе, һаҡсыллыҡ күрһәтеүе бик мөһим. Имен-аман йөрөгөҙ, хөрмәтле водителдәр, хәүефһеҙлек талаптарын һанға һуҡмау ҙур бәләгә килтереүе ихтимал.

Фото: ЮХХДИ

Автор:Дина Арсланова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: