Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
31 Июль 2023, 10:58

Нисә йәшкә тиклем берҙәм пособие түләнә?

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында иҫәпкә торғандан алып балаға ун ете йәш тулғансы берҙәм пособие алырға мөмкин.

Нисә йәшкә тиклем берҙәм пособие түләнә?
Нисә йәшкә тиклем берҙәм пособие түләнә?

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында иҫәпкә торғандан алып балаға ун ете йәш тулғансы берҙәм пособие алырға мөмкин.

Төп шарт - бер кешегә ғаиләнең килеме төбәктәге йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. 2023 йылда Башҡортостанда ул 12 650 һум тәшкил итә. Эш хаҡы, стипендия, пенсия, алимент иҫәпкә алына. Ә бына килемде иҫәпләгәндә әсәлек капиталы, һалым ҡайтармалары, социаль контракт, мобилизацияланғандарға ярҙам аҡсаһы һәм реабилитация өсөн бирелгән түләүҙәр инмәй.

Килем кимәле пособие күләменә йоғонто яһай. Төбәктәге балаларҙың йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын алырға мөмкин. Ул 12 771 һум тәшкил итә. Уның күләме - бер балаға 6 - 13 мең һум самаһы:

→ 50 % — түләүҙең база күләме

→ 75 % — әгәр түләүҙең база күләме ғаиләнең йән башына уртаса килемен йәшәү минимумына тиклем еткерергә ярҙам итмәгән осраҡта тәғәйенләнә

→ ошо уҡ принцип буйынса төбәк йәшәү минимумының 100 проценты билдәләнә

Берҙәм пособиены Социаль фонд тәғәйенләй. Түләүгә ғаризаны йыл һайын бирергә кәрәк.

Пособиены түбәндәге ысулдар менән юллау уңайлыраҡ:

→ Дәүләт хеҙмәттәре аша https://vk.cc/ckbeIx

Шулай уҡ:

→ йәшәү урыны буйынса Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтендә https://vk.cc/cleqKt

→ Күп функциялы үҙәк офисында https://vk.cc/ckQ0w0

Күберәк мәғлүмәт - чат-ботта: https://vk.cc/cpJGxT

Өҫтәмә һорауҙар менән 8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса йәки Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт итергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: