Балалы ғаиләләрҙә килеп тыуған күп проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур терәк булып торған ойошмала социаль пособиелар юллау, балаларҙы балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә урынлаштырыу, медицина комиссияһы үтеү һәм башҡа шуның кеүек мәсьәләләрҙе сисеү буйынса оло эштәр башҡарыла.
- Айына ике тапҡыр “Ғаилә технологиялары”, “Яңы тормош”, “Ғаилә ғаиләгә ярҙам итә” тигән темалар буйынса Ғаилә клубтары ойошторабыҙ. “Яңы тормош” тип аталған осрашыуҙарҙа туғандары, яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләр менән әңгәмәләшәбеҙ. Әлеге көндә беҙҙең белгестәр районда көн итеүсе 56 ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтә. Улар араһындағы өс ғаиләлә атайҙар махсус хәрби операция зонаһында. Айҙың һуңғы шәмбеһендә уҙғарылған “Ғаилә ялдары” сиктәрендә февралдә “Айыҡ ауыл” республика конкурсына арнап, Күлләр ауылы балалары һәм ата-әсәләре менән осраштыҡ, апрелдә берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса һөйләштек.
Районда үткәрелгән төп һәм ҙур сараларҙың һәр береһендә әүҙем ҡатнашабыҙ, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, 8 Март байрам сараһын беҙ визажист һәм парикмахер менән тәьмин иттек. Унда шулай уҡ үҙебеҙҙең психолог тестар үткәрҙе һәм ата-әсәләр менән әңгәмәләште, ә юрист һорауҙарға яуап бирҙе. Күптән түгел үткән “Балалар һабантуйы”нда оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек.
Ғөмүмән әйткәндә, беҙҙең һәр эш балалы ғаиләләргә ярҙам итеү менән бәйле. Даими рәүештә бәлиғ булмағандар эше буйынса уҙғарылған комиссияларҙа ла ҡатнашырға тура килә. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан, балаларына тейешле иғтибар бирмәгән һәм башҡа ошондай тәртипһеҙ тормош рәүеше алып барған ата-әсәләрҙе ыңғай юлға баҫтырыр өсөн бар көстө һалабыҙ һәм уларҙы нисек тә булһа ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итмәҫкә тырышабыҙ. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең үҙҙәрен ҡулға алып, яҡшы яҡҡа үҙгәреүе ҡыуаныслы, әлбиттә.
Өфөнөң реабилитация үҙәге “Таян – опора” проекты сиктәрендә өс тапҡыр килеп, инвалид балаларға медицина ярҙамы күрһәтте, дауалау физкультураһы үткәрҙеләр, белгестәр кәңәштәр бирҙеләр. Улар менән артабан да хеҙмәттәшлек итергә уйлайбыҙ.
Йәйге каникулдарҙы әүҙем һәм ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн Күп функциялы үҙәктә райондың барлыҡ белгестәре менән «Файҙалы осрашыуҙар марафоны» үткәрелде. Унда ата-әсәләргә каникулдарҙа балалар өсөн ниндәй түңәрәктәр, секциялар эшләүе тураһында мәғлүмәт бирелде. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә быйыл да бер йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың ярышын ойоштормаҡсыбыҙ.
Балалар – беҙҙең киләсәк тигәнде беребеҙгә лә оноторға ярамай һәм уларҙың киләсәге яҡты булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк.
Ауыр хәлгә тарыған, ниндәйҙер хәл итә алмаҫтай тойолған проблемалары килеп тыуған ғаиләләр һәр ваҡыт беҙҙең “Ғаилә” хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә ала.
Төрлө байрамдарға бүләктәр, мәктәп кәрәк-яраҡтары алыу өсөн иғәнәселек ярҙамы күрһәтеүселәргә рәхмәтлебеҙ. Был яҡтан беҙгә район хакимиәте, “Петон” нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү проекты институты” йәмғиәте, “Газпром трансгаз” йәмғиәтенең Ҡырмыҫҡалы идаралығы, Үҙәк район дауаханаһы һәм башҡалар оло ярҙам күрһәтә. Барлыҡ райондаштарҙы 16 майҙан алып 16 июнгә тиклем дауам иткән «Ғаиләнең изгелек бумерангы» акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ. Был акция сиктәрендә һәр кеше үҙҙәренең әйберҙәрен башҡа ғаиләләр менән бүлешә ала. Яңы һәм ҡулланыуҙа булған балалар йыһазы, коляскалар, саналар, велосипедтар, баланы һикертеү, йөрөтөү өсөн яйланмалар, ашатыу өсөн ултырғыстар, стерилләү өсөн аппараттар һәм башҡалар ҡабул ителә, - тигән фекерҙәре менән бүлеште райондың “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Эльвира Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина.
Эйе, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү – һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балалыҡты дәүләт һәм йәмғиәт ышаныслы яҡлай.