Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында булған кисәге үлтереш күптәрҙе тетрәндергәйне. Студент егет, көнләшеп, элек йөрөгән ҡыҙын һәм уның дуҫын үлтерә, аҙаҡ ҡасҡан саҡта юл-транспорт ваҡиғаһы ойоштороп, тағы бер кешенең башына етә. Әле ул дауаханала, реанимация бүлексәһендә ята.
Енәйәттә шик аҫтына алынған егеттең Өфө нефть техник дәүләт университетында уҡыуы билдәле, уға 22 йәш. Ә ҡорбандары - 16 йәшлек ҡыҙ һәм 20 йәшлек егет.
Әле һәләк булған ҡыҙҙың әхирәте уларҙың мөнәсәбәттәре тураһында һөйләгән. Был турала РЕН ТВ телеграм-каналы хәбәр итә. Баҡһаң, дуҫлашып йөрөгән саҡта ла улар йыш әрләшкән, егет уға ҡул күтәргән. Фажиғәгә тиклем бер нисә көн алда егет ҡыҙҙың битенә һуҡҡан булған. Әммә йәш ҡыҙ бала был турала ата-әсәһенә һөйләмәгән. Ошондай мөнәсәбәттәре ике йыл дауам иткән.
Әйткәндәй, ҡыҙ менән бергә үлтерелгән йәш кеше уның йөрөгән егете түгел, ә ни бары дуҫы булған. Ҡыҙ имен ғаиләлә үҫкән, һәйбәт уҡыған. Уны бөтәһе лә күңелсәк кеше ине тип хәтерләй.
Был ҡот осҡос енәйәтте башҡарған егеттең дуҫтары быға әле һаман ышана алмай. Ул тыныс, күңелсәк булған, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә йөрөп, барыһы менән дә ихлас аралашҡан, тиҙәр. Һәйбәт уҡыған.
Фото: "КП-Өфө"